Фекерләшеү:Төньяҡ Кипр Төрөк Республикаһы

Башҡа телдәрҙә был бит юҡ
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Кипр ни өсөн Ҡыбрыҙ булып китте? --Саган 17:46, 4 Июнь (Һөтай) 2011 (UTC)

Калька с турецкого. Прецедент: Петра Первого в cu.wikipedia назвали иск.-слав. їмпєратѡръ специально, чтобы подчеркнуть, что этот титул он сам скалькировал с латинского. Не будь этого, он бы там был аѵтократоръ (см. cu:Бєсѣ́да:Пєтръ Вєликꙑи#Вѫпросъ) Аналогично и здесь, калькируем Северный Кипр с турецкого, а статью о геогр. объекте и государстве в южной части острова вполне можно назвать Кипр, как раз на греческий манер. Вячеславшулай уҡ Comp1089 aralaşırbıđmı? -- Кесаҙна, 18 апрель 2024 / 10 Нисана 5784

Ҡатнашыусы:Гүзәл Ситдиҡова, Кипр Төрөк Республикаһы тип ҡалдырырға тәҡдим итәм. Киң мәғлүмәт саралары ҡулланған телдә яҙырға тейешбеҙ, шулай булмаһа эҙемтәләрен күп тапҡыр яҙҙым. Мәҫәлән, «Башҡортостан» гәзитендә бер генә мәртәбә лә Кипр Йөмүриәте осрамай. --ZUFAr (әңгәмә) 02:48, 20 ноябрь 2017 (UTC)[яуап бирергә]

  • Тәҡдимғә ҡушылым. Халыҡ ҡулланмаған һүҙҙәр тултырып, Башҡорт Википедияһының айырым телен яһамайыҡ әле. «Йә(ө)мһүриәт» һүҙе башҡорт телендә бөтөнләй тиелек ҡулланылмай, татарса, киреһенсә, көн дә һөйләйҙәр, шул уҡ «Юлдаш»тың татар телле алып барыусылары. --Айсар (әңгәмә) 03:40, 20 ноябрь 2017 (UTC)[яуап бирергә]
  • ZUFAr АйсарҠыбрыҙ һүҙен мин яҙманым, кем ҡуйғанын белмәйем. Йөмһүриәте тигәнде ни өсөн ҡулланырға булдым -1.унда Кипр Республикаһы ла бар. Икеһе бергә килгәндә бутала башлай.2. Йөмһүриәт - төрөктәрҙең үҙатамаһы,етмәһә, ул һүҙ беҙҙә лә бар, уҙған быуатта Башкурдистан Йөмһүриәте тигән атамабыҙ ҙа булған.(Егерме бишенсе йылдың яҙында университетты бөтөп, үҙебеҙҙең йөмһүриәт мәркәзенә ҡайттым. Ғ. Хәйри) 3. "Башҡортостан" гәзите - законодательный орган түгел, беҙҙең өсөн рәсми рәүештә сыҡҡан һүҙлектәр - нигеҙ. 4. Телебеҙҙә тарихи рәүештә булған һүҙҙәрҙән ҡасып, редакторҙар ул һүҙ юҡ тип ҡырҡып ултыра торғас, заманында (перестройкаға тиклем) Рауил Үтәбай-Кәрими әйтмешләй, япраҡһыҙ ағас хәленә еткергәйнек. Мин былай ҙа рәсми һүҙлектәрҙән һирәк тайпылам--Гүзәл Ситдиҡова (әңгәмә) 04:36, 20 ноябрь 2017 (UTC)[яуап бирергә]
  • Гүзәл апай, телдәге архаизмдар тураһында һеҙ яҡшы беләһегеҙ. Ғәрәп теленән килеп ингән «йөмһүриәт» һүҙенең ҡасандыр ҡулланылыуын бер кем дә шик аҫтына алмай. Бынан бер быуат элек ижад иткән Ғайнан Хәйригә һылтанма яһау бер нәмәне лә үҙгәртмәй. «беҙҙең өсөн рәсми рәүештә сыҡҡан һүҙлектәр - нигеҙ» тигән фекергеҙгә ялғап, шуны әйтәм: әле сығып ятҡан «Башҡорт теленең академик һүҙлеге»нең IV томында (146-сы бит) «йөмһүриәт» һүҙенең иҫкергән булыуы һәм китап стилендә ҡулланылыуы әйтелгән. Башҡорт телендәге википедия һүҙлекте бер тапҡыр ҡулына алмаған кеше өсөн дә аңлайышлы булырға тейештер ул. Һеҙ, әлбиттә, Йөмһүриәт тип исемләп айырым мәҡәлә яҙып ҡуйҙығыҙ, был хуплауға лайыҡ, әммә һәр иҫкергән һәм шундуҡ аңлашылмаған һүҙҙең мәғәнәһен белеү өсөн һәр кем һүҙлек ҡосаҡлап ултыра алмай бит, икенсенән, һәр архаизмға айырым мәҡәлә яҙыласағы ла икеле. Йәштәр генә түгел, совет заманында сыҡҡан китаптарҙы уҡып, инде оло йәшкә етеүселәр ҙә «республика» тигән һүҙҙе бик яҡшы аңлай һәм әүҙем ҡуллана. Иҫкергән, йә ғәрәп-фарсы-төрки телдәрҙән ҡасандыр үҙләштерелеп, артабан тәбиғи сәбәптәр арҡаһында ҡулланылыштан төшөп ҡалған һүҙҙәрҙе яңынан телгә ҡайтарыу мәшәҡәттәре уҙған быуаттың 90-сы йылдарында тороп ҡалды бит инде, күптәр уны «яһалма башҡортлашыу» тип бик тә дөрөҫ атаны. --Айсар (әңгәмә) 08:03, 20 ноябрь 2017 (UTC)[яуап бирергә]
      • Айсар, мин Йөмһүриәт һүҙен аңлатыр өсөн генә яҙманым, ул телебеҙҙә бар,беҙҙә иҫкергән икән, төрки донъяла иҫкермәгән бит ул!Мин уларҙа Республика тигән һүҙ булып, тәржемә итеп алған булһам, дәғүә белдереп булыр ине, ә мин төрөк-киприоттарҙың үҙе йәшәгән (танылмаған булһа ла) дәүләтенең ҮҘАТАМАҺЫН бирҙем. Мин бит бөгөнгө Башҡортостанды Йәмһүриәт тип атамайым! Дәүләттең үҙатамаһы шулай икән, ул һүҙ телебеҙҙә бар икән, ни өсөн беҙ уны урыҫсаға Республика тип тәржемә итеп алырға тейеш?! Унан, йәштәребеҙ хәҙер тарихи китаптарҙы уҡымаҫҡа тейешме? Уларҙа шул һүҙ мотлаҡ осраясаҡ бит ул! Ул ғына ла түгел, бөгөн дә соцселтәрҙәрҙә шул замандағы байраҡтарҙағы Башҡурдистан Йөмһүриәте тип яҙыулы фотолар йөрөп ята!--Гүзәл Ситдиҡова (әңгәмә) 10:14, 20 ноябрь 2017 (UTC)[яуап бирергә]

Кипр Республикаһы[сығанаҡты үҙгәртеү]

