Эстәлеккә күсергә

Фертё-Ханшаг

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Фертё-Ханшаг
венг. Fertő–Hanság Nemzeti Park
Фертё күле
Фертё күле
Категория МСОПII (Милли парк)
Төп мәғлүмәт
Майҙаны237,44 км²[1]
Нигеҙләнгән ваҡыты1991
Урынлашыуы
47°48′02″ т. к. 16°44′05″ кс. о.HGЯO

ferto-hansag.hu
Венгрия
Точка
Фертё-Ханшаг
 Фертё-Ханшаг Викимилектә

Фертё-Ханшаг (мадьярса  Fertő–Hanság Nemzeti Park) — Венгрияның төньяҡ-көнбайышындағы, Австрия сигендә, Дьёр-Мошон-Шопрон ме́дьеһында урынлашҡан милли парк. Милли парк 235,88 км² территорияны биләй, 1994 йылда асыла. Фертё күле тирәһендәге парк территорияһы Австриялағы Нойзидлерзее-Зеевинкель милли паркы менән тоташа. Күл һәм уның тирә-яғы ЮНЕСКО-НЫҢ бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индерелгән.

ЮНЕСКО флагы ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы, объект № 772
рус.англ.фр.

Паркка ойошторолған экскурсия менән генә барыу мөмкинлеге бар, айырым территориялар бөтөнләй кешеләр өсөн ябыҡ[2].

Парк ике ҙур: Фертё күле һәм Ханшаг төбәге территорияларынан тора.

Фертё күле (мадьярса   Fertő-tó, нем. Neusiedler See) — Үҙәк Европаның ҙурлығы буйынса дүртенсе күле, һирәк осрай торған (уникаль) биосфера ҡурсаулығы. Күлдең майҙаны 315 км² тирәһе, уртаса тәрәнлеге бер метр самаһы тәшкил итә. Күл көҙгөһөнөң 88%-ы ҡамыш менән ҡапланған, уның аша кәмәләр өсөн махсус үткәүелдәр эшләнгән. Күлгә бер нисә шишмә ҡоя, күлдән тороп ағым көйләнә, ул канал ярҙамында Дунай бассейны менән тоташтырылған. Фертё — Европаның иң көнбайыш тигеҙлегендә урынлашҡан тоҙло күл. Күлдең һыуы ныҡ тоҙло, уның кимәле ҙур тирбәлеүҙәргә дусар ителгән — тарихта бер нисә тапҡыр (һуңғы тапҡыр 1870-се йылдарҙа) уның тулыһынса ҡороуы билдәләнә.

Күлдә 15 төр (иң таралғандары — эт балығы йәки һаҡалсан (вьюн), һыла балығы (судак), суртан һәм һаҙан (сазан) балыҡ йәшәй. Күлдең һыуы умыртҡаһыҙҙарҙың төрлө төрҙәренә бай, ә ҡамыш ҡыуаҡлыҡтарында һирәк осрай торған бөжәктәрҙең төрлө төрҙәре йәшәй.

Фертё күлендә тәбиғи шарттарҙа оя ҡороусы һәм күсмә ҡоштарҙың 300-ҙән ашыу төрөн күҙәтергә мөмкин, улар араһында селәндәрҙең күп төрҙәре (шул иҫәптән ҙур аҡ селән), шулай уҡ ябай көрәкморон (колпица), сыпҡай (поганка), һоро ҡырағай ҡаҙҙар, ҡашҡалаҡ йәки хохоҡ (свиязь), ҡамыш турғайы һәм башҡалар.

Миҙгелле миграциялар ваҡытында бында һаралйын (бекас) тигән һаҙ ҡоштары, сыбар ҡаҙ (гуменник) һәм тәтелдәүек атамалы һыу ҡошо (зуёк) туҡтай. Һирәк осрай торған ҡош төрҙәренән ҡыҙыл боғаҡлы ҡарағаҙҙы (казарка), аҡ ҡойроҡло диңгеҙ бөркөтөн (орлан-белохвост) һәм көйгәнәкте (лунь) билдәләргә була.

Орнитологтар һәм паркка килеүселәр ҡурсаулыҡтың биосфераһын күҙәтә алһын өсөн, күл буйлап уҡыу һуҡмағы һалынған.

Күлдең көнбайыш яры буйлап эзбизташтан торған Фертёмеллек теҙмәһе үтә. Унда Боронғо Рим дәүеренән алып 1948 йылға тиклем күп һанлы сығарыу урындарында таш эшкәртелгән. Тауҙар бик күп һирәк үҫемлек төрҙәренә бай урман менән ҡапланған һәм иҫ киткес матур.

Күлдең көньяҡ-көнсығышына табан яйлап Ханшагҡа күсә барыусы тоҙло тупраҡлы далалар һуҙылған. Был территорияның үҙенсәлеге шунда: ташҡын ваҡытында ул тулыһынса тиерлек һыу менән ҡаплана, һуңынан йәй дауамында, тоҙло күлдәр барлыҡҡа килтереп, яйлап ҡорой. Күлдәр, әкренләп кәмей барып, көҙгә бөтөнләй ҡорой, ә тоҙ концентрацияһы арта[3].

Фертё-Ханшаг

Ханшаг — Фертё күленән көньяҡ-көнсығышҡа табан һвуҙылған һаҙлыҡлы тигеҙлек районы. Әленән-әле һыу баҫыу арҡаһында күп һанлы утраусыҡтар барлыҡҡа килтергән торф күлдәре һәм уйһыу һаҙлыҡтар уның тышҡы күренешен билдәләй. Ханшаг тупрағы — торфлы.

Ханшаг ике ҙур: Капувар Хань һәм Лебень Хань тигән өлөштәрҙән тора. Ханшагтың көньяғында Репце йылғаһының һыубаҫар туғайы йәйелеп ята, йылға ярында Чафорди реликт урманы урынлашҡан. Ханшагтың ҡасандыр күп һанлы күлдәре күпселеген ҡороп бөткән, һаҡланып ҡалғандары — Король күле (Király-tó) һәм Токёз (Tóköz) төбәгенең ҙур булмаған күлдәре.

Ханшагтың флораһы һәм фаунаһы төрлөлөгө һәм юғары дәрәжәлә һаҡланғанлығы менән айырылып тора. Фертё күлендәге кеүек, бында ла бик күп һыу ҡоштарын күҙәтергә була, урмандарында боландар һәм ҡабандар тереклек итә, ә асыҡ көтөүлектәрҙә, Хортобадь милли паркындағы кеүек, буйвол, һоро венгр үгеҙҙәре һәм «рацка» тоҡомло һарыҡтар йөрөй.

Ханшаг буйлап бер нисә уҡыу һуҡмағы һалынған[4].

Ҡалып:Венгрияның милли парктары