Фессалияның тимер юл музейы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Фессалияның тимер юл музейы
грек. Σιδηροδρομικό Μουσείο Θεσσαλίας
Нигеҙләү датаһы 2006
Рәсем
Дәүләт  Греция
Административ-территориаль берәмек Фессалия[d]
Урын Волос[d]
Карта

Фессалияның тимер юл музейы (шулай уҡ Волос тимер юл музейы, грек. Σιδηροδρομικό Μουσείο Θεσσαλίας) ― Грецияның Волос ҡалаһында 2006 йылда тимер юлдар үҫеше тарихына арналған музей. Волос станцияһы вокзалы бинаһының беренсе ҡатында урынлашҡан.

Музейҙа Фессалия тимер юл тарихы менән бәйле экспонаттар ҡуйылған. Экспонаттар араһында ― һирәк осрай торған фотолар, тимер юл хеҙмәткәре мундирҙары, иҫке телеграф аппараттары, ХIХ быуат аҙағында поездарға билеттар һатыу машиналары, ағас һәм бронзанан яһалған төрлө ҡулайламалар һәм ҡорамалдар, сәғәт, поездарҙың расписаниеһы, хәрәкәтсән составтарҙың өлөшө, иҫке светофорҙар һәм үлсәү приборҙары. Бында шулай уҡ документтар коллекцияһы бар, һирәк осраған китаптар, тарихи документтар һәм башҡа Грецияның ХIХ быуат тимер юл архитектураһына ҡағылған документтар. Ул документтар араһында ― Эваристо де Кириконың Пелион тимер юлын төҙөү өсөн эшләгән һыҙма йыйынтыҡтары.

Әлеге ваҡытта проектты тормошҡа ашырыу Фессалия университеты менән хеҙмәттәшлек итеп алып барыла. Был проект буйынса хәрәкәтсән составты станцияның көньяҡ-көнбайыш өлөшөнә асыҡ ҡуйып, кешеләргә түләүһеҙ ҡарау ойоштороласаҡ. Шулай уҡ планда XIX быуат аҙағында Греция короле ғаиләһенә ҡараған 9-10 метрлы паровоз һәм ике вагонды ҡуйыу күҙ алдында тотола.

Хәҙерге ваҡытта музейҙы алдан яҙылыу буйынса һәр бер аҙнаның дүшәмбе-йома көндәрендә ҡарарға мөмкин.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Фессалия тимер юлдары

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]