Яңынан аңлатам - башта һеҙ икегеҙ ҙә хатта Кипр Республикаһы менән Төньяҡ Кипр Төрөк Йөмһүриәте - икеһе ике субъект икәнән аңламай ҙа дәғүә белдерә башланығыҙ. Кипр Республикаһы - ул утрауҙағы рәсми танылған дәүләт исеме. Унда грек яғы ла, төрөк яғы ла, хатта инглиздәр биләгән 2 процент ер ҙә инә! Шуға күрә мин уны Республика тип ҡалдырҙым, тәржемә итмәнем. Ҡабатлап әйтәм, мәҡәләлә Кипр Республикаһы менән Төньяҡ Кипр Төрөк Республикаһы тип яҙыу буталсыҡ тыуҙыра. Башҡа уҡыусылар ҙа һеҙҙең кеүек буталып ултырасаҡ --Гүзәл Ситдиҡова (әңгәмә) 10:21, 20 ноябрь 2017 (UTC)[яуап бирергә]

  • Ике республиканы бутамау өсөн береһен йөмһүриәт тип алыу аргумент була алмай. Был һүҙ дини һәм фәлсәфәүи текстарҙа ҡулланыла, дәүләтте билдәләү өсөн башҡорт телендә ҡулланылмай. Әгәр үҙатамаһы менән атаһаҡ, Кипр Республикаһын да Йөмһүриәт тип атарға тейешбеҙ, шулай уҡ башҡаларын Юнайтед Статес, Чайна, Джорджия, Скутланд һ.б. тип яҙырға тейешбеҙ. Социаль селтәрҙәрҙә генә түгел, беҙҙә лә Гонконг, СССР, КПСС кеүек һүҙҙәрҙе тәржемә итергә теләүселәр табылып тора. Беҙ бер тел номаһында яҙырға тейешбеҙ, «Башҡортостан» гәзитен өлгө итеп алдым, нимәгәлер тигеҙләшер өсөн. Гәзит-радио бер телдә, Википедия икенсе телдә яҙһа — боронғо латин теле яҙмышын ҡабатлаясаҡбыҙ! Быны мин әленән-әле ҡабатлап киләм. --ZUFAr (әңгәмә) 13:02, 20 ноябрь 2017 (UTC)[яуап бирергә]
  • Һуңғы ваҡытта беҙҙә сит илдәр тураһындағы мәҡәләләрҙә төрлө атамаларҙы, исем-шәрифтәрҙе мотлаҡ уларҙың үҙҙәрендә ҡуланылған формала алырға кәрәк тигән бигүк аңлашылып бөтмәгән тәртип өҫкә сығып килә: украин йылғалары украин телендәге яҙылышы менән бирелә, әзербайжан шәхестәренең исеме әҙербайжан әйтелешендә һ.б. Беҙ бит Украина һәм Әзербайжан, йә башҡа сит ил биләмәләрендә йәшәмәйбеҙ, Рәсәйҙәбеҙ һәм беҙҙең милләт-ара аралашыу теле урыҫ теле. Быға тиклем урыҫ теле нигеҙендә яҙылып килгәндәрҙе ниңә тик торғанда башҡа сит ил телдәре формаһына күсерергә тейешбеҙ икән? Тора-бара беҙҙең бөгөнгө күршеләр, икенсе дәүләт булараҡ, урыҫ теленән бөтөнләй баш тартып бөтһәләр, ә беҙ, һәр ил телендә яҙып, буталсыҡты тағы ла арттырабыҙ бит. --Айсар (әңгәмә) 14:49, 20 ноябрь 2017 (UTC)[яуап бирергә]
  • Килешмәйем. Был принциптан китһәк, беҙ яңынан Истанбул тип яҙырға түгел, Стамбулға ҡайтырға тейешбеҙ. Бангладеш - Бенгалия һ.б. Гәзиттә лә Йөмһүриәт һүҙе яҙылып тора, бигерәк тә Зәки Вәлиди менән бәйле мәҡәләләрҙә. "Башҡортостан" гәзите лә ил атамаһын Төньяҡ Кипр Төрөк Йөмһүриәте тип алыуы дөрөҫ булыр ине. Был әле танылып бөтмәгән яңы дәүләт, баштан уҡ үҙатамаһы менән китеү дөрөҫ буласаҡ. Илдәрҙең үҙатамаһын һанға һуҡмау ҙа мөмкин түгел, етмәһә төрки телдәге атамаларҙы. Урыҫ теле милләт-ара аралашыу теле булыу беҙҙе төрки теллелектән айырырға тейешме? Һиндостанды Индия тип яҙайыҡ әйҙә улайһа. Заманында һеҙ редактор булһағыҙ, тәк Индия тип ҡалдырыр инегеҙ ҙә.Башҡортостанды Башкирияға әйләндерҙеләр бит. Беҙҙең тарих менән ҡыҙыҡһынған йәштәр бөгөн дә йөмһүриәт һүҙен йыш ҡуллана, БСТ-ла ла ишетелеп тора ул. Һеҙ хәҙер просто принципҡа киттегеҙ, ә телде уйлап түгел--Гүзәл Ситдиҡова (әңгәмә) 07:23, 22 ноябрь 2017 (UTC)[яуап бирергә]
    • Был бик мөһим сәйәси һүҙ, тарихыбыҙға бәйле һүҙ, ул телебеҙҙән төшөп ҡалырға тейеш түгел, йәштәребеҙгә лә аңлашылып торорға тейеш!--Гүзәл Ситдиҡова (әңгәмә) 07:45, 22 ноябрь 2017 (UTC)[яуап бирергә]
      • Гүзәл апай, республика тип ҡалдырығыҙ ҙа, коммент аша йөмһүриәт тип яҙығыҙ: республика йәки йөмһүриәт менән республиканың урындарын алмаштырырға мөмкин. Текста ул һүҙ айырылып тора, курсорҙы яҡын килтерһәң аңлатмаһы күренә. --З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 08:32, 22 ноябрь 2017 (UTC)[яуап бирергә]
    • Төньяҡ Кипр Төрөк Йөмһүриәте (Республикаһы) тип башын алмаштырырға риза--Гүзәл Ситдиҡова (әңгәмә) 08:44, 22 ноябрь 2017 (UTC)[яуап бирергә]
      • Беҙ дөйөм ҡабул ителгән, аңлашылған телдә яҙабыҙ. Хәҙерге башҡорт телендә дәүләт ҡоролошон билдәләү өсөн йөмһүриәт һүҙе әлегә ҡулланылмай. Онотмағыҙ —Википедия вторична, первична авторитетные источники. Башта матбуғатта, әҙәбиәттә ҡулланығыҙ, был һүҙ әйләнешкә инеп китһә, Башҡортостан Йөһүриәте тип википедияла яҙырбыҙ. Ҡабатлап киләм бит, был пуризм күренешенә кәртә ҡуймаһаҡ латин теле яҙмышын ҡабатлаясаҡбыҙ!

