Фекерләшеү:Пыжьяновка шарламаһы

Башҡа телдәрҙә был бит юҡ
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Баныу, күпселек сығанаҡтарҙа «Шарлама» тиелгән, ә «Пыжьяновка» тигәнгә сығанаҡтар бармы? --Ryanag (әңгәмә) 11:07, 1 июнь 2022 (UTC)[яуап бирергә]

  • Ryanag, Шарлама шарлауығы бер нисек тә булмай, шарлама, шарлауыҡ икеһе лә (водопад), ул карталарҙа Шарлама тип күрһәтелгән, шарлама уның исеме түгел, мин шул шарламаға яҡын йәшәйем, Дәүләкән районы менән Бәләбәй районы сиге тап шул шарламанан үтә, уның ҡаршыһында Пыжьяновка ауылы бар ине. Хәҙер ул ауыл бөткән. Беҙ уны йәки урындағы халыҡ Пыжьяновка шарламаһы тип йөрөтәбеҙ. Шарлауыҡтың синонимы шарлама. Башҡорт теле һүҙлеге шарлауыҡ -текә ҡаянан , һикәлтәнән киҫә ағып төшкән һыу. Шарлама (ҡара шарлауыҡ) шаулы шарлама («Башҡорт теле һүҙлег» 2-се том, 650-се б.). Хата бөтә ерҙә лә: картала, матбуғат биттәрендә лә, урыҫтаар ҙа Водопад Шарлама тип һөйләйҙәр. Исеме буйынса минең сығанаҡ юҡ. Үҙгәртһәгеҙ Шарлама (ВОДОПАД) ҡалдыра алаһығыҙ йәки Шарлама, Дәүләкән районындағы. Хәҙер шарлама эргәләге Буранғол ауылы (Ҡыҙрас ауыл Советы) ҡарамағында, тәрбиһәенә бирелде, сөнки Бәләбәй районының шарламаға яҡын ауылдары юҡ.--Баныу (әңгәмә) 20:09, 1 июнь 2022 (UTC)[яуап бирергә]