Фердинанд I (Австрия императоры)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Фердинанд I
Ferdinand I.
Фердинанд I
Флаг
Австрия императоры,
Венгрия короле,
Богемия короле,
Хорватия һәм Славония,
Галиция һәм Лодомерия
Флаг
2 март, 1835 — 2 декабрь, 1848
Алдан килеүсе: Франц I
Дауамсы: Франц Иосиф I
 
Вероисповедание: Католик сиркәүе
Рождение: 19 апрель 1793({{padleft:1793|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})
Вена
Смерть: 29 июнь 1875({{padleft:1875|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (82 йәш)
Прага
Место погребения: Император төрбәһе
Род: Габсбургтар (Габсбургтар-Лотарингтар династияһы)
Отец: Франц I
Мать: Мария-Терезия Бурбон-Сицилийская
Супруга: Мария Анна Савойская

Фердинанд I ( немFerdinand I.), (19 апрель, 179329 июнь, 1875),   1835 йылдың  2 мартынан алып  1848 йылдың 2 декабренә тиклем — Австрия императоры , Венгрия  һәм Чехия короле  (шул уҡ йылдарҙа Фердинанд V исеме аҫтында). Төрлө ауырыуҙар менән ыҙалаған  император дәүләт таланттарына  эйә булмай һәм үҙ теләге менән хакимлыҡтан баш тарта.   Чехияла популярлы була, ғүмеренең һуңғы  йылдарын шунда  үткәрә һәм "Фердинанд Мәрхәмәтле"  (чех. Ferdinand Dobrotivý) тигән ҡушамат ала.

Батшалыҡ итеү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

 Император Фердинанд I портреты менән 1842 йылдың Австрия талеры

Император Франц I өлкән улы; 1835 йылда атаһының вафатынан һуң тәхеткә ултырҙы. Насар һаулығы менән айырыла, эпилепсия һәм гидроцефалия менән ыҙалай. Фердинанд тураһында һау булмаған, хатта  аҡылға зәғиф кеше һымаҡ күҙаллау  бигүк ғәҙел түгел.  Көнөнә егерме тапҡырға тиклем көҙән тотоуы сәбәпле ул ғүмеренең күпселек өлөшөн  официаль сараларҙа ҡатнашмаған, әммә был хәл уға биш телде белергә, фортепьянола уйнарға  өйрәнергә, эҙмә - эҙлекле һәм аныҡлы итеп көндәлек һәм хатлашыуҙы алып барырға ҡамасауламаған. Шул уҡ ваҡытта ауырыуҙар  ысынбарлыҡта дәүләт менән һөҙөмтәле  идара итеүҙә кәртә була, сөнки император бер нисек тә кеше күп йыйылған тантаналарҙа була алмай.1832 йылда уны үлтерергә маташыуҙан һуң Фердинанд ныҡ тетрәнеү кисерә һәм, артабан  ботаника менән шөғөлләнеп,  үҙ эсенә йомола.

Сәйәси яҡтан уның идаралығы бер нисек тә атаһының ҡаты хакимлығынан айырылмай, сөнки Меттерних ғәмәлдәрендә тағы ла ҙурыраҡ иреклек алып, элеккесә империяның барлыҡ эштәре менән етәкселек итә. Фердинанд характеры буйынса йомшаҡ, мәрхәмәтле, тыныс холоҡло кеше  була, әммә аҡыл яғынан теүәл булһа ла, сиктән тыш һүлпән һәм баҙнатһыҙ булып ҡала,  абсолют монарх булараҡ эште алып барыр өсөн  ихтыяр көсө етешмәй. Ул эш менән булышырға ҡыйынһына, улар менән бөтөнләй ҡыҙыҡһынмай һәм аңламай, шул уҡ ваҡытта ул бик йәнле итеп фән һәм техника менән ҡыҙыҡһына, тимер юлдарын төҙөүҙә булышлыҡ итә. Меттерних, Коловрат һәм эрцгерцог Людвиг империя менән идара итеү өсөн үҙенә күрә регентлыҡ ойошторалар, Фердинанд уға бирелгән ҡағыҙҙарға  ҡул ғына ҡуя. Фердинандтың аҡылы һайлығын иҫбат итеүсе тарихи анекдот һаҡланып ҡалған. Йәнәһе, ғүмерендә бер тапҡыр ғына аныҡ рәүештә, уның ашнаҡсыһы был сезонда  абрикос булмауы сәбәпле абрикостан ыумас әҙерләй алмауы тураһында әйткәс, Фердинанд указ биргән: "Мин император һәм мин ыумас теләйем!".

