Фекерләшеү:Сәхәбәләр мемориаль комплексы

Башҡа телдәрҙә был бит юҡ
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

ФәниәТутыйғош Мәсет янындағы шишмәнең фотоһы юҡ, бәлки тейәрһегеҙ! --ZUFAr (әңгәмә) 16:14, 17 ноябрь 2018 (UTC)[яуап бирергә]

  • ZUFAr, миндәге фотола кешеләр бар. Позировать итмәйҙәр былай. Унда шишмә буш тормай бит, гел кемдер һыу ала.--Тутыйғош (әңгәмә) 05:26, 18 ноябрь 2018 (UTC)[яуап бирергә]
  • ZUFAr, Зәйет улы Зөбәйер, Зөбәйер улы Абдрахман. 630 пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт (с. ғ. с.) тарафынан ебәрелгән һәм Башҡортостанда Нарыҫтауҙа ерләнгән сәхәбәләр - был мәғлүмәт ҡайҙан алынған, ниндәй сығанаҡҡа таяна? --Guram52 (әңгәмә) 13:58, 18 ғинуар 2019 (UTC)[яуап бирергә]
  • Рөстәм Нурыев, Башҡортостандың Ишембай районындағы Левашёв ҡәберлеге Уралдың тәүге мосолман археологик ҡомартҡыһы булып иҫәпләнә. Бында эҙләнеү барышында Ғәрәп хәлифәлегенең 706 һәм 712 йылғы өс көмөш дирһәме һәм алтын динары, шулай уҡ мәйеттәрҙең ҡулдары кәүҙә буйлап һуҙылған, баштары көнбайышҡа йүнәлтелгән иртә мосолман зыяраты ҡәберҙәре табылған (Башҡортостанда ислам). Сәхәбәләр иһә - Пәйғәмбәр менән бер осорҙа йәшәгән, ә Ул миләди 632 йылда вафат булған. Йәғни был дирһәмдең береһе уның вафатынан 80 йыл үткәс сығарылған булған. Ниндәй сәхәбә ти ул? Ни өсөн ялған фараз баш биткә сығарылған?--Guram52 (әңгәмә) 14:23, 18 ғинуар 2019 (UTC)[яуап бирергә]
  • Төрөк фантазерҙары бер ниндәй сығанаҡҡа таянмай тотҡан да исемдәр атаған. Улар ниндәй сығанаҡҡа таянған икән, ниндәй ҡудси хәҙискә?--Guram52 (әңгәмә) 14:53, 18 ғинуар 2019 (UTC)[яуап бирергә]
  • ZUFAr,Рөстәм Нурыев, Тарих фәндәре докторы, дин белгесе Юнысова Айһылыу Билал ҡыҙы бында сәхәбәләр ерләнеүен кире ҡаға: [1]--Guram52 (әңгәмә) 16:01, 18 ғинуар 2019 (UTC)[яуап бирергә]
    • Guram52 Ҡайҙан алынған икәне сығанаҡта күрһәтелгән. Альтернатив фаразды яҙып бик дөрөҫ эшләнегеҙ, факт төрлө яҡлап күрһәтелергә тейеш. Һәр хәлдә мәҡәлә сәхәбәләр ерләнгән/ерләнмәгән тураһында түгел, төҙөлгән мемориаль комплекс тураһында. --ZUFAr (әңгәмә) 12:02, 19 ғинуар 2019 (UTC)[яуап бирергә]
    • Ә шулай ҙа, сәхәбәләр булыу өсөн Мөхәммәт пәйғәмбәр менән бер заманда йәшәү мотлаҡмы? --ZUFAr (әңгәмә) 13:49, 19 ғинуар 2019 (UTC)--ZUFAr (әңгәмә) 13:49, 19 ғинуар 2019 (UTC)[яуап бирергә]
    • ZUFAr. Эйе.Сәхәбәләр мәҡәләһен ҡара. Унан, бында асыҡтан-асыҡ Мөхәммәт Пәйғәмбәр үҙе ебәргән тип әйтелә. Шул уҡ ваҡытта быны раҫлаған бер генә лә ышаныслы сығанаҡ күрһәтелмәгән. Йәғни, был ҡудси хәҙистәрҙә әйтелгән булырға тейеш, йәки сәхәбәләр тураһындағы берәй ышаныслы китапта. Шуларға һылтанма булмай тороп, бөгөнгө уйҙырмалар дәлил була алмай, хатта баҫылып сыҡһа ла --Guram52 (әңгәмә) 14:11, 19 ғинуар 2019 (UTC)[яуап бирергә]
    • Башҡортостанда ислам" мәҡәләһен ҡарап сығырға яңынан кәңәш итәм - унда фән нигеҙендә раҫланған дәлилдәр килтерелә: Башҡортостандың Ишембай районындағы Левашёв ҡәберлеге Уралдың тәүге мосолман археологик ҡомартҡыһы булып иҫәпләнә. Бында эҙләнеү барышында Ғәрәп хәлифәлегенең 706 һәм 712 йылғы өс көмөш дирһәме һәм алтын динары, шулай уҡ мәйеттәрҙең ҡулдары кәүҙә буйлап һуҙылған, баштары көнбайышҡа йүнәлтелгән иртә мосолман зыяраты ҡәберҙәре табылған. Йәғни, тәңкәләр Пәйғәмбәрҙең вафатынан 80 йыл үткәс һуғылған булған. Тимәк, был мәйеттәрҙе шулай уҡ сәхәбәләр һанына индереп булмай--Guram52 (әңгәмә) 14:22, 19 ғинуар 2019 (UTC)[яуап бирергә]
      • Guram52 Рәхмәт төплө дәлилдәр өсөн. Икенсе билдәле ғалим бына нимә ти: «Мөхәммәт пәйғәмбәр VII быуатта сәхәбәләрен ебәреүе тураһында тарихсылар Тажетдин Ялсығол менән Хисаметдин бин Шәрәфетдин дә яҙып ҡалдырған. Һуңғыһы “Болғар тарихы” китабында башҡорттарҙың күршеләренән алда­раҡ Исламды ҡабул итеүен, йәғни VII быуатта сәхәбәләрҙең Башҡортостанға килеүен хәбәр итә»[1]

