Фекерләшеү:Тел философияһы

Башҡа телдәрҙә был бит юҡ
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
  • Әлфиә! Мин Аң фәлсәфәһе, тип тәржемә итеп алдым. Тел фәлсәфәһен алам тип башлағайным, һеҙ яҙғанһығыҙ икән. Тик һеҙ философия тип алғанлыҡтан, күренмәгән. Ниндәй урталыҡты һайлайбыҙ, һүҙ ҡуйышайыҡ әле - бер төрлө булһын.
  • «Философия» ғилми лексикаға яҡыныраҡ, «Фәлсәфә»нең яңғырашы һәм ҡулланылышы - икенсе төрлөрәк. --Айсар (әңгәмә) 12:19, 25 июнь 2018 (UTC)[яуап бирергә]
  • Электән философия фәне тип алып киленде, ә фәлсәфәнең кирерәк мәғәнәһе бар (фәлсәфә һатыу, ләстит һатыу кеүегерәк), шуға ул һүҙҙе фәнгә ҡағылышһыҙыраҡ контекстарҙа ғына ҡулланам. Фәлсәфәгә күсәйек тигәндә, быныһы ла барыбер башҡорт һүҙе түгел, тегеһе лә үҙләштерелгән һүҙ, шуға аныҡ ҡына фекерем юҡ. Alfiya55 (әңгәмә) 13:34, 25 июнь 2018 (UTC)[яуап бирергә]
  • «Фәлсәфә» һүҙен көсләп тигәндәй әҙәби телгә индерергә тырышыу - әлеге лә шул яһалма башҡортлашыу шауҡымы. Әлфиә апайҙың фекерҙәре дөрөҫ һәм урынлы, шуға ла фәнни өлкәләргә ҡағылған мәҡәләләрҙә «философия»ны ҡулланырға кәрәк. --Айсар (әңгәмә) 13:46, 25 июнь 2018 (UTC)[яуап бирергә]