Фекерләшеү:Нөркә (Силәбе өлкәһе)

Башҡа телдәрҙә был бит юҡ
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Исеме, башҡортса исеме[сығанаҡты үҙгәртеү]

Ryanag, ‎Guram52 , Yulaman, исеменең килеп сығыуы, башҡортса исеме тураһында аныҡлыҡ индерерлек сығанаҡ табышығыҙ әле. Yulaman яҙған Таһиров Илгиз Тайфур улы мәҡәләһендә ауыл исемен «Нуркин» тип ҡуйған һәм ауыл халҡы шулай атай тип аңлата. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 02:30, 11 сентябрь 2019 (UTC)[яуап бирергә]

  • Рөстәм Нурыев, Балтас районында Нөркә ауылы ла Норкино тип яҙыла бит, автор шунан сығып алғандыр. Ауыл халҡы Нуркин тип атауына килгәндә, Белорет районы Аҙналы ауылы кешеләре лә ауылды Азналкин ти ҙә ҡуя. Төп башланғыс нисек булған, шунан сығырға кәрәктер. Шуваловта ла юҡ был ауыл--Guram52 (әңгәмә) 04:59, 11 сентябрь 2019 (UTC)[яуап бирергә]

Хәйерле сәғәттә! Эҙләрбеҙ, әлбиттә, һорашырбыҙ, ысыынлап та бер ерҙә лә мәғлүмәт юк( Арғаяш яҡтарына ҡайтҡан саҡта һораштырырбыҙ!

Элекке гәзит-журналдарҙа бәлки телгә алынған булғандыр. Булмай тормаҫ. Нисек телгә алынып, яҙма сығанаҡтарҙа теркәлгәнен табырға кәрәк. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 03:12, 12 сентябрь 2019 (UTC)[яуап бирергә]
  • Мин ВК-лағы "Башҡорт ҡатын-ҡыҙы" төркөмөнә ҡуйған һорауға Силәбе өлкәһендә йәшәгән Айдар Ишбирдин ошондай яуап яҙҙы: "Арғаяш күле буйында урынлашҡан ул ауыл, яҡты, асыҡ урында...Ҡояштың "Нуры киң"де аңлата тиеп ишеткән инем...Бабичтың (Илгиз Таһиров) тыуған ауылы, үҙенән һорарға ине ул))". Әммә миндә бындай аңлатма шик уята, сөнки халыҡ "нуры киң" тип һөйләшмәй. --Guram52 (әңгәмә) 00:19, 12 сентябрь 2019 (UTC)[яуап бирергә]