Асыҡлап әйткәндә, башҡорт википедияһы айырым төркөм генә аңлаған яҙма үле телгә әүереләсәк! Шуны теләйһегеҙме!?--ZUFAr (әңгәмә) 08:52, 22 ноябрь 2017 (UTC)[яуап бирергә]

    • ЮҠ ХӘБӘР! Киреһенсә, викиға ингән кеше тел даирәһен киңәйтәсәк! Эллочка-людоедочка шикелле 20 һүҙ менән яҙыша башларбыҙ әле бер аҙҙан, был һүҙ юҡ тип. Нишләп киң информация саралары был һүҙҙәрҙән баш тартмағанда вики ғына урыҫлашырға тейеш? Һин әйткәнсә булһа, татар теленең хәле сәпсим хәтәр икән - йөмһүриәт кенә тимәй, мәркәз ҡала тип кенә еппәрәләр.--Гүзәл Ситдиҡова (әңгәмә) 09:33, 22 ноябрь 2017 (UTC)[яуап бирергә]
    • Төньяҡ Кипр Төрөк Республикаһы (Йөмһүриәте) булһа насармы ни? Текст эсендә лә коммент менән ҡуйып сығығыҙ ҙа, яйлап һөйләшкә инеп китә ул.--З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 09:47, 22 ноябрь 2017 (UTC)[яуап бирергә]
  • Мәркәз бында бөтөнләй урынһыҙ. Мәркәз - баш ҡала мәғәнәһендә йөрөй. Һәм татарҙар 90-сы йылдарҙан уҡ йөмһүриәт, мәркәз һүҙҙәрен ҡуллана, ә беҙҙә улар ҡулланылышҡа инмәне. Мәскәү конференцияһында бүрәттәр шул хаҡта сығыш яһаны бит, үҙҙәренең энциклопедиялары ла, һүҙлектәре лә юҡ. Ниндәйҙер һүҙҙе ҡулланылышҡа индереү йәки тәржемә итер өсөн ОРИСС кәрәк, ә беҙҙә, киреһенсә - ҡасандыр телмәребеҙҙә булған һүҙҙәрҙе ҡабат ҡулланылышҡа индереү өсөн. Был йәһәттән бүрәттәр бәхетлерәк, википедияға индереп, һуңынан телселәргә тәҡдим итә алалар, ә беҙгә варианттар һайларға тура килә. Мин шәхсән Төньяҡ Кипр Төрөк Республикаһы (Йөмһүриәте) тип яҙыу яҡлы. тауыш биреүгә сығарабыҙмы ошо тәҡдимде? --З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 09:56, 22 ноябрь 2017 (UTC)[яуап бирергә]
  • Башҡа википедияла шулай яҙылған, беҙҙә лә мотлаҡ шулай булырға тейеш тип һанаусылар ҙа бар. Беҙ уларға эйәрмәйбеҙ. Бер ук һүҙҙәрҙе ҡабатлайым — википедия вторична! Һүҙ байлығын башта матбуғатта, әҙәбиәттә байытабыҙ, шунан ғына википедияла ҡулланабыҙ. Был википедяның талабы, мин уйлап сығарған нәмә түгел. Оригинальные исследования тигәнде табып уҡып ҡарағыҙ. --ZUFAr (әңгәмә) 10:14, 22 ноябрь 2017 (UTC)[яуап бирергә]

Субъекттың үҙатамаһы[сығанаҡты үҙгәртеү]

      • Беҙ был атаманың ҡулланышҡа килеп инеүен бик оҙаҡ көтөүебеҙ ихтимал - әле бер кем дә был субъект тураһында яҙғаны юҡ! Хатта Кипр тураһында яҙғанда ла уны Республика тип яҙғандарын күргәнем юҡ. Хәҙер гәзит-журнал яҙмай тип, беҙ яҙмай ултырырға тейешме?! Субъекттың үҙатамаһы бар, был һүҙҙәрҙең барыһы ла һүҙлегебеҙҙә бар, хатта заманында Башҡортостан да Йөмһүриәт тип йөрөтөлгән. Булмаған һүҙҙе тағып ултырылмай бит! Төньяҡ Кипр Төрөк Йөмһүриәте - был бөтәүле атама, рәсми итеп ҡарағанда ул Кипр республикаһының өлөшө, мин Республика эсендә республика итеп алыуҙа фәтеүә күрмәйем. Ә бына йәйә эсендә (Республика) тип алынһа, үҙатамаға ла, телебеҙгә лә хилафлыҡ килмәй.

Мин үҙ фекеремдә ҡалам--Гүзәл Ситдиҡова (әңгәмә) 10:49, 22 ноябрь 2017 (UTC)[яуап бирергә]

        • Субъекттың үҙатамаһына килгәндә, Кипр Республикаһы ла төрөк телендә Кипр Йөмһүриәте тип йөрөтөлә, шуға ҡарамаҫтан, һүҙлектәге республика тәржемәһе буйынса алабыҙ бит. Төньяҡ Кипр Төрөк Йөмһүриәте лә үҙ телдәрендә генә шулай йөрөтөлә, башҡа телдәрҙә республикаһы. Башҡортостан энциклопедияһы был һүҙҙе неологизмға индерә Неологизмдар. Шуға күрә мин тәҡдим иткән вариант - иң ҡулайы тип уйлайым. --З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 11:02, 22 ноябрь 2017 (UTC)[яуап бирергә]
        • Кипр Республикаһы - төрөк республикаһы түгел, унда төрөк яғы, грек яғы һәм инглиз яғы бар, тап шуға күрә лә мин уны Республика көйө ҡалдырҙым.

Бер быуат элек үк ҡулланылған һүҙҙе неологизмға индереү - абсурд тиһәм йомшаҡ була инде. Ул шул заманы өсөн неологизм булған, ә бөгөн ул хатта архаизмға индерелә алыр ине, әгәр тарихи китаптарҙа яҙылыуын дауам итмәһә. Мин тик төрөктөң үҙ субъектын үҙҙәре атағанса бирҙем, һәр һүҙе беҙҙең телдә бар! Урыҫ теле аша алырға тип ныҡышаһығыҙ икән, тимәк, һеҙ башҡорт телен ДӘҮЛӘТ ТЕЛЕ тип танымайһығыҙ!Тимәк, беҙҙә бер дәүләт теле - ул урыҫ теле генә! Неологизмдар ҡулланырға ярамай икән, әйҙә перестройканан һуң ингән һүҙҙәребеҙҙән баш тартып бөтәйек!Ә улар бик күп!--Гүзәл Ситдиҡова (әңгәмә) 12:25, 22 ноябрь 2017 (UTC)[яуап бирергә]

Ҡыҫҡаһы, мин үҙгәрткәндә үк бик уйлап үҙгәрткәйнем, фекеремдә ҡалам. Артабан яҙырға теләгем юҡ. --Гүзәл Ситдиҡова (әңгәмә) 12:25, 22 ноябрь 2017 (UTC)[яуап бирергә]

    • Гүзәл апай, йөмһүриәт тип яҙыр өсөн сығанаҡ кәрәк, әле ул һүҙ бер һүҙлектә лә юҡ, аңлатмалы һүҙлекте ҡарарға кәрәк. Әгәр унда бар икән, һылтанма ҡуйып, яҙырға мөмкин. Ә әлегә бер һылтанмаһыҙ һауа болғайбыҙ. Википедияла төп дәлил - рәсми сығанаҡ. --З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 12:44, 22 ноябрь 2017 (UTC)[яуап бирергә]
    • Бына ошонда тотош һылтанмалары менән һалғанмын, мәҡәлә эшләгәнмен

https://ba.wikipedia.org/wiki/%D0%99%D3%A9%D0%BC%D2%BB%D2%AF%D1%80%D0%B8%D3%99%D1%82. Риза түгелһегеҙ икән, мәҡәләне алып ташлауҙы һорайым. Рәсәй ул субъектты таныһа, яңыны яҙырһығыҙ. --Гүзәл Ситдиҡова (әңгәмә) 12:53, 22 ноябрь 2017 (UTC)[яуап бирергә]