Үҙенең шәхси үҙенсәлектәрен Фердинанд Ломбардияла хөкөм  һәм тикшереү аҫтында булған сәйәси енәйәтселәрҙең дөйөм амнистияһында (1838 йыл) һәм бер нисә икенсе эштәр буйынса  амнистияларҙа күрһәтә; унан алдағыларҙыҡы  һымаҡ сәйәси арестанттарға ҡатылыҡтың  Фердинандта эҙе лә булмай. 

рустарҙың  старообрядлы бер өлөшө Фердинанд I игелек күрһәтеүсе тип хөрмәтләйҙәр.  1846 йылда улт Австрия территорияһындағы  Белая Криница ауылында  (хәҙерге Черновицкая өлкәһе , Украина) старообрядсыларҙың  архиерей кафедраһын ойоштора, ошо кафедраға старообрядлыҡҡа күүскән грек митрополиты Амвросий үрләтелә. Был акт менән старообрядлыҡтахәҙерге көнгә тиклем булған өс чинлы иерархия (епископ - священник - диакон) тергеҙелә.

 1848 революцияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1848 йылдың март көндәре уны Инсбрукка  китергә мәжбүр иттеләр. Европа монархтары араһынан тик Фердинанд менән генә 1848 йылдағы еңеү алып килгән революция тиҙ килешә, уға ҡаршы бер ниндәй ҙә дәғүәләр табылмай. 1848 йылдың көҙ башында ул Венаға ҡайта, әммә октябрь айындағы баш күтәреүенә бәйле венгрҙар ихтилалының тиҙ уңыштары уны бик тиҙ йонсота.1848 йылдың  аҙаҡҡы айҙарында бөтә Европала тиерлек өҫтөнлөк алған реакция уны тынысландырманы. 1848 йылдың 2 декабрендә ул түҙенең туғаны Франц Иосиф I файҙаһына тәхеттән (Ольмюцта) баш тарта. 

Фердинандтың үҙаллылығы булмауы һәм ваҡыттың  талаптарын аңламауы шул тиклем көслө була, хатта ул март революцияһына  тиклем, уға финанстар менән эштәрҙең мөшкөл икәнен еткергәс, ул:"Ярай, миңә һәм Меттернихҡа етер әле!" тигән. Меттернихһың Австрияны ул күҙ алдына ла килтерә алмаған, күрәһең, шуның өсөн дә Меттернихты ҡолатҡандан һуң уның идаралығы бөтөнләй эҙмә -эҙлекһеҙ тайпылыуҙарға әүерелә һәм тәхеттән баш тартыу менән тамамлана. Баш тартҡандан һуң ул үҙенең Чехиялағы поместьеһында һәм Прагала йәшәй. Бында ул электән үҙенә тартҡан  ауыл хужалығы менән булыша.

Титулы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фердинанд алдағы титулды  ҡулланған:

Беҙ, Фердинанд I, Аллаһы Тәғәлә мәрхәмәте менән Австрия императоры, Иерусалим короле, Венгрия, Богемия, Далмация, Хорватия, Словения, Галиция һәм Лодомерия; Австрия эрцгерцогы, Лотарингия, Зальцбург, Вюрцбург, Франкон, Штирия, Каринтия һәм Карниола герцогы; Краковтың бөйөк герцогы, Трансильванияның бөйөк кенәзе, Моравия маркграфы, Сандомир, Мазовецк, Люблин, Үрге һәм Түбәнге Силезия, Аушвиц һәм Затор, Тешен һәм Триули герцогы;Берхтесгаден һәм Мергентейм кенәзе; Габсбург, Горица, Градишка һәм Тироль графы; Һәм Үрге һәм Түбәнге Лузация һәм Истрия маркграфы.

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1835 йылдың 28 февралендә  Андрей Первозванный ордены менән наградлана[1].

Хәрби званиеһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Австрия  фельдмаршалы (18 сентябрь, 1830 йыл)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Карабанов П. Ф. Списки замечательных лиц русских / [Доп.: П. В. Долгоруков]. — М.: Унив. тип., 1860. — 112 с. — (Из 1-й кн. «Чтений в О-ве истории и древностей рос. при Моск. ун-те. 1860»)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Алдан килеүсе:
Франц II
Австрия императоры,
Венгрия короле
( Фердинанд V булараҡ),
Богемия короле
( Фердинанд V булараҡ )

18351848
Imperial Standard of Austria (1828-Late 19th Century).svg
Һуңынан килеүсе:
Франц Иосиф I