Ҡаҙыу эштәре барышында табылған диһрәмдәр нисек аргумент була ала, бөтөнләй аңлашылмай. Уйлап ҡарайыҡ әле.Тау башында мосолман йолаһы буйынса изгеләрҙе ерләгәндәр, тимәк мәйет янында мысыр фараондары кеүек көршәк тултырып аҡса ҡалдырыу йолаһы юҡ. Изгеләр ҡәберенә быуаттар буйы дин тотоусылар килер булған. 712 йылда (бәлки һуңыраҡта) Ғәрәбстандан зыярат ҡылыусы килә. Ул ҡәбергә көмөш һәм алтын динарҙар һалып китә (бәлки шунда килгәндә кеҫәһе тишек булып аҡскаһын юғалта). Ҡаҙыныу эштәре барышында был аҡсалар табыла. Фән белгестәре был ҡәбер Мөхәммәт пәйғәмбәр үлгәс 80 йыл үткәс барлыҡҡа килгән тип йомғаҡлап ҡуя. Әгәр Екатенина II, Пётр I заманындағы аҡсалар килеп сыҡһа, нимә тип әйтерҙәр ине икән? --ZUFAr (әңгәмә) 04:15, 20 ғинуар 2019 (UTC)[яуап бирергә]

  • ZUFAr 1. Ғалимдарҙың үҙ эш методикаһы, ҡәберҙәрҙең ни ваҡыттағы икәнен тәңкәләр буйынса ғына билдәләмәйҙәр, табылған туҡыма киҫәктәрен дә тикшерәләр. Төшөп ҡалған аҡса менән ҡәбер эсендә ятҡанды ғына айыра инде ул ғалимдар. Мосолмандарға йыш һуғышырға тура килгән, шәһит булып киткәндәрен кейеме-нийе менән, йыумай, йыназаһыҙ ерләгәндәр, тәнендә асыҡ урындар ҡалһа ғына, шул урындарын ҡаплағандар. Ҡәберҙә тап шул шәһиттәр булыуы ихтимал, шуға берәй кеҫәлә аҡса ятыуы ғәжәп түгел. Унда бит ике генә тәңкә табылған, ә көршәк түгел. Ғалимдар шундай һығымта яһаған икән, беҙ уларҙы кире ҡағырлыҡ дәлил килтерергә тейешбеҙ. Улар бармы?--Guram52 (әңгәмә) 05:31, 20 ғинуар 2019 (UTC)[яуап бирергә]

2. Башҡортостанда ислам мәҡәләһендәге фекер алышыуҙа мин Усман Нури Топбаш һәм Мөхәммәт Назим әл-Хаҡҡаниҙың һүҙҙәрен тарихсылар Хисаметдин бин Шәрәфетдин һәм Тажетдин Ялсығол әл-Башҡорди раҫлай, улар шулай уҡ башҡорттарҙан кемдәр тәүгеләрҙән булып ислам динен ҡабул итеүе хаҡында хәбәр итәләр тигән менән ниңә килешмәүемде яҙҙым. Ялсығол 1768—1838 йылдарҙа йәшәгән, ул ниндәй сығанаҡҡа таянып яҙған? Хисаметдин бин Шәрәфетдин үҙенең «Болғар тарихы» китабында башҡорттарҙың ислам динен үҙ күршеләренән иртәрәк, һижрә буйынса 195 йылда (Григориан календары буйынса 748 йылда) ҡабул итеүҙәре тураһында яҙа, - тип әйтелә. Тимәк, был Усман Нури Топбаш һәм Мөхәммәт Назим әл-Хаҡҡаниҙың һүҙҙәрен раҫламай, кире ҡаға, сөнки сәхәбәләр - Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең тере сағындағы арҡалаштары, ул иһә миләди 632 йылда уҡ вафат булған. 748 йылға тиклем быуаттан ашыу ваҡыт үткән. Был һөйләмдәрҙе яңынан ҡарап,Усман Нури Топбаш һәм Мөхәммәт Назим әл-Хаҡҡани тураһындағы һүҙҙәрҙе алып ташларға тәҡдим итәм,йәки ышанырлыҡ яҙма сығанаҡтар күрһәтелһен. 7-се быуатта баҫылған сығанаҡтар йәки ҡудси хәҙис килтерелмәһә, былар дәлилһеҙ уйҙырма ғына --Guram52 (әңгәмә) 05:31, 20 ғинуар 2019 (UTC)[яуап бирергә]

  • Ryanag , ни өсөн Нәҙершинаның фольклор экспедицияһы материалын юйҙырттың? Топбаш менән Хаҡҡаниҙың уйҙырмаһы ышаныслы сығанаҡ ҡуймай һалынған икән, уға етди кире ҡағыу булырға тейеш, ә Нәҙершина һәм уның коллегалары был урындарҙа 1989 йылдан алып бер нисә тапҡыр экспедицияла булған, әммә бер ниндәй сәхәбәләр тураһында ла легенда ишетмәгән.

Хаҡҡани был урында сәхәбәләр ерләнгән ти икән, ниңә бер генә лә боронғо документ килтермәй? БашВики хаҡҡанилыҡты алға һөрөргә тейешме? Был ҡоролма тураһында яҙылған фәнни мәҡәләгә һылтанманы ла юйҙыртҡанһың. Дәлилең ни? Ниндәй ышаныслы сығанаҡтары бар был төрөктәрҙең?--Guram52 (әңгәмә) 08:44, 22 ғинуар 2019 (UTC)[яуап бирергә]

Фән белгестәре фекере[сығанаҡты үҙгәртеү]

Юнысова А. Б. хеҙмәтенән өҙөк:

