Эстәлеккә күсергә

Фекерләшеү:Рәжетдинов Зөфәр Зәғәфуран улы

Башҡа телдәрҙә был бит юҡ
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Айсар, бер ваҡытта ла "Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре" тигән бүлектә "башҡа" тигән һүҙ булманы (Мәҫәлән, Еникеев Зөфәр Ирғәли улы. Әйткәндәй, ул үҙе бер ваҡытта ла Йәнекәев тип йөрөгәне булманы). Руссаһында ла "Звания и награды", ә "другие награды" түгел --Guram52 (әңгәмә) 17:00, 14 май 2021 (UTC)[яуап бирергә]

  • Дөйөм алғанда, маҡтаулы исем - шул уҡ бүләк бит. Шулай ул булғас, "башҡа" тигәне бик тә урынлы. «Еникеев-Йәнекәев» - быныһы миңә түгел, ә БЭ-ға: http://bashenc.online/ba/articles/83273/ һәм тәржемәсе Әлфиә апайға. Был — ғүмер буйы РамаЗан һәм ҠаЗан тип һөйләп-яҙып йөрәгәнде һаҡау итеп РамаҘан менән ҠаҘанға әйләндереү менән бер рәттән. --Айсар (әңгәмә) 17:28, 14 май 2021 (UTC)[яуап бирергә]
    • Айсар,"башҡа" тигәне бер ҙә урынлы түгел, сөнки исем - ул исем, әйберләтә бүләк түгел. Ниңә әле электән яҙылмағанды хәҙер килеп шулай үҙгәртергә булып киттең? Ҡазан тигәнде "Башҡортостан" Ҡаҙан тип яҙа башланы, мин түгел. Коллегаларыңа дәғүә белдер. Ҡазандар үҙҙәре лә уны "ҡаҙан" тип белә, хатта ҡаҙан һәйкәле эшләп ҡуйғандар[1]. Белмәйем, һинең ғүмерең буйы Рамазан тип йөрөүеңә мин ғәйепле түгел. Бәлки татарһыңдыр. Беҙҙә атайым хатта Рамаҙан да түгел, Ырҙаман тип әйтелә ине. Исламдағы изге Рамаҙан айынан (رمضان) сығып биргәндәр ул исемде балаларға (ru: Рамадан (имя)) Әйтелеше[2]. Татарҙар "Ҙ" өнө булмағанлыҡтан Рамазан ти, һирәкләп Рамадан варианты күренә. Байрамды ла урыҫ телендә Рамадан тип йыш алалар. Атайым татар түгел ине, саф ҡатай башҡорто--Guram52 (әңгәмә) 18:45, 14 май 2021 (UTC)[яуап бирергә]
Республика Башлығы сайтынан: Өфө шартлы “тәгәрмәс” үҙәгендә урынлашҡан. Эре ҡалалар – Свердловск, Силәбе, Ижевск, Ҡаҙан, Һамар, Ырымбурға тиклем – 400-500 километр.https://glavarb.ru/bash/press_serv/intervyu/4369.html--Guram52 (әңгәмә) 19:08, 14 май 2021 (UTC)[яуап бирергә]

Айсар, «донъяға килгән» тип яҙғанымды күпме төҙәтһәң дә, мин «тыуған» тип яҙа алмайым. Яҙып ҡараным, әммә төҙәтереңде белеп тә, күсеп китә алмайым, сөнки халҡыбыҙҙың тел әҙәбе шундай — өйрәнелгән. Әйҙә төҙәтеп ҡыуан, һиңә бүләк ул. Әйткәндәй, Рамаҙан Өмөтбаев ағай ҙа, хәҙер Айсар ғүмер буйы шулай тип һөйләп-яҙып йөрөгән тип, теге донъянан тороп исеменең әйтелеш-яҙылышын үҙгәртә алмаҫ. Мин уның менән дә (улы менән бергә эшләнек) шәхсән таныш булдым — бер ваҡытта ла матур шул исемде татарсалатып әйтмәнеләр, ағай китаптарын да Рамаҙан исеме менән сығарҙы (1984 йылдан). Һаҡау тип мәрхүмдең исемен мыҫҡылларға ни хаҡың бар?! Таңһылыу Кусимова 1976 йылда сығарған исемдәр һүҙлегендә лә Рамаҙан исеме тора (Башҡорт исемдәре. Өфө, 1976). --Guram52 (әңгәмә) 03:21, 15 май 2021 (UTC)[яуап бирергә]

  • Ғәфү итегеҙ, яҙғанды яңылыш баҫып юйҙырҙым,фекерем ошолайраҡ ине: Рамазан, Рамаҙан әҙәби телдә лә,һөйләштәрҙә лә киң ҡулланыла бит, мин уны хата ла тип, татарса ла тип иҫәпләмәйем (Рамазан вариантын).Бына мине лә ҫаҡау башҡорт,тип йөрөтәләр ине,( кәмһетеү тип ҡабул итмәнем бер ҡасанда) сөнки үҙ-ара ерле һөйләштә һөйләшергә яратам,диалекттарыбыҙҙы башҡорт теленең матур биҙәктәре тип ҡабул итәм.Баныу (әңгәмә) 11:35, 15 май 2021 (UTC)[яуап бирергә]
    • Баныу, исемдең ике варианты ла бар. Рамазан варианты - татар телле башҡорттарҙа таралған, әҙләп "һаҡау" башҡорттарҙа ла (бигерәк тә йәштәр араһында) осрай. Рамаҙан(Рамазан) исеме, әйтеүемсә, исламдағы изге Рамаҙан айынан алынған, шул айҙа тыуған балаларға ҡуша торған булғандар. Ул варианттың нисек килеп сығыуын аңлар өсөн Башҡортостанда ислам таралыуы тарихын белергә кәрәк. Муллаларҙы йышыраҡ башҡорт ауылдарына татарҙарҙан ебәрә торған булғандар. Тап бына улар дини терминдарҙы үҙ һөйләшендә индергән: "әғуҙү биллаһи" кәлимәһенең "әғүзү биллаһи" тип таралыуы ла шунан килеп сыҡҡан. Башҡорттарҙы татарлаштырыуҙың бер ысулы булған ул. Хатта әсәйем дә мине бала саҡтан шулай өйрәткән дә, дөрөҫ әйтелешкә күнегеп китә алмай бер булдым--Guram52 (әңгәмә) 07:14, 15 май 2021 (UTC).[яуап бирергә]
Баныу, көнкүреш баҙар кимәлендә "ҫаҡау" тип тәләкәләү менән Википедияла фекерләшеүҙә "Һаҡау" тип әйтеү бер түгел. Кәмһетеү менән мыҫҡыл да бер түгел, унижение менән оскорбление тип тәржемә ителә улар. Атайым Рамаҙан тигән бик матур һәм мәғәнәле исемле булғанлыҡтан (Ҡөрьән Кәримгә лә ярашлы), мин "һаҡау" һүҙен үҙемә ҡарата мыҫҡыл тип ҡабул итәм--Guram52 (әңгәмә) 07:35, 15 май 2021 (UTC)[яуап бирергә]
  • Гүзәл апай, миңә ғәйеп ташлаһағыҙ ҙа, - бар нәмәне икенсегә, кирегә тиерлек бороп тип ултырағыҙ бит: РамаЗан тип миҫал килтергәндә атайығыҙҙы лы, шәхси танышығыҙ тип маҡтанған РамаҘан Өмөтбаевты ла күҙ уңында тотманым, ә беҙ йырҙарын тыңлап үҫкән РамаЗан Йәнбәковты ғына иҫкә төшөрҙөм, уны совет заманында бер кем дә бер ҡайҙа ла РамаҘан тип һөйләмәне лә, яҙманы ла. Һеҙ бында күп нәмәне бергә һалып болғай башланығыҙ, юл ыңғайы ғына әйткәндә, тел ҡағиҙәләренә диндең, атайығыҙҙың РамаҘан булыуының бер ҡыҫылышы ла юҡ бит;
  • «Донъяға килгән» буйынса: заманында педучилищела башҡорт теле уҡығанығыҙҙы, гәзиттә эшләгәнегеҙҙе иҫкә алып шуны ғына әйтә алам: Википедияла кеше тыуа, әҙәби әҫәрҙә, сәхнә тамашаларында - «донъяға килеүе» лә мөмкин. «Кеше тыуа» тигән һүҙбәйләнеште мин уйлап сығарманым, ул телдә күптән нығынған, нейтраль һәм рәсми стилдә киң ҡулланыла. Һеҙҙең «мин «тыуған» тип яҙа алмайым» тигәнегеҙ телдәге стиль ҡағиҙәләре юҡ, булһа ла - уларҙы үтәмәҫкә лә мөмкин тигәнде аңлатмай бит. Шәһәрбаныуға бер төрлө яҙып (википедияға яҙылған мәҡәлә бер кешенеке