    • Республика - урыҫ һүҙе түгел бит, күпселек башҡа тел бүлектәрендә ҡулланыла, шул иҫәптән төрөк теленә яҡын булған әзербайжан телендәге Википедияла. Йөмһүриәттә - төрөк һүҙе түгел, ә ғәрәп теленән алынған. Икенсенән, беҙ үҙатамаһын былайҙа күрһәтәбеҙ, әммә мәҡәләнең атамаһы башҡорт телендәге абруйлы сығанаҡтар буйынса бирелергә тейеш. Өсөнсөнән, башҡа ҡатнашыусыларҙың фекеренә ҡолаҡ һалыуҙан бер ниндәй зыян булмаҫ - бында бөтәһе лә яҡшылыҡ теләп эш итә. Был мәҡәләнең йөкмәткеһе бик һәйбәт яҙылған, ә бына Йөмһүриәт мәҡәләһенә килгәндә уны буталмаҫ өсөн Республика мәҡәләһе менән берләштерер кәрәктер. Ryanag (әңгәмә) 13:33, 22 ноябрь 2017 (UTC)[яуап бирергә]

"Башҡортостан" гәзитенә[сығанаҡты үҙгәртеү]

Википедияла “Төньяҡ Кипр төрөк йөмһүриәте” тигән мәҡәлә яҙғайным. Төрөктәр Төркиәнән башҡалар танымаған был илде үҙҙәре шулай атай. Админдарыбыҙ “йөмһүриәт” тигән һүҙ юҡ тип, үткәрмәй бер булды. “Республика” тип яҙ, тиҙәр. Оҙаҡ ҡына бәхәсләшергә тура килде. Кипр Республикаһы ла бар бит ул, ул өлөшөндә гректар күберәк. Барыбер “Төньяҡ Кипр төрөк Республикаһы” тип ҡалдырҙылар. . Бәлки кемдер “Башҡортостан” гәзитендә ошо хаҡта фекерен белдерер? Бәлки мин хаҡлы түгелмендер?--Гүзәл Ситдиҡова (әңгәмә) 20:55, 17 март 2018 (UTC) --Гүзәл Ситдиҡова (әңгәмә) 05:15, 19 март 2018 (UTC)[яуап бирергә]

  • Ryanag. Вы настолько авторитарно походите к написанным статьям, что случилось и с моей статьей "Төньяҡ Кипр Төрөк Йөмһүриәте". Хотя можно было просто сделать перенаправление от слова "республика". Из-за вас пропадает всякое желание писать в Вики--Гүзәл Ситдиҡова (әңгәмә) 05:13, 19 март 2018 (UTC)[яуап бирергә]
    • Если никто не против, можно переименовать статью в Төньяҡ Кипр. Как известно на Кипре и в арабских странах йөмһүриәт и республика означает одно и тоже, а в башкирском языке с огромным преимуществом используется слово "республика". К сожалению, пока нет авторитетных источников указывающих что вместо республики нужно писать йөмһүриәт.--Ryanag (әңгәмә) 05:56, 19 март 2018 (UTC)[яуап бирергә]
      • Ryanag Разве то, что Башкортостан в 20-е годы назывался Йөмһүриәт, наши словари - 2-х томник толкового словаря башкирского языка, "Башҡортса-русса һүҙлек" (Москва, 1976 г)- не авторитетные источники?--Гүзәл Ситдиҡова (әңгәмә) 07:34, 19 март 2018 (UTC)[яуап бирергә]
        • Я не говорю что это слово не существует - просто оно практически не употребляется. При том что везде в других статьях везде пишем республика - это может запутать читателя, что его форма правления отличается от республиканской. Поэтому предлагаю переименовать статью в компромиссный и короткий вариант Төньяҡ Кипр. Было очень много вопросов по названию Башҡортостан автономияһы (по-русски ru:Башкурдистан), где также предлагали «Автономиялы Башҡортостан» и арабоязычный вариант «Башҡортостан мөхтәриәте», но скорее всего данная статья должна называться Башҡортостан (1917—1919). Ryanag (әңгәмә) 07:55, 19 март 2018 (UTC)[яуап бирергә]
  • Ryanag Я подготовила статью для газеты "Башҡортостан", пусть там выскажутся филологи, потом посмотрим - менять или не менять--Гүзәл Ситдиҡова (әңгәмә) 09:36, 19 март 2018 (UTC)[яуап бирергә]
  • Поддерживаю решение Ryanag. Слово йөмһүриәт устарело (на что в явном виде указывают и словари), и не несет никакой семантической нагрузки, дополнительной к слову "республика".
  • Есть понятие языковой нормы, и я предлагаю ее уважать, пусть даже кому-то из нас отдельные моменты могут не нравиться.Borovi4ok (әңгәмә) 07:46, 20 март 2018 (UTC)[яуап бирергә]

"Йөмһүриәт" һүҙе - үле тел һүҙеме?[сығанаҡты үҙгәртеү]

Ryanag , Borovi4ok,З. ӘЙЛЕ,Айсар,ZUFAr! "Башҡортостан" гәзите ана баҫып сығарҙы: "Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле" [1] Зөфәр әйтмешләй, Үле тел һүҙе булһа, шундай мәҡәлә донъя күрер инеме? Бына һеҙҙеке һымаҡ мөнәсәбәт телде үлтерә ул! --Guram52 (әңгәмә) 05:42, 21 март 2019 (UTC)[яуап бирергә]

