Фекерләшеү:Ҡырмыҫҡалы районы

Башҡа телдәрҙә был бит юҡ
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Ҡырмыҫҡалай уңған кешеләр төйәге


Бөгөн Өфөнөң «Юбилейный» мәҙәниәт һарайында Ҡырмыҫҡалы районынан сыҡҡан яҡташтарҙың осрашыуы үтә

  • • Ҡырмыҫҡалы районы 1930 йылда ойошторола. Ул республикабыҙҙың үҙәк өлөшөндә урынлашҡан, Архангел, Ғафури, Иглин, Ауырғазы, Дәүләкән, Шишмә һәм Өфө райондары менән сиктәш. Райондың дөйөм майҙаны – 175 мең гектар. Уның составына 18 ауыл биләмәһе, 122 ауыл инә, уларҙа 54 мең кеше иҫәпләнә. 20-нән ашыу милләт вәкилдәре дуҫ һәм татыу йәшәй.
  • • Бында 17 ауыл хужалығы предприятиеһы, 115 крәҫтиән (фермер) хужалығы уңышлы эшләй.
  • • «Ҡарлыман шәкәре», Ҡарлыман спирт заводы, Ҡарлыман элеваторы, ҡатнаш аҙыҡ заводы, аҙыҡ-түлек комбинаты, Ҡабаҡ кирбес заводы һәм башҡа эре сәнәғәт предприятиелары бар.
  • • 68 дөйөм белем биреү мәктәбе эшләй. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә үҙәк дауахана, 4 участка дауаханаһы, 1 табиплыҡ амбулатория, 45 фельдшер-акушерлыҡ пункты инә.
  • • Спорт һөйөүселәр мәнфәғәтенә төрлө тәғәйенләнештәге 120-нән ашыу спорт ҡоролмаһы, шул иҫәптән заманса физкультура-һауыҡтырыу комплексы бар.
  • • Район мәҙәниәт һарайы, 22 ауыл мәҙәниәт йорто, 19 клуб, 37 китапхана, 4 филиалы булған музыка мәктәбе, 3 музей эшләй.
  • • «Мәғариф» милли проектын бойомға ашырыу сиктәрендә 17 кабинет, 3 мультимедиа ҡорамалы, 3 компьютер, 1 интерактив экран һәм 5 мәктәп автобусы алынды.
  • • «Сәләмәтлек» өҫтөнлөклө милли проекты сиктәрендә 4 млн һумлыҡ медицина ҡорамалдары һатып алынды.
  • • Уҙған йылда районда 705 бала тыуҙы, 452 никах теркәлде, 99 юбиляр ғаилә байрамы билдәләнде.


Башҡорттар китте һуғышҡа,
Оҙатып ҡалды киң Урал.
Ат уйнатып алдан бара
Шайморатов генерал!..

Был йырҙы инде нисә быуын балалары үҙ итеп, йырлап үҫте икән? Эйе, дошманға ҡаршы 112-се Башҡорт атлы дивизияһын күтәреп, тиңһеҙ батырлыҡ өлгөһө күрһәткән генерал Миңлеғәле Шайморатовтың даны алыҫтарға таралды. Ә ул, ябай ауыл егете, ауыр балалыҡ йылдарын Биштәкә (хәҙер Шайморатов) ауылында үткәреп, белем алыу, ҙур кеше булыу теләге менән ауылдан сығып китеп, батраклыҡта эшләй, һуңынан граждандар һуғышында ҡатнаша, аҙаҡ хәрби һөнәрен үҙләштереү маҡсатында Ҡаҙан, Тамбов, Мәскәү ҡалаларында уҡый. Данлыҡлы командирҙың тормош юлы һәм хәрби батырлығы хаҡында районда белмәгән кеше юҡтыр. Сөнки был турала уның тыуған ауылында урынлашҡан музей экспонаттары ла асыҡ һөйләй!
