Феодосий Чернигов йорто

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Феодосий Чернигов йорто
укр. Будинок Феодосія Чернігівського
Рәсем
Дәүләт  Украина
Административ-территориаль берәмек Чернигов ҡалаһы
В память о Феодосий Черниговский[d]
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән ағас

Феодосий Чернигов йорто (укр. Будинок Феодосія Чернігівского) — Черниговта Елецк монастыры биләмәһендәге 1688 йылда төҙөлгән ағас бина. Башта унда архимандрит Углицкий Феодосий йәшәгән. Һул яр буйы Украинаның ағас торлаҡ архитектураһы ҡомартҡыһы.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1688 йылда төҙөлгән, быны түшәмде тотоп торған урҙалағы яҙыу раҫлай[1][2]. XVII быуаттың 80-се йылдар аҙағында — 90-сы йылдар башында йортта Елецк монастыры архимандриты Феодосий йәшәгән, ул 1693 йылда Черниговтың архиепискобы була. 1811 йылда сиркәү башлығының таш йортон төҙөгәндән һуң монастырь наместниктарының резиденцияһы булып хеҙмәт итә. 1892 йылдан йортта икона яҙыу сәнғәте мәктәбе эшләй. XVIIIXX быуаттар дауамында бер нисә тапҡыр үҙгәртеп ҡороуҙарға дусар була, һөҙөмтәлә эске өлөшө яңынан ҡорола һәм өҫтәмә төкәтмә барлыҡҡа килә[2].

Феодосий Черниговтың йорто беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланған Һул яр буйы Украинаның иң боронғо ағас биналарының береһе була[2]. Башҡа ҡоролмаларҙан алыҫ урынлашыуы һым даими монахтар күҙәтеүе аҫтында булыуы уға янғындарҙан һаҡланып ҡалыуына булышлыҡ итә[1].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Леп’явко, С. (укр.)баш. Чернігів. Історія міста. — К: Темпора, 2012. — 432 с. — ISBN 978-617-569-011-6.
  • Чернігівщина. Енциклопедичний довідник / За редакцією А. В. Кудрицького. — К: «Українська радянська енциклопедія» імені М. П. Бажана, 1990. — 1008 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-88500-011-5.