        • Guram52 һеҙгә аңлаттылар бит. Йөмһүрит һүҙе «Башҡортостан» гәзитендә баҫылған мәҡәлә кеүек тарихи текстарҙа ҡулланыла. Ә хәҙерге дәүләт төҙөлөшө өсөн Республика һүҙе ҡулланыла. Әгәр, Йөмһүриәт һүҙе сәйәсәт, мәҙәниәт һәм башҡа һүҙҙәр кеүек хәҙерге сәйәси текстарға инеп китһә Төньяҡ Кипр Төрөк Йөмһүриәте тип төҙәтербеҙ. Республикабыҙҙың исемен дә үҙгәртербеҙ.--ZUFAr (әңгәмә) 06:09, 21 март 2019 (UTC)[яуап бирергә]
  • Мин бит Башҡортостан Республикаһын йөмһүриәт тип яҙайыҡ тимәйем, ә Төрөк Йөмһүриәтенең үҙатамаһын ҡалдырырға кәрәк тип һанайым. Улар ҡуллана бөгөн дә был һүҙҙе һәм ул һүҙ беҙгә аңлашылып тора. Йәғни беҙҙең өсөн генә ул тарихи һүҙ, башҡа төрки халыҡтарҙа телдән төшөп ҡалмаған--Guram52 (әңгәмә) 06:01, 21 март 2019 (UTC)[яуап бирергә]
  • ZUFAr Беҙ башҡортса Төрөк Йөмһүриәте тураһында яҙабыҙ. Был уның үҙатамаһы һәм был һүҙ беҙҙә бар.Булмаһа икенсе эш булыр ине. Унда ла әле Шри Ланка кеүек илдәрҙе үҙатамаһы менән ҡалдырабыҙ. Нишләп Төрөк Йөмһүриәте генә быға лайыҡ түгел булып сыға? Төрөксә тиергә - Джүмһүриәт тип яҙырға өгөтләмәйем бит--Guram52 (әңгәмә) 06:32, 21 март 2019 (UTC)[яуап бирергә]
    • Шри Ланка кеүек илдәрҙе беҙҙең киң мәғлүмәт саралары шулай тип атай, шуға беҙ шулай тип яҙабыҙ. Яңылыш булһа төҙәтәйек. Яңылыҡтарҙа Төрөк Республика урынына Төрөк Йөмһүриәт тип һөйләй башлаһалар төһәтербеҙ. --ZUFAr (әңгәмә) 08:42, 21 март 2019 (UTC)[яуап бирергә]
    • ZUFAr Беҙҙең КМС Төньяҡ Кипр Төрөк Республикаһы тип ул ил тураһында яҙғаны ла юҡ, Кипр Республикаһын бер туҡтауһыҙ яҙһалар ҙа Хаҡҡаниға башкөллө табынып. Былар икеһе ике субъект.Тимәк, Йөмһүриәт тип яҙырға тулы хоҡуҡлыбыҙ.Дәүләт теле статусыбыҙ булған көйө нишләп әле беҙ уның мөмкинлектәрен файҙалана алмайбыҙ? Шуны ғына ла эшләргә хоҡуғыбыҙ юҡмы ни?! --Guram52 (әңгәмә) 10:46, 21 март 2019 (UTC)[яуап бирергә]
      • Зинһар өсөн, яңынан ҡабат-ҡабат ҡабатламаҫ өсөн «википедия вторична» тигәнде уҡып сығығыҙ әле. Республика һүҙе урынына Йөмһүриәт тип сығыш яһағыҙ башта КМС-та, викила төҙәтеү ҡыйын булмаҫ.--ZUFAr (әңгәмә) 11:36, 21 март 2019 (UTC)[яуап бирергә]
  • ZUFAr Бында береһе лә беренсел түгел - Төньяҡ Кипр Төрөк Республикаһы ла, Төньяҡ Кипр Төрөк Йөмһүриәте лә, сөнки уның тураһында яҙғандары юҡ. Улай булғас, русса ҡалдырырғалыр субъект атамаһын --Guram52 (әңгәмә) 13:52, 21 март 2019 (UTC)[яуап бирергә]
  • Төрөктәр республиканы йөмһүриәт тип йөрөтә, ә хәҙерге башҡорт телендә республика - республика. Шулай булғас, Төньяҡ Кипр Төрөк Йөмһүриәте тип яҙыу хәҙерге заман әҙәби башҡорт теленә тап килмәй. Тарихи термин булараҡ, тарих темаһына яҙылған мәҡәләләрҙә Башҡорт йөмһүриәте атамаһы ҡулланыла ла ул, әммә термин хәҙерге телдә юҡ. Дәүләт идараһы формаһын белдергән республика һүҙе төрөктәрҙә Төркиә дәүләтенең атамаһына ла йөмһүриәт тип өҫтәлгән (төрөк Википедияһында «Төркиә» мәҡәләһе «Türkiye ya da resmî adıyla Türkiye Cumhuriyeti» тип башлана). Пакистан да, Иран да - үҙҙәренең телендә йөмһүриәт, әммә башҡортса уларҙы ла республика тип яҙабыҙ. Йөмһүриәт һүҙе - Төньяҡ Кипр Төрөк Республикаһының үҙатамаһы өлөшө түгел, ә дәүләт идараһы формаһын белдергән термин ул. Логиканы һәм әҙәби тел талаптарын һанға һуҡһаҡ, Төньяҡ Кипр Төрөк Республикаһы була. Alfiya55 (әңгәмә) 14:28, 21 март 2019 (UTC)[яуап бирергә]
    • Alfiya55,ZUFAr, иғтибар менән уҡыһағыҙ, мин былай итеп алыуҙы Кипр Республикаһын һәм Төньяҡ Кипр Төрөк Йөмһүриәтен бутамаһындар өсөн шулай алғайным. Кеше уларҙың икеһе ике дәүләт икәнен белмәй, Кипрға барған ти ҙә һөйләй. Хаҡҡани тураһында, мәҫәлән, яҙғанда - Кипр ти ҙә яҙалар. Ә ҡайһы Кипр? Просто беҙ төрлө логикалы кешеләр...

--Guram52 (әңгәмә) 04:11, 13 апрель 2019 (UTC)[яуап бирергә]

2017 йылғы яҙмам

Alfiya55,ZUFArЯңынан аңлатам - башта һеҙ икегеҙ ҙә хатта Кипр Республикаһы менән Төньяҡ Кипр Төрөк Йөмһүриәте - икеһе ике субъект икәнән аңламай ҙа дәғүә белдерә башланығыҙ. Кипр Республикаһы - ул утрауҙағы рәсми танылған дәүләт исеме. Унда грек яғы ла, төрөк яғы ла, хатта инглиздәр биләгән 2 процент ер ҙә инә! Шуға күрә мин уны Республика тип ҡалдырҙым, тәржемә итмәнем. Ҡабатлап әйтәм, мәҡәләлә Кипр Республикаһы менән Төньяҡ Кипр Төрөк Республикаһы тип яҙыу буталсыҡ тыуҙыра. Башҡа уҡыусылар ҙа һеҙҙең кеүек буталып ултырасаҡ --Гүзәл Ситдиҡова (әңгәмә) 10:21, 20 ноябрь 2017 (UTC) ---Guram52 (әңгәмә) 04:13, 13 апрель 2019 (UTC)[яуап бирергә]

Ике субъект атамаһы[сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Мин Йөмһүриәт һүҙен ике субъектты айырымлар, ҡулланышта еңел һәм аңлайышлы булһын өсөн алдым - береһе Кипр Республикаһы, икенсеһе - Кипр Йөмһүриәте. Йөмһүриәт тигәне төрөк яғы икәне аңлашылып тора--Guram52 (әңгәмә) 05:06, 13 апрель 2019 (UTC)[яуап бирергә]
    • Һис юғы Төньяк Кипр Төрөк Республикаһы тигәнгә Кипр Йөмһүриәте тигән йүнәлтмә эшләргә кәрәк, ул ҡулланышта уңайлылыҡ, аңлайышлылыҡ өсөн кәрәк--Guram52 (әңгәмә) 05:31, 13 апрель 2019 (UTC)[яуап бирергә]
      • Цитата - Дәүләт идараһы формаһын белдергән республика һүҙе төрөктәрҙә Төркиә дәүләтенең атамаһына ла йөмһүриәт тип өҫтәлгән (төрөк Википедияһында «Төркиә» мәҡәләһе «Türkiye ya da resmî adıyla Türkiye Cumhuriyeti» тип башлана). Пакистан да, Иран да - үҙҙәренең телендә йөмһүриәт, әммә башҡортса уларҙы ла республика тип яҙабыҙ..

Ә ни өсөн йөмһүриәт тип яҙмаҫҡа тейешбеҙ уларҙы ла? Беҙҙең һүҙлектә булған төшөнсә, аңлайышлы. Республика һүҙе Аллаһы тәғәләнән төшкәнме ни, шулай үҙгәртә алмаҫлыҡ?!--Guram52 (әңгәмә) 10:57, 13 апрель 2019 (UTC)[яуап бирергә]