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Ҡырмыҫҡалы районынан 12 мең кеше фронтҡа китә. Уларҙы күбеһе тыуған илебеҙҙең азатлығы өсөн барған аяуһыҙ алыштарҙа һәләк булып, яу яланында ятып ҡала, ни бары өстән бер өлөшөнә генә үҙ йорттарына әйләнеп ҡайтырға насип була. Үҙҙәре ҡайтмаһа ла, дандары әйләнеп ҡайта яҡташтарыбыҙҙың. Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған Алексей Калганов, Иван Полунин, Иван Грачев, Григорий Васильев, Федор Никифоров, Дан орденының тулы кавалеры Мостафа Ғәзизов һәм башҡа бик күп яугирҙарҙың исеме бөгөнгө һәм киләсәк быуындар өсөн Ватанға тоғро хеҙмәт итеү һәм ҡаһарманлыҡ өлгөһө булып тора.
Яуҙа ғына түгел, тыныс хеҙмәттә лә фиҙакәрлек күрһәтә ҡырмыҫҡалылар. Республикала сөгөлдөр үҫтереүсе ҡатын-ҡыҙҙар араһында иң беренсе булып Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә лайыҡ булған Банат Батырованы ғына алайыҡ. Әлеге көндә ауыл хужалығында иң отошло йүнәлештәрҙең береһе – сөгөлдөр үҫтереүгә нигеҙ һалған кеше ул Банат апай. 1932 йылда Мәскәүҙәге Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙ-мәһенән алып ҡайтҡан 2 килограмм орлоҡто «Иҙел» хужалығының Үтәгән ауылы ситендәге 0,25 гектар ергә сәсеүҙән башланған был культура әле меңдәрсә гектарҙа үҫтерелә һәм миллионлаған һум табыш килтерә.
Уның уңышын ҡеүәтләп, юғары уңыштарға өлгәшкән тағы ике сөгөлдөр үҫтереү оҫтаһы – Раил Камалов һәм Фәрит Садиҡов та Герой исеменә лайыҡ булды. Улар икеһе лә заманында Фрунзе исемендәге колхоз баҫыуҙарында эшләне һәм тыуған төйәктәренең данын районға ғына түгел, бөтә республикаға һәм илгә танытты. Бөгөн өлкән быуындың изге йолалары районда лайыҡлы дауам ителә. Был турала йыл һөҙөмтәләре һәм төрлө өлкәләрҙәге өлгәшелгән күрһәткестәр асыҡ һөйләй.
Былтыр районда иҡтисади эшмәкәрлектең бөтә өлкәләре буйынса 1 млрд 136 мең һумлыҡ продукция етештерелде, эш башҡарылды һәм хеҙмәт күрһәтелде. Ғәмәлдәге хаҡтарҙа иҫәпләгәндә, үҫеш темпы 133,9 процент тәшкил итә. Ауыл хужалығында йыл һөҙөмтәләре шаҡтай яҡшы. 2 млрд 231 млн һумлыҡ тулайым продукция етештерелде, был, уҙған йыл менән сағыштырғанда, 110 процент тәшкил итә. 187 мең тоннаға яҡын шәкәр сөгөлдөрө үҫтереп алынды, 155 мең тонна сеймал һатылды. Район был ҡиммәтле һәм отошло техник культураның күләме һәм уны эшкәртеүгә тапшырыу буйынса республикала алдынғы урындарҙы биләй. Бөртөклө культураларҙан да мул уңыш үҫтерелде. Гектар ҡеүәте уртаса 31,9 центнер тәшкил итә, ә ҡайһы бер хужалыҡтарҙа ул 39,7 – 39,1 центнерға етте. Район буйынса барлығы 116 мең тонна иген йыйып алынды.
Малсылыҡта ла ыңғай үҙгәрештәр байтаҡ. «Агросәнәғәт комплексын үҫтереү» өҫтөнлөклө милли проектын бойомға ашырыу сиктәрендә «Артемида», «Алатау» хужалыҡтарында 1000 һәм 1800 баш малға иҫәпләнгән мега-фермалар төҙөлә, «Шайморатов» йәмғиәтенең Варшавка ауылындағы элекке ферма бинаһы заманса реконструкцияланды. «Надежда» йәмғиәтенең элекке сусҡасылыҡ комплексы һыйыр малы аҫырау өсөн үҙгәртелә.
