Эстәлеккә күсергә

Фере Владимир Георгиевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Фере Владимир Георгиевич
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 20 май 1902({{padleft:1902|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})
Тыуған урыны Камышин, Һарытау губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 2 сентябрь 1971({{padleft:1971|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (69 йәш) или 9 февраль 1971({{padleft:1971|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})[2] (68 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Ерләнгән урыны Введенское зыяраты[d]
Һөнәр төрө композитор, музыка педагогы, музыкальный критик
Эшмәкәрлек төрө музыкальная критика[d][3], музыкаль белем[d][3], сочинение музыки[d][3] һәм музыкальная композиция[d][3]
Эш урыны П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы
Уҡыу йорто П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы
Әүҙемлек урыны СССР[3]
Ойошма ағзаһы СССР Композиторҙар союзы[d]
Жанр Опера
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре «Почёт Билдәһе» ордены

Фере Владимир Георгиевич (7 [20] май 1902, Камышин, Һарытау губернаһы — 2 сентябрь 1971 йыл, Мәскәү) — совет композиторы. Ҡырғыҙ ССР-ын халыҡ артисы; РСФСР-ҙың, Тажик ССР-ы, Башҡорт АССР-ы һәм Чечен-Ингуш АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. СССР Композиторҙар союзы ағзаһы (1932). Музыкаль педагог, профессор (1962).

Ҡырғыҙ ССР-ы дәүләт гимны музыкаһының авторҙарының береһе (В. А. Власов һәм А. Малдыбаев менән берлектә).

Фере Владимир Георгиевич Мәскәү дәүләт университетында уҡый. 1929 йылда Мәскәү консерваторияһын тамамлай (Н.Я. Маяковскийҙың композиция класы). 1930 йылдарҙа — А. Б Гольденвейзерҙа фортепьяно класы

1925—1928 йылдарҙа «Мәскәү консерваторияһы студент-композиторҙарының производство коллективы» («Проколл») ағзаһы була.

1929 йылдан 1931 йылға тиклем дәүләт музыкаль техникумында уҡыта. 1930—1934 йылдарҙа — Бөтә Союз радиокомитетының һәм Музгиздың музыкаль мөхәррире һәм етәксеһе.

1933—1934 йылдарҙа Мәскәү консерваторияһында консультант булып эшләй. 1934 йылда Ҡыҙыл Армияның Алыҫ Көнсығыш частарында хеҙмәт итә, унда шағир Сергей Островой бер нисә йыр ижад итә.

1934—1936 йылдарҙа — СССР Композиторҙары союзы ҡарамағында колхоз һәм балалар музыка секцияһы етәксеһе. 1944 йылға тиклем — Фрунзе ҡалаһында Ҡырғыҙ филармонияһының художество етәксеһе

1945 йылдан Мәскәүҙә йәшәй. Һуғыш тамамлағандан һуң 1959 йылға тиклем Мәскәү консерваторияһында уҡыта. 1959 йылдан алып 1962 йылға тиклем — Мәскәү консерваторияһының композиция кафедраһы мөдире. Күп кенә талантлы уҡыусылар тәрбиәләй, улар араһында Г. И. Гладков, Ш. Р. Чалаев, Х. Плиев, А Малдыбаев, М. Абдраев, З. Ғ. Исмәғилев, Ш. С. Сәйфиддин, Шахиди Зиядулло, Вәли Әхмәтов, Дамир Дустмухамед һәм башҡа күптәр бар. Музыка тәнҡитсеһе булараҡ сығыш яһай.

Введено зыяратында ерләнә (17 уч.).

В. Г. Фере ҡырғыҙ профессиональ музыкаһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе тип һанала. В.Власов һәм А.Малдыбаев менән берлектә ул беренсе ҡырғыҙ музыкаль драма, опера һәм балеттар ижад итә.

Һайланма музыкаль әҫәрҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Музыкаль драмалар
  • «Алтын кыз» (1937),
  • «Ордун Ажал» (1938).
Опералары
  • «Айчүрөк» (1939),
  • «За счастье народа» (1941, 2-я редакция — «Сын народа» (1947)),
  • «Патриоты» (1941),
  • «Манас» (1946, 2-я редакция (1966)),
  • «На берегах Иссык-Куля» (1951),
  • «Токтогул» (1958),
  • «Ведьма» (1961),
  • «За час до рассвета» (1967),
  • «Алтын кыз» (1973),
  • «Белые крылья» (1979)
Балеттары
  • «Анар» (1940),
  • «Селькинчек» (1943),
  • «Шурале» (1943),
  • «Весна в Ала-Тоо» (1955).
  • «Ҡырғыҙстан» симфонияһы (1947),
  • хорҙар: «Полководец Фрунзе» (1940) һәм «Генерал Панфилов тураһында йыр» (1941)
  • романстар, йырҙар, драма театры спектаклдәренә музыка һ. б.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (07.06.1939; 01.11.1958)
  • Ике «Почет Билдәһе» ордены (15.09.1961; 14.10.1966)
  • РСФСР, Тажик ССР-ы, Ҡырғыҙ ССР-ы Юғары Советы Президиумының почет грамоталары
  • Ҡырғыҙ ССР-ының халыҡ артисы (1944)
  • Тажик ССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре  (1957)
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре  
  • Бүрәт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре  
  • Чечен-Ингуш АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре  
  • Фере В. Г. // Московская консерватория от истоков до наших дней. 1866—2006: Биографический энциклопедический словарь. — М., 2007. — С. 538.