  • Ике Кипр барлығын әллә ҡасандан беләм дә ул, эш уныһын белеүҙә-белмәүҙә түгел. Эш - терминда. Йә республика тип йөрөтөүҙе дауам итергә, йә Терминология комиссияһынан раҫлатып, закондарҙа ла үҙгәрттереп (республика - закондарға ла ингән юридик термин) йөмһүриәт тип алып китергә тейешбеҙ, сөнки ул көнкүрештә ҡулланыла торған ваҡ-төйәк һүҙ түгел, ә, ҡабатлап әйтәм, ТЕРМИН. Йөмһүриәт термины ҡабул ителһә, Башҡортостан да, Рәсәйҙең башҡа субъекттары ла республика түгел, йөмһүриәт буласаҡ. Терминдың синонимы булмай, ә республика һәм йөмһүриәт - синонимдар. Мин дә республика урынына йөмһүриәтте бик теләп ҡулланыр инем, күңелемдә мин дә йөмһүриәт яҡлы, әммә ҡағиҙәләр ҡаршы. Ҡағиҙәләр үтәр өсөн сығарыла бит, кем нисек теләй шулай үҙгәртә башлаһа, ул ҡағиҙә буламы. Ул хаос була. Alfiya55 (әңгәмә) 15:05, 13 апрель 2019 (UTC)[яуап бирергә]
    • Alfiya55, Айсар Бер законда ла ниндәйҙер илдәрҙе мотлаҡ РЕСПУБЛИКА тип әйтергә тигән закон юҡ, юҡты һөйләмәгеҙ. Терминология комиссияһында ла ундай ҡарар булғаны юҡ. Рәсәй - Республика тигән бар, эйе.Тап Конституцияла шулай яҙылғанлыҡтан, беҙ уны йөмһүриәт тип үҙгәртә алмайбыҙ, хатта башҡа илдәргә ҡарата уны ҡулланырға тигән закон сыҡһа ла (гипотетически). Ил үҙен нисек атай, шулай атарға хаҡыбыҙ бар, әгәр ул һүҙ телебеҙҙә бар икән. Шул уҡ ваҡытта Рәсәй субъекттары Конституцияларын үҙ теленә тәржемә иткәндә Республика һүҙен үҙ телдәрендәгесә алырға хоҡуҡтары бар. Шуға күрә удмурттар үҙ телдәрендә рәсми Удмурт Элькун тип алғандар

Әлбиттә, Рәсәй, славян, англосакс илдәрендә республика һүҙе - урынлы, улар шул терминды ҡуллана ла. Ә төрки, ғәрәп телле илдәрҙә Йөмһүриәт ҡулланыла.--Guram52 (әңгәмә) 18:33, 13 апрель 2019 (UTC)[яуап бирергә]

Бына Конституциянан: БЕРЕНСЕ КИҪӘК

1-се бүлек

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫНЫҢ КОНСТИТУЦИОН ҠОРОЛОШО НИГЕҘҘӘРЕ

1-се статья

Башҡортостан Республикаһы Рәсәй Федерацияһы составында республиканың бөтә күп милләтле халҡы ихтыярын һәм мәнфәғәттәрен сағылдырыусы демократик хоҡуҡи дәүләт булып тора. «Башҡортостан Республикаһы» һәм «Башҡортостан» тигән атамалар тиң мәғәнәле.

Закондар сығарған депутаттар башҡа закон акттарында ла Башҡортостан Республикаһы тип яҙған, һеҙ ҙә депутат булғанда ҡаршы сыҡмағанһығыҙҙыр, ул-был ишетелмәне. Удмурттар РӘСМИ Удмурт Элькун тип алғас, улар рәхәтләнеп шулай тип яҙа, һәм был законлы була. Ә беҙҙә рәсми Башҡортостан йөмһүриәте тип алынмағас, беҙ быны ҡуллана алмайбыҙ. Ҡасан рәсми йөмһүриәт тип алына - шунда ҡуллана алыу ғына түгел, ҡулланырға тейеш булабыҙ. Alfiya55 (әңгәмә) 20:17, 13 апрель 2019 (UTC)[яуап бирергә]