Һуңғы йылдарҙа ауыл халҡының тормош рәүешенең яҡшы яҡҡа үҙгәреүе бер кемгә лә сер түгел. Районда торлаҡ төҙөү киң ҡолас ала. Шәхси төҙөлөш өсөн ер биләмәләре алыуға 1,5 мең ғариза теркәлгән, бөгөн 1,3 мең шәхси йорт төҙөлә. Йылдан-йыл яңы төҙөлөш майҙандары киңәйә, заманса архитектуралы һәм биҙәлешле йорттар ҡалҡып сыға. Айырыуса район үҙәге көндән-көн үҫә, күркәмләнә. Әйткәндәй, быйыл ул үҙенең 250 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк.
Уҙған йылда район буйынса 23,6 мең кв. метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылһа, шуның күп өлөшө Ҡырмыҫҡалы ауылына тура килә. Район үҙәгендә «2010 йылға тиклем ауылдың социаль үҫеше» маҡсатлы программаһы буйынса бер фатирлы 15 йортто төҙөү дауам итә. Ғөмүмән, федераль һәм республика маҡсатлы программаларында тиҫтәләгән ғаилә ҡатнаша. Уҙған юбилей йылында физкультура-һауыҡтырыу комплексы файҙаланыуға тапшырылды. Ҡышын яҡтыртылған саңғы трассаһы, хоккей майҙансыҡтары булдырылды. Әлеге ваҡытта нәшриәт йорто, бассейн, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары түгеү полигоны төҙөүгә проект-смета документациялары әҙерләнә, урамдарҙағы газ һәм һыу торбаларын яңыртыу, газ ҡаҙанлығы һәм йылылыҡ селтәрҙәрен үҙгәртеп ҡороу ниәтләнә. Ҡыҫҡаһы, район үҙәгенең 250 йыллығын лайыҡлы билдәләү өсөн күп эшләнә.
Һуңғы йылдарҙа «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» һәм Шәжәрә байрамдарын үткәреү матур йолаға әүерелде. Былтыр улар райондың 23 ауылында гөрләп уҙҙы. Был саралар осрашыу һәм күңел асыу өсөн генә түгел, ә быуындарҙың рухи бәйләнешен кәүҙәләндереү, үҙ тамырҙарыңды белеү, өйрәнеү һәм үҙ ырыуыңдың шәжәрәһен төҙөү йәһәтенән дә фәһемле булды. Ауылдарҙа был байрамға әҙерлектең социаль объекттарҙы, йорттарҙы, урамдарҙы һәм юлдарҙы төҙәтеү һәм төҙөкләндереү менән бәйле булыуы ҡыуаныслы. Уларҙа төрлө өлкәләрҙә фиҙакәр хеҙмәте менән ҙур уңыштарға өлгәшкән һәм тыуған ауылдарын, районын данлаған яҡташтарҙың ҡатнашыуы тағы бер мәртәбә өҫтәне.
Күптән түгел муниципаль район советы депутаттары алдында отчет телмәре менән сығыш яһаған район хакимиәте башлығы Ирек Барый улы Сафин билдәләүенсә, өлгәшелгән уңыштар менән тынысланмайынса, район хеҙмәтсәндәре алдында торған ғәйәт ҙур бурыстарҙы хәл итеү буйынса эш киләсәктә лә маҡсатҡа йүнәлешле дауам итәсәк. Бының өсөн теләк тә, мөмкинлектәр ҙә етерлек. Әйткәндәй, баҫыу батырҙары менән генә дан тотмай был төбәк. Хәҙерге Ибраһим ауылының элек Йомран тип йөрөтөлөүе үҙе үк тарихи ҡомартҡыларға ишара: беҙҙе, Йомран иле, тиҙәр.
Эйе, һүҙ халҡыбыҙҙың күренекле йәмәғәт эшмәкәре, шағир, ғалим һәм мәғрифәтсе Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев хаҡында. Ҙур аҡыл эйәһе булараҡ, ул үҙенең бөтә ғүмерен тыуған халҡының аң-белемле, бәхетле һәм мәҙәниәтле булыуы өсөн көрәшеп үткәрә. Әйткәндәй, бер нисә йыл элек районда Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев исемендәге премия булдырылды һәм ул фән, әҙәбиәт, мәҙәниәт өлкәһендә юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкән яҡташтарыбыҙға тапшырыла.
Районыбыҙ, республикабыҙ һәм илебеҙ тарихында яҡты эҙ ҡалдырған шәхестәр күп беҙҙә. Фольклорсы, мордва халҡының яҙыуын булдырыусы һәм «Әлифба»һын төҙөүсе Авксентий Юртов, Салауат Юлаевтың тоғро дуҫы һәм көрәштәше Ҡәнзәфәр Усаев, күренекле революционер һәм сәйәси эшмәкәр Мирсәйет Солтанғәлиев Һәр береһенең исемен йөрөткән музейҙарҙа улар хаҡында бик күп экспонат һәм мәғлүмәт тупланған. Уларҙың заманына күрә белемле, зирәк шәхес булыуҙарын, үҙ халҡының киләсәген хәстәрләп йәшәүҙәрен белеү ҙә күңелгә ғорурлыҡ тойғоһо өҫтәй.
Әйткәндәй, бер нисә йыл элек Ҡарлыман ауылында тағы бер музей асылды. Был изге эш яҡташыбыҙ, фронтовик-шағир Шәриф Бикҡол иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында башҡарылды. Унда урындағы халыҡ һәм мәктәп уҡыусылары, күрше-тирә ауылдарҙан ғына түгел, Өфөнән дә ҡунаҡтар йыш килеп тора, дәһшәтле һуғыш юлдары үткән әҙиптең әҙәби мираҫын өйрәнеүгә һәм пропагандалауға тос өлөш индерәләр.
Әйткәндәй, Ҡырмыҫҡалыны юҡҡа ғына яҙыусылар һәм шағирҙар төбәге тип йөрөтмәйҙәр. Башҡорт дәүләт университеты профессорҙары, ғалимдар һәм яҙыусылар Ғайса Хөсәйенов, Роберт Байымов, Тимерғәле Килмөхәмәтов, тарихсы Нәзир Ҡолбахтин, билдәле журналист һәм шағирҙар Рәсих Ханнанов, Ирек Кинйәбулатов, Барый Ноғоманов, шағирә Дилә Булгакова, яҙыусы Рәшит Низамов, оло ихтирамға лайыҡ, арабыҙҙан иртә киткән Фәрит Иҫәнғолов, бик күп популяр йырҙар авторы Рәмил Сурағолов, журналист Рәлис Ураҙғолов, Иван Тарасов, Баян Ҡотлоев, Хәмит Сәмихов һәм башҡа бик күп әҙиптәр тыуған ерҙәренән илһам алып, дәртләнеп ижад итә.
Ҡырмыҫҡалы менән бик күп сәхнә оҫталарының исемдәре лә бәйле. Әйтәйек, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, опера йырсылары Йәмил Әбделмәнов, Башҡортостандың халыҡ артисы Нәзир Әбдиев, Башҡортостандың халыҡ артисы, бейеүсе Фәниә Амантаева, Башҡортостандың халыҡ артисы Флүрә Ноғоманова, оҙаҡ йылдар Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрында эшләгән һәм сағыу образдар тыуҙырған Кәшәф Нәзиров (мәрхүм), Әхәт Хөсәйенов, ошо уҡ театрҙың әҙәбиәт бүлеген етәкләгән Әминә Аралбаева һәм башҡалар сәнғәт көмбәҙендә балҡып янған йондоҙҙарға тиң. Улар араһында яңы ғына ҡабынып, сағыу һәләте менән Башҡортостандың ғына түгел, Рәсәй һәм Италия тамашасыһының да һөйөүен яулаған Рәфис Хөснөтдиновтың исемен телгә алмау мөмкин түгел.
Яҡташтарыбыҙ араһында яҙмышын фән өлкәһенә бағышлап, үҙҙәренең ғилми эштәрен уны алға әйҙәү, төрлө өлкәләрҙә асыштар яһауға ҙур өлөш индергән ғалимдарҙың күплеге лә беҙҙең төбәктең шәхестәргә ни тиклем бай булыуы хаҡында һөйләй. Өфө дәүләт нефть техник университеты профессоры Ринат Әбдиев, нефть сығарыу өлкәһендә оҙаҡ йылдар эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Фәнис Исхаҡов, БР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы Әхмәт Баҡыев, Өфө дәүләт авиация техник университетынан Риф Шайбәков, Ханбал Ғүмәров, медицина өлкәһендә ҡатын-ҡыҙҙарҙан тәүге профессор Әминә Мифтахова, йәш ғалим Рәмил Ишбулдин, тарих фәндәре кандидаты Эльмира Исламғолова, филология өлкәһендә эшләүсе Эльвира Сәлихова, Фәнзил Санъяров, Башҡорт дәүләт аграр университетынан Дамир Исламғолов, Эльза Исмәғилева, химия фәндәре докторы Нәфисә Яхина, химия фәндәре кандидаты Флүрә Латипова, БР Юғары суды ағзалары Николай Шапошников, Мәхмүт Мостаев, Флизә Ғәббәсовалар менән яҡташтары хаҡлы рәүештә ғорурлана.
Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙ араһында БР Хөкүмәтенең Мәҙәниәт, спорт, киң мәғлүмәт саралары, йәштәр һәм милли сәйәсәт бүлегенең баш белгесе Рәйлә Вәхитова, Иҫәп һәм күсемһеҙ милек дәүләт унитар предприятиеһының Башҡортостан идаралығының генераль директоры Рәмзил Хажиев, төҙөлөш ойошмалары етәкселәре Фәнил Әхтәмов, Миҙхәт Сөләймәнов, Александр Калганов, Өфө ҡалаһының баш архитекторы Рәмзит Масҡолов, эске эштәр органдарында эшләгән һәм хәрби һөнәрен һайлаған башҡа бик күптәр бар. Улар тыуған яғы менән бәйләнеште өҙмәйенсә, әленән-әле ҡайтып, яҡташтарының уңыштарына ҡыуанып, хәл-әхүәлдәрен белешеп, проблемалары менән ҡыҙыҡһынып, ярҙам ҡулы һуҙып тора. Ә инде Өфө ҡалаһында йәшәүсе яҡташтар ҡоро рәйесе, БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ етәксеһе урынбаҫары Фәнил Ҡоҙаҡаев, араларҙы яҡынайтып, тоташтырыусы «сылбыр» ролен үтәй, тиһәң дә була. Изге эштең башланғысында тора Фәнил Шәмсетдин улы: үҙе тыуып үҫкән боронғо башҡорт ауылы – Малай урта мәктәбенең иң яҡшы һәм әүҙем уҡыусылары өсөн үҙенең стипендияһын булдырып, нисә йыл дауамында уларҙы яңы үрҙәргә дәртләндерә. Бына шулай данлы эштәре менән тыуған яғын данлап йәшәй минең яҡташтарым. Ҡырмыҫҡалай, билде биштән быуып эшләй ҙә, гөрләтеп, күңелле итеп ял да итә белә улар. Ышанмаһағыҙ, килегеҙ һәм үҙ күҙҙәрегеҙ менән күрегеҙ.
Ҡырмыҫҡалылар бөгөн Өфөнөң «Юбилейный» мәҙәниәт һарайында үҙҙәренең ҡорон үткәрә.
Эльза САТТАРОВА.

«Йәшлек» 21.02.08

Мәкәлә тағы бер Социалистик Хеҙмәт Геройы тураһында әйтмәй - Сәбирҗән Ҡунаҡбаев - Олыҡол ауылынан. --Rad8 14:55, 25 Март (Буранай) 2008 (UTC)