« Среди мусульман распространена версия, что это место «двух сахабов», кторые якобы прибыли проповеднической миссией от самого пророка Мухаммеда...И хотя историки считают, на вершине горы находится могила героя башкирского эпоса «Идукай и Мурадым» »

Билдәле булыуынса унда бер нисә ҡәберлек. Эргәләге тау башында «Иҙеүкәй менән Мораҙым» тарихи эпосында телгә алынған башҡорттарҙың билдәле батыр шәхестәре Иҙеүкәй менән Мораҙым ерләнгән урын да селтәрле тимер ҡойма менән урытып алынған. Айһылыу Билал ҡыҙы был туралы белмәйме икән?

« Унан һуңғы йылдарҙағы экспедицияларҙа ла был хаҡта ишетелмәгән. 2016 йылғы экспедицияла ғына һуңғы йылдарҙағы йоғонто арҡаһында сәхәбә тигән һүҙҙәр килеп сыҡҡан. [2] »

килтерелгән сығанаҡтарҙа ошолайтып раҫлап ҡына әйтергән һөйләмде күрмәнем. Үҙ фекерегеҙҙе «Тарих һөйләй изге НАРЫҪТАУ» мәҡәләһе менән раҫлап ҡуйҙығыҙ. Сығанаҡтағы был мәҡәләлә ундай фараз бөтөнләй юҡ. --ZUFAr (әңгәмә) 18:39, 22 ғинуар 2019 (UTC)[яуап бирергә]

          • ZUFAr, бик сәйер рәүештә бер ниндәй раҫланған сығанаҡ (документ, яҙма) булмаған көйө Хаҡҡаниҙың бармаҡтан һурып сығарылған фаразы яҡлана, ә бит викиҙа дәлилһеҙ раҫлауҙар булырға тейеш түгел. Юнысова ғына түгел, Тузбеков А.И., И.И. Бахшиев та "Археологические памятники как объекты сакрализации (на примере могильники Ильчигулов IV) // Известия Уфимского научного центра РАН. 2015. №4. 103-104"[2] тигән мәҡәләлә был уйҙырманың ҡасан килеп сығыуын яҙған.103-104 биттәрҙе ҡара. (Мин сығанаҡтар исемлегенә һалған мәҡәлә юҡҡа сыҡҡан). Юнысова ла бында сәхәбәләр ҡәбере юҡлығын яҙа.

Иғтибарлап мин яҙғанды уҡырға тәҡдим итәм - [3]}} - был фольклор экспедицияһында булғандан һуң Зарипова яҙған мәҡәлә. Тап уның мәҡәләһендә тәүге тапҡыр легендалар араһында сәхәбә тураһында әйтелгәне күренә. Шуға тиклем экспедицияларҙа сәхәбә ҡәберҙәре тураһында хәбәр һөйләнмәгән. Ул бер генә информант тарафынан әйтелгән, мин экспедиция материалдарын белештем, улар баҫып сығарырға әҙерләнә. Ғәмәлдә, урындағы халыҡ бейегерәк тауҙа - Мораҙым, яндағы ике ҡәберҙә Иҙеүкәй менән килене ерләнгән тип белдергән. Баҫылып сыҡмай тороп, мин уны мәҡәләгә һала алмайым. Әммә бөгөн экспедиция етәксеһе Г. Хөсәйенова менән һөйләшеү булды--Guram52 (әңгәмә) 19:48, 22 ғинуар 2019 (UTC).[яуап бирергә]

