Фетнэпхен

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Фетнэпхен
Нигеҙләү датаһы 1973
Рәсем
Эшмәкәрлек төрө Кабаре[d]
Дәүләт  Германия
Административ-территориаль берәмек Гера
Урынлашҡан урамы Markt[d]
Рәсми сайт kabarett-fettnaeppchen.de
 Фетнэпхен Викимилектә

Фетнэпхен (нем. Das Fettnäppchen) ― Германия, Тюрингияның Гера ҡалаһындағы кабареһы.

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Германия Демократик Республикаһының һәр бер округтың административ үҙәгендә кабаре булдырыу кәрәклеге тураһындағы ҡарарына ярашлы кабаре 1973 йылда төҙөлгән.

1989—1990 йылдарҙа Фетнэпхен кабареһе Гераның район хакимиәте контроле аҫтында була. 1991 йылдың 31 июлендә яңы федераль ерҙәр территорияларында беренсе шәхси предприятие булып приватизациялана.

Приватизация ГДР территорияһында быға тиклем сикләнеп килгән ижади азатлыҡтың һәм шул уҡ ваҡытта иҡтисади үҙаллылыҡтың барлыҡҡа килеүен аңлата. Кабарены дәүләт тарафынан финанслау туҡтатыла, һәм килемдең төп сығанағы булып кешеләрҙең кабареға килеү өсөн түләүе тора. Гералағы кабаре хәҙер Көнсығыш Тюрингиялағы берҙән-бер кабаре.

Программалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кабаре электән үк мәғрифәтселек идеялары менән бәйләнгән немец традицияларына ғына хас киҫкен сатира һәм юмор менән һуғарылған спектаклдәр ҡуйыуы менән билдәле. Ғәҙәттә сәхнәлә ябай кешеләрҙең тормошо, шансон йырлау, пародия номерҙары һәм тәрән фекерле мотивтар менән һуғарылған комедиялар йыш ҡына күрһәтелә торған була[1].

Шулай уҡ кабаре ГДР осоронда рәсми киң мәғлүмәт саралары яҡтыртмаған йәмәғәт тормошоноң төрлө яҡтарын күрһәтергә тырыша.

Кабаре ҙур уңыштарға өлгәшә: уның ике майҙансығына йыл һайын яҡынса 40 000 кеше килә.

Ансамбль[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фетнэпхен ― даими составлы кабаре ансамбле. Төркөмгә Ева-Фастