Фекерләшеү:Тәпәш Татра тауҙары

Башҡа телдәрҙә был бит юҡ
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте


Башҡортса исеме[сығанаҡты үҙгәртеү]

Әлфиә апай, тауҙарҙың башҡортса исеме Тәпәш Татр булалыр ул. Даян Мурзин, Әхмәҙуллин Вафа Мостафа улы Словакияла партизан отряды ойоштороуҙары тураһында бәйән иткән Ризван Хажиевтың «Бейек Татр бөркөткө», Муса Ғәлиҙең «Тауҙар төш күрә» исемле әҫәрҙәрендә Татр тауҙары тип әйтелә. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 02:32, 25 март 2017 (UTC)[яуап бирергә]

  • Рөстәм Нурыев әфәнде, улар был һүҙҙең башланғыс формаһын таба белмәгән. Русса һүҙҙең башланғыс формаһын табыу йыш ҡына ауырлыҡ тыуҙыра шул. Руссаһында күплектә тора бит, ҡапыл ғына аңламаҫһың - әллә ул Татранан яһалған, әллә Татрҙан. Википедияла башҡа телдәрҙе ҡараным: Татр формаһы бер телдә лә юҡ; славян телдәре урыҫ кеүек күплектә алған, төрки телдәрҙә Татра, немец, нидерланд һ.б. телдәрҙә лә Татра. Шунан Татра маркалы машиналар була торғайны, шуны ҡараным. Википедияла уның тураһында былай тиелгән: В 1918 году появилось новое название — «Kopřivnická vozovka a.s», а в 1919 году компания начала использовать значок с надписью «Tatra» — в честь горной системы Татры https://ru.wikipedia.org/wiki/Tatra. Әле поисковик аша морфол. разборын да таптым: Начальная форма: ТАТРА/Часть речи: Имя существительное/Грамматика: Именительный падеж, единственное число, женский род, неодушевлённое. --Alfiya55 (әңгәмә) 04:28, 25 март 2017 (UTC)[яуап бирергә]
  • Әлбиттә Татра булырға тейеш, төбәктәге халыҡ та шулай атай.--Ryanag (әңгәмә) 08:38, 25 март 2017 (UTC)[яуап бирергә]
  • Хуп. Улайһа Татр милли паркы (Словакия) → Татра милли паркы (Словакия) итеп үҙгәртәм. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 11:53, 25 март 2017 (UTC)[яуап бирергә]