        • Филология фәндәре докторы Нәҙершина Фәнүзә Айытбай ҡыҙы 1989 йылғы фольклор йыйыу экспедицияһында Нарыҫтау менән бәйле легендаларҙы яҙып алған, әммә улар араһында сәхәбәләр тураһында бер ни ҙә булмаған. Бер легенда былай бәйән итә: «Нарыҫтауҙа Ҡайынҫил тигән урын бар. Шул урында, бер оло таш аҫтында бер кәмә көмөш тәңкә булыр. Шунда барып көл иләһәң, теге таш йәнләнә икән. Көлгә ни аяғы менән баҫһа, шуны ҡорбанлыҡҡа салаһың. Тәңкә ҡалҡа. Әҙәм баҫа икән, уның да ҡанын сығаралар.» (203, оп. 47, д. 1, л. 3).Нарыҫтауҙа батырҙар ерләнгән тигән легендала ике ҡара-ҡаршы тау атала. Шулай уҡ бында тау эйәһе бар тигән инаныс та булған. Шишмәне иһә уның менән бәйләгәндәр [4]
**ZUFAr, йәнә бер тапҡыр Хаҡҡани һүҙҙәрен раҫлаған тарихи документ килтереү кәрәклеген иҫегеҙгә төшөрәм. Был йә ҡудси хәҙис йә иһә сәхәбәләр тормошон һүрәтләгән дәлилле яҙма булырға тейеш. "Проблемы востоковедения". 2016 № 1 (71) журналында В.В. Цибенконың "Борьба за «молчаливое большинство»: тарикат хакканийа против салафийа", уның уҡ  Цибенко В.В. Накшбандийский тарикат хакканийа (раббанийа) и неоосманский проект шейха Назима Киприотского // Исламоведение. 2014, №4. С. 94-104 тигән мәҡәләләрен уҡып сығыу зыян итмәҫ тип уйлайым --Guram52 (әңгәмә) 19:54, 22 ғинуар 2019 (UTC).[яуап бирергә]
«Бармаҡтан һурып сығарылған фараз яҡлана» тип арттырып әйтәҙегеҙ, был дөрөҫ түгел тип фашлап, икенсе фаразды ла күккә сөйөү дөрөҫ түгел, ике яҡ фараз да тигеҙ бирелергә тейеш. Минең өсөн ул сәхәбәләр булды ни булманы ни. Шулай ҙа легендарарҙы яҙып алыу атеизм заманына тура килә, кем сәхәбәләр тип һөйләп ултырһын инде. Ә сәхәбәләр тормошон һүрәтләгән дәлилле яҙма булмауы «Иван Гразный Ҡазанды алмаған, әлегә тиклем «Акт о безоговорочной капитуляции» тигән документ юҡ» тигәнде хәтерләтә. Тағы бер мәртәбә әйтәм, мин сәхәбәләр ерләнгән тигән фаразды яҡламайым, был мәҡәлә мемориаль комплекс тураһында, мәҡәләлә альтернатив фекергә лә урын булды. --ZUFAr (әңгәмә) 20:34, 22 ғинуар 2019 (UTC)[яуап бирергә]
      • ZUFArАтеизм заманы булһа ла Хөсәйебәк кәшәнәһе, башҡа кәшәнәләр тураһында легенда булған, яҙылып алынған бит. Тау эйәһе тигәнде лә Нәҙершина 1989 йылда яҙып алған, әүлиә ҡәберҙәрен дә, шишмәләрен дә һөйләгәндәр. Әммә сәхәбә тигән һүҙ ишетелмәгән. ---Guram52 (әңгәмә) 20:41, 22 ғинуар 2019 (UTC)[яуап бирергә]
  • Кире ҡаҡҡан бер генә хеҙмәте лә күрмәнем. Юнысованың хеҙмәтенән өҙөктө күрһәттем, барлыҡ ышаныу-табыныу культы менән бәйле объекттар якобы тип яҙыла. Фән белгестәренең, шул иҫәптән Фәнүзә Нәҙершинаның тура ғына итеп юҡ тип әйткән хеҙмәте бармы? --ZUFAr (әңгәмә) 15:53, 24 ғинуар 2019 (UTC)[яуап бирергә]