      • Alfiya55, исмаһам, иғтибарлап яуапты уҡып өйрән... Мин ҡайҙа Башҡортостан Йөмһүриәте тиергә саҡырғанмын?!
      • Guram52, беҙҙең өсөн республика - ул Африкала ла республика, Башҡортостан да республика, Төньяҡ Кипр Төрөк Республикаһы ла - республика. Һеҙҙең логика дөрөҫ булһа, төрөктәрҙең дә шуға ғына башы етер ине инде, Төньяҡ Кипрҙы, Төркиәне - йөмһүриәт, Францияны, мәҫәлән, республика тип алыр ине, Башҡортостан үҙен республика тигән, уны ла республика тип яҙайыҡ әле тиер ине. Ә улар Fransız Cumhuriyeti, Başkurdistan Cumhuriyeti тип ала. Сөнки терминдар тураһындағы ҡағиҙәне боҙоуға юл ҡуймай. Беҙ бер осраҡта - республика, шундай уҡ икенсе осраҡта йөмһүриәт тип яҙабыҙ икән, бер төшөнсәгә ике термин бирәбеҙ булып сыға. Бер төшөнсә ике термин менән йөрөмәй. Был - тел законы. Ҡанундары-ҡағиҙәләре эшләнгән бөтә төҙөк телдәрҙә лә шулай. Татар википедияһында минең эшем юҡ, унда, бәлки, тел талаптарын һанға һуҡмаған кешеләр барҙыр. Беҙҙә лә мөмкиндер, мин тыйыу менән шөғөлләнмәйем. Ә бары тик беҙҙең телдә, идара формаһы булараҡ, республика һүҙе ҡулланыла икән, шул уҡ төшөнсәне йөмһүриәт һүҙе менән бирә алмауыбыҙҙы ғына аңлатып маташам. Миңә ҡалһа, яп-ябай. Һеҙҙең Төньяҡ Кипр Төрөк йөмһүриәте тип алырға теләүегеҙҙе аңлайым, тик ни өсөн бының хилафыраҡ булыуын һөйләйем. Төрлө яҡтан ҡарап тылҡыйым, шуға һеҙҙең теманан ситләшеп тә киткән, аңламаған да кеүек күренәмдер шул. Alfiya55 (әңгәмә) 10:08, 14 апрель 2019 (UTC)[яуап бирергә]
      • Alfiya55, Удмурттар ҙа улай булғас төҙөк булмағанса йәшәй икән! Яңынан ҡабатлайым - беҙ ил үҙен нисек атай, шулай алырға хоҡуҡлы! Төркиәлә республика һүҙе - ят термин, беҙҙең өсөн республика ла, йөмһүриәт тә - тәбиғи ерлекле., сөнки икеһе лә телмәребеҙҙә бар. Шуның менән беҙ бай. Татарҙар шул мөмкинлек, байлыҡ менән файҙаланаа ла--Guram52 (әңгәмә) 10:26, 14 апрель 2019 (UTC).[яуап бирергә]
      • Бер төшөнсә ике термин менән йөрөмәй. Был - тел законы - был да уйҙырма! Бер үк төшөнсә әллә күпме термин менән йөрөй ала!Мәҫәлән:Наименования Российская Федерация и Россия равнозначны - РФ Конституцияһынан. Быға әллә күпме миҫал килтерә алам --Guram52 (әңгәмә) 10:32, 14 апрель 2019 (UTC)[яуап бирергә]
      • Рәхәтләнеп бер көлөп алдым да, кисә яҙғанса, булһын һеҙҙеңсә тип ҡабатлайым. Башҡорттоң әйтеме бар бит - "Ауыҙы ҡыйыш булһа ла хан ҡыҙы булһын))) Быны күптән аңланым инде. Бына шундпй мөхәррирҙәр арҡаһында телебеҙ бер заман ярты урыҫҡа әйләнеп, Рауил Үтәбай-Кәримов әйткәнсә, япраҡһыҙ ағасҡа әйләнгәйне лә.--Guram52 (әңгәмә) 10:40, 14 апрель 2019 (UTC)[яуап бирергә]
      • ))), Guram52, мин дә рәхәтләнеп көлөп ултырам, ҡыйыш ауыҙлы булһа ла хан ҡыҙы булдым даһа тип. Ә Наименования Российская Федерация и Россия равнозначны - тигән цитатала атама (наименование) тураһында һүҙ бара, ул термин түгел. Был осраҡта атаманың ике вариантының да законлылығы, ана, закон менән раҫланған. Ә термин: бер төшөнсә = бер һүҙ. Alfiya55 (әңгәмә) 11:05, 14 апрель 2019 (UTC)[яуап бирергә]
      • Alfiya55Йөмһүриәт менән Республика һүҙен закон менән раҫлайһы юҡ, улар икеһе лә закон менән раҫланған һүҙлеккә ингән. Ил атамаһы шулай уҡ термин ул:Первое письменное упоминание термина «Росия» (греч. Ρωσία) датировано серединой X века[2]. --Guram52 (әңгәмә) 11:15, 14 апрель 2019 (UTC)[яуап бирергә]
      • Alfiya55 ...при этом в статье 1 новой редакции Конституции закреплялась юридическая равнозначность наименований «Российская Федерация» и «Россия»[77]. Эта же формулировка вошла в действующую Конституцию Российской Федерации, принятую в 1993 году. Оба термина употребляются в официальных документах, наименованиях министерств и ведомств, международных договорах[3]--Guram52 (әңгәмә) 11:28, 14 апрель 2019 (UTC).[яуап бирергә]
      • Guram52, дәүләт атамалары, предприятиеларҙың атамалары - башҡараҡ осраҡ. Предприятиеларҙың Уставында ла атаманың оҙон һәм ҡыҫҡартылған варианттары бирелә һәм раҫлана. Бушҡа ғына түгел бит инде, икеһе лә законлы тигәнде раҫлап ҡуялар, сөнки текст рәсми булһа ла, атаманы һөйләм һайын тултырып яҙыуҙың уңайһыҙлығы күҙҙә тотола. Термин тиеүҙәре менән дә бәхәсләшмәйем. Нисек кенә булһа ла ул атамалар варианттары менән ҡуша законлы раҫланған. Ә беҙҙең һүҙлектәргә килгәндә инде, дөйөм һүҙлектәргә бөтә һүҙҙәр ҙә инә ул. Ә бына терминологик һүҙлектәргә тик терминдар инә. "Урыҫса-башҡортса ижтимағи-сәйәси терминдар" тигән һүҙлектә "республика республика; суверенная ~ суверенлы республика; демократическая ~ демократик республика" тиелгән, йәғни республика тип раҫланған, башҡа вариант юҡ. Alfiya55 (әңгәмә) 11:52, 14 апрель 2019 (UTC)[яуап бирергә]
Alfiya55 Ул һүҙлек эшләнгәндә, ғөмүмән, бөгөнгө көн реалийҙары иҫәпкә алынманы, сөнки яңыртыуҙар яңы инә башлағайны, уны мин үҙем дә эшләштем бит.
Ә тормош урынында тормай, архаизм тигәндәр яңынан әйләнеп ҡайтып бөтөп бара, шул уҡ сәйәсәт тә, сәнәғәт тә һ.б. Йөмһүриәт атамаһына килгәндә, мин ул мәҡәләне өлөшләтә төрөксәнән тәржемә итеп эшләнем, республика тигәндән тәржемә итмәнем, ә ил исемен төрөксәнән тәржемә итмәй алдым, сөнки йөмһүриәт һүҙе буйынса бәхәс сығыр тип башыма ла килмәне - бала саҡтан яҡшы белгән һүҙ ине бит. Ә бында хатта ундай һүҙ юҡ, үле тел тиеүгә барып еттеләр! Әйттем бит инде - яңылыш булһа ла һеҙҙеңсә булһын. Әлегә...Ваҡыт урынына ҡуя ул--Guram52 (әңгәмә) 14:44, 14 апрель 2019 (UTC)[яуап бирергә]
  • Цитата Рәсәй - Республика тигән бар, эйе.Тап Конституцияла шулай яҙылғанлыҡтан, беҙ уны йөмһүриәт тип үҙгәртә алмайбыҙ, хатта башҡа илдәргә ҡарата уны ҡулланырға тигән закон сыҡһа ла (гипотетически). Ил үҙен нисек атай, шулай атарға хаҡыбыҙ бар, әгәр ул һүҙ телебеҙҙә бар икән. Шул уҡ ваҡытта Рәсәй субъекттары Конституцияларын үҙ теленә тәржемә иткәндә Республика һүҙен үҙ телдәрендәгесә алырға хоҡуҡтары бар. Шуға күрә удмурттар үҙ телдәрендә рәсми Удмурт Элькун тип алғандарЦитата тамам

Мин сит йөмһүриәттәр туарһында һүҙ алып барам! . Эйе, Башҡортостандың Республика тип аталыуы өсөн мин дә тауыш бирҙем, һәм ул закон үтәлергә тейеш! (Башкирия тип ул законды боҙоп атайҙар, әйткәндәй).Һәм был бары Башҡортостандың үҙенең статусына ҡарата ғына ҡабул ителгән ҡанун! Был Конституция башҡа субъекттарға йүнәлтелә алмай! Беҙ башҡа дәүләттәрҙе үҙҙәренсә ЙӨМҺҮРИӘТ тип алыуыбыҙ үҙлегенән беҙҙең закондарҙы юҡҡа сығармай, ул ниндәй әкиәт ул?! Миңә закон өйрәтеп ултырмағыҙ инде! Демагогия менән булашып, мин яҙмағанды яҙҙы тип алдашып. Ҡабатлап әйтәм: Бер законда ла ниндәйҙер илдәрҙе мотлаҡ РЕСПУБЛИКА тип әйтергә тигән пункт юҡ --Guram52 (әңгәмә) 08:24, 14 апрель 2019 (UTC)[яуап бирергә]

  • Әйткәндәй, Төньяк Кипрның Төрек Җөмһүрияте тип алған татарҙар менән беҙ бер федераль ҡануниәт даирәһендә йәшәйбеҙ! Уларға тыйылмаған термин нишләп беҙҙә тыйылырға тейеш?--Guram52 (әңгәмә) 08:56, 14 апрель 2019 (UTC)[яуап бирергә]

Башҡа телдәрҙә атамаһы[сығанаҡты үҙгәртеү]

Һәр ил Википедияһы үҙ теленә ярашлы алған, республика тигәндәре лә, бөтөнләй башҡаса алғандары ла етерлек. Йөмһүриәт һүҙе булған илдәр йөмһүриәт тип алған, хатта татар ҙа[4]--Guram52 (әңгәмә) 19:04, 13 апрель 2019 (UTC)[яуап бирергә]

    • Әлбиттә, һеҙҙең ғәҙәтегеҙ күмәкләп миңә ябырылыу һәм хаҡлы булмаһағыҙ ҙа үҙ вариантығыҙҙы ҡалдырыу - йылдар буйы дауам итә. Тел отһон тип тырышыу түгел был... Ҡалһын һеҙҙеңсә, әммә ваҡыт минең хаҡлылыҡты күрһәтәсәк--Guram52 (әңгәмә) 19:49, 13 апрель 2019 (UTC)[яуап бирергә]

"Башҡортостан" гәзите "Йөмһүриәт" тип баҫып сығарҙы[сығанаҡты үҙгәртеү]