түгел тигәнерәк фекер), үҙегеҙ шуны тотмай, буштан-бушҡа тауыш-ғауға күтәреп, тырнаҡ аҫтынан сүп эҙләп, бар нәмәне тик үҙегеҙҙең файҙаға ғына бороп ултырмаһағыҙ ине. Маҡтанып, күкрәк ҡағыуығыҙса, «оло кешеһегеҙ бит»... Яҙылғандарҙы «мыҫҡыл» итепме, «маҡтау» итепме ҡабул итеүегеҙ һеҙҙең шәхсән эш, уны бар донъяға ҡысҡырыу мотлаҡ түгелдер ул. Һәр саҡ иғтибар үҙәгендә булырға теләүҙе икенсерәк тә тормошҡа ашарып була бит... --Айсар (әңгәмә) 10:13, 15 май 2021 (UTC)[яуап бирергә]
  • Айсар, тырнаҡ аҫтынан кер эҙләү - ул һинең ғәҙәт. "Донъяға килеү" һүҙбәйләнеше лә нейтраль, киң ҡулланыла. "Үлгән" урынына ла "вафат булған" - әҙәби стиль (китап стиле) һанала. Мәҫәлән, 2018 йылда республикала 3000-дән ашыу сабый донъяға килгән тигән мәҡәлә[3]. Филфак бөттөм тип маҡтанғаныңды, төрттөргәнеңде йыш ишетәм, йыш күрәм. Мәгәр телде белеү дипломдан тормай, юғиһә ауылдарҙа филфак бөткәндәрҙән башҡа башҡорт телен белгән кеше булмаҫ ине.Әйтмешләй, ҡарғаны консерватория бөтөртөп һандуғас итеп тә булмай. Хәҙер шул филфакта өйрәнгән ҡағиҙәләр буйынса ғына һөйләргә маташып телде лә ғәрипләп бөттөләр. Беҙ өйҙә бәләкәйҙән тел өйрәнеү мөхитендә үҫтек, атайым тел уҡытыусыһы булды, полиглот ине. Унан тыш, ғүмер буйы тел (төрки телдәр) өйрәнәм. Бының өсөн мөмкинлектәр етерлек. Шуға күрә педучилище ғына бөткәнһең тип әйтергә маташма.Әйткәндәй, Белорет педучилищеһының башҡорт бүлексәһе бик көслө белем бирә ине. Фирҙәүес Хисаметдинова менән бер мәлдә уҡыныҡ. Ул һәр саҡ ошо хаҡта әйтеп килә. Оло кешемен тип күкрәк ҡаҡҡаным юҡ, нахаҡ һөйләмә. Оло йәштәмен тип әйткәнем бар. Был икеһе ике нәмә.--Guram52 (әңгәмә) 11:41, 15 май 2021 (UTC)[яуап бирергә]
  • Заманында мин дә ауыл хужалығы техникумын түгел, ә педучилище бөттөм ул, башҡортса уҡып. Һеҙҙеңсә, был да маҡтаныу йә нахаҡ булыр инде тағы ла... --Айсар (әңгәмә) 12:15, 15 май 2021 (UTC).[яуап бирергә]
    • Рус вузында уҡыһам да, курс эштәремде, рефераттарымды һәр саҡ башҡорт әҙәбиәте, фольклоры менән бәйләп эшләнем. Бер курс эшем "Көслө ил - күсле ил" тигән китабыма нигеҙ булып ятты. --Guram52 (әңгәмә) 12:26, 15 май 2021 (UTC)[яуап бирергә]
  • Филфактың башҡорт-рус бүлегендә уҡығас ни - мин дипломды урыҫса ғына яҙҙым ул: «Великой Октябрь и развитие башкирского литературного языка», диплом булып етешкәнсе студент ғилми эштәренең Ульяновскиҙа булған Бөтә Союз конференцияһында диплом алды әле ул. Был да һеҙҙе үсектерер инде тағы ла.--Айсар (әңгәмә) 12:50, 15 май 2021 (UTC)[яуап бирергә]
    • Айсар, һинең менән бәхәсләшеү һәр саҡ күңелле, көлөп рәхәтләндем бөгөн. Минең кеүек, үҙең әйтмешләй, "ПОЛУФАБРИКАТ яҙып ятҡан әбейҙәр"ҙең береһенә шул бейеклегеңдән төшөп, әҙәмгә һанап яуап биргәнеңә рәхмәт инде))--Guram52 (әңгәмә) 18:12, 15 май 2021 (UTC)[яуап бирергә]