  • ZUFAr, Фәнүзә Нәҙершина үҙе булған экспедициялағы легендаларҙы баҫтырып сығарған. Һылтанмалар бирелде. Улар араһында сәхәбәләр тураһында легенда юҡ. Ул ваҡытта, 1989 йылда, сәхәбә тигән һүҙ ҙә ишетелмәгән, ул 2010 йылда ғына килеп сыҡҡан. Ул күрәҙә түгел бит, алдан уҡ юҡ тип яҙырға. Был хәлдән һуң 2016 йылда ғына экспедиция яһалған, һәм шунда ғына сәхәбә тигән һүҙ килеп сыҡҡан һәм уны Хаҡҡани әйткән. Тимәк төрөк Хаҡҡани сит илдә йәшәп беҙҙең ғалимдарҙан күберәк белә булып сыға?!Кәзә йөрөй таштан - һөйләйемме баштан? --Guram52 (әңгәмә) 16:28, 24 ғинуар 2019 (UTC)[яуап бирергә]
  • Төрөк Хаҡҡани һүҙҙәре дөрөҫ түгел тигән хеҙмәтте табығыҙ.--ZUFAr (әңгәмә) 16:58, 24 ғинуар 2019 (UTC)[яуап бирергә]
  • Тузбеков А.И., И.И. Бахшиев та "Археологические памятники как объекты сакрализации (на примере могильники Ильчигулов IV) // Известия Уфимского научного центра РАН. 2015. №4. 103-104"[3] тигән мәҡәләлә был уйҙырманың ҡасан килеп сығыуын яҙған.104 биттән алып ҡара.
    • Бик яҡшы, өҫтә яҙылғандарҙы инҡар итмәйенсә генә ошо мәҡәләләге хрогологияны яҙығыҙ, ошо мәҡәләгә һылтанығыҙ (бер үк «Тарих һөйләй изге НАРЫҪТАУ» мәҡәләһенә түгел). Ике һәм бер нисә версия ла булырға мөмкин. --ZUFAr (әңгәмә) 17:15, 24 ғинуар 2019 (UTC)[яуап бирергә]
  • Мин журналистканың мәҡәләһен шул экспедициянан һуң яҙылғанға килтерҙем, сөнки ул шунда ҡатнашҡан һәм сәхәбә тигән һүҙ алып ҡайтҡан. Хаҡҡаниҙар инандыра белә(( Шуға тиклемге экспедицияла был хаҡта легендалар булмаған. Хаҡҡаниҙарҙы мине алдашыуҙа ғәйепләп тороп яҡлашыуың бик сәйер. Википедия фәнгә таянырға тейеш түгелме ни? Әллә ул үҙҙәрен "суфый" тип һанағандар ҡоралы булырға тейешме?--Guram52 (әңгәмә) 17:14, 24 ғинуар 2019 (UTC)[яуап бирергә]
  • Тағы ла бер мәртәбә: ул сәхәбәләр минең өсөн булды ни, булманы ни, яҡлашырға уйламайым да. Беренсе версияны инҡар итмәйенсә генә, икенсе версия тураһында яҙығыҙ. Тағы ла бер тапҡыр:«2016 йылғы экспедицияла ғына һуңғы йылдарҙағы йоғонто арҡаһында сәхәбә тигән һүҙҙәр килеп сыҡҡан» тигән һүҙҙәр «Тарих һөйләй НАРЫҪТАУ» мәҡәләһендә юҡ. « "Археологические памятники как объекты сакрализации (на примере могильники Ильчигулов IV)» тигән мәҡәләгә һылтанып, ҡайҙын килеп сыҡҡан хронологияны яҙығыҙ--ZUFAr (әңгәмә) 17:24, 24 ғинуар 2019 (UTC)[яуап бирергә]
  1. http://bashgazet.ru/ruhiestafeta/31975-halybya-islam-dine-vii-byuatta-u-ingn.html
  2. Тарих һөйләй изге НАРЫҪТАУ [4].
  3. Тарих һөйләй изге НАРЫҪТАУ [5].
  4. Нәҙершина Ф. А. Риүәйәт һәм легендаларҙа халыҡ тарихы. Тулыландырылған баҫма. — Өфө: Китап, 2011, —360 бит.