ZUFAr"Башҡортостан" гәзитенең 2019 йылдағы 7 май һанында "Бер Кипр - ике атама" тигән мәҡәлә баҫылып сыҡты. Унда ике атама - Кипр Республикаһы һәм Төньяҡ Кипр Төрөк Йөмһүриәте бирелгән. Тимәк, мәҡәләнең башын "Төньяҡ Кипр Төрөк Йөмһүриәте" тип үҙгәртергә мөмкин, беренсе сығанаҡ абруйлы баҫмала булды--Guram52 (әңгәмә) 01:49, 8 май 2019 (UTC)[яуап бирергә]

  • Guram52, шәп инде - хата фекерҙе яҙып баҫтырырға ла гәзит баҫып сығарҙы, тимәк, дөрөҫ тиергә була икән. Гәзиттә баҫылһа ла, идара итеү формаһы республика булып ҡала, юридик яҡтан бер нимә лә үҙгәрмәй шул. Гәзиттә, бигерәк тә хәҙер, нимә генә сыҡмай. Alfiya55 (әңгәмә) 04:19, 8 май 2019 (UTC)[яуап бирергә]
  • Alfiya55 Идара формаһы республика булыу әле "республика" һүҙе башҡа телдәргә тәржемә ителә алмай тигәнде аңлатмай! Беҙ үҙ илебеҙ тураһында яҙғанда үҙ Конституциябыҙға таянабыҙ, унда ла әле Удмуртия үҙ атамаһын үҙенсә алған. Хата һиндә ул! --Guram52 (әңгәмә) 04:52, 8 май 2019 (UTC)[яуап бирергә]
  • Башта "Башҡортостан Йөмһүриәте тигән һүҙҙе лә күмәкләп инҡар итеп маташтығыҙ, үле тел тип үк ебәрҙегеҙ. Йөмһүриәттең 100 йыллығы тип бөтә сығанаҡтарҙа яҙып сыҡтылар, һөйләнеләр. Һинең логика буйынса, төҙәтеп, Башҡортостан Республикаһы тип һөйләргә тейештәр, сөнки идара итеү формаһы республика булған. Һүҙ бар, башҡорт телендә булған, бар, әле лә ҡулланыла, төрки илдәр һаман уны ҡуллана. Бөтөнләй әлегәсә ҡулланылмаған һүҙ булһа бер хәл!--Guram52 (әңгәмә) 05:08, 8 май 2019 (UTC)[яуап бирергә]
  • Эйе, заманында йөмһүриәт булараҡ төҙөлгән, әммә дәүләт идараһы формаһы артабан йөмһүриәт тип дауам иттерелмәгән, республика тип алып кителгән. Шуға Йөмһүриәттең 100 й. тип тә яҙырға булалыр. Шул уҡ ваҡытта төрлө сығанаҡтар юридик көскә эйә орган түгел, гәзиттәрҙә лә яҙырға була, радио-твнан да һөйләргә була, әммә проблема төптән хәл ителмәй, республика - республика булып ҡала. Республиканы йөмһүриәткә алмаштырыуҙың законлы юлын табып, башҡорт телендәге бөтә закондарҙа "республика" һүҙен "йөмһүриәт" тип алмаштырыу тураһындағы законды сығарып ҡына законлы ҡулланыуға индерергә мөмкиндер. Ул сағында бөтә республикалар йөмһүриәт буласаҡ: Кипр Йөмһүриәте, Төньяҡ Кипр Төрөк Йөмһүриәте, шулай уҡ Башҡортостан Йөмһүриәте, Австрия Йөмһүрәте, Ҡытай Халыҡ Йөмһүриәте һ.б. Ул сағында Башҡортостан гәзитенең башында Гәзитте ойоштороусылар: Башҡортостан Йөмһүриәте Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай, Башҡортостан Йөмһүриәте Хөкүмәте тип балҡып торасаҡ)). Alfiya55 (әңгәмә) 05:39, 8 май 2019 (UTC)[яуап бирергә]
  • Ундай закон сығарыу - абсурд!Һәр ил үҙе атамаһын үҙенсә алырға хоҡуҡлы - демократия тип атала ул!Ҡоллоҡта йәшәмәйҙәр бит! Башҡорт шулай уҡ үҙ тел байлығын ҡулланырға хоҡуҡлы! Улайһа, бөтәбеҙ бер телдә һөйләшеүгә күсәйек! Башҡаса яуап бирмәйем, абсурд фекерҙәргә уҡыуға ғүмеремде былай ҙа күп сарыф иттем. --Guram52 (әңгәмә) 06:04, 8 май 2019 (UTC)[яуап бирергә]
  • "Башҡортостан Йөмһүриәте тигән һүҙҙе инҡар итеп маташманыҡ. Тарихта булған, әммә бөгөнгө әҙәби башҡорт телендә дәүләт ҡоролошо өсөн республика һүҙе ҡулланыла тип ҡабат-ҡабат әйттек. Гәзиттә сыҡҡан мәҡәләнең авторы үҙегеҙ, һәм бына гәзиттә яҙылған, был һүҙ ҡулланыла тип тип бутарға тырышаһығыҙ.Ошо мәҡәләнән башҡа башҡорт телендә ҡайһы урында хәҙерге дәүләт ҡоролошо йөмһүриәт тип атала? Артабан Ҡытай Йөмһүриәте, Конго Йөмһүриәте, Словения Йөмһүриәте тип гәзиткә яҙығыҙ. Мәҙәниәт, сәйәсәт һүҙҙәре кеүек әйләнешкә инеп китһә — викила төҙәтербеҙ! --ZUFAr (әңгәмә) 18:27, 8 май 2019 (UTC)[яуап бирергә]
  • Дөрөҫөн әйтһәм тағы ҡаты була инде. Ике Кипрҙы айырыу өсөн береһен республика, икенсеһен йөмһүриәт тип алырға кәрәк тип бутарға тырышаһығыҙ. Мәҡәләнең тарихында күренеүенсә [5], ике дәүләтте лә йөмһүриәт тип яҙа башланығыҙ, ул һүҙ ҡулланылмай тигәс, береһен генә йөмһүриәт тип алырға ти башланығыҙ.--ZUFAr (әңгәмә) 18:46, 8 май 2019 (UTC)[яуап бирергә]
  • Бында шуны әйтеп үтер кәрәк: «республика» ул урыҫ һүҙе түгел, «йөмһүриәт» тә — төрөк йәки төрки һүҙе түгел, шунлыҡтан бында урыҫлаштырыу йәки төрөкләштереү тип әйтеү урынһыҙ булыр. Әлегә республика урынына йөмһүриәт тип мәҡәлә исемен үҙгәртеү өсөн төплө нигеҙҙәр юҡ, әммә мәҡәләне Төньяҡ Кипр тип — иң ҡыҫҡа варианты буйынса атарға мөмкин (мәҡәлә тексында башҡа варианттары ҡулланыла). Татар Википедияһына килгәндә - ундағы ҡайһы бер мәҡәлә атамалары татар әҙәби теле нормаларына ла тура килмәй, шунлыҡтан уны өлгө итеп алып булмай, ә бюрократтары туғандаш башҡорт халҡын мыҫҡыллап милли-шовинистик рухта яҙырға күнеккән. Билдәле булыуынса, бындай хәл Чечен Википедияһында ла күҙәтелгән, әммә стюардтарға күп ялыуҙарҙан һуң уның эшмәкәрлеге ваҡытлыса туҡтатылған, милли-шовинистик йөкмәткеле мәҡәләләре юйылған.--Ryanag (әңгәмә) 21:33, 8 май 2019 (UTC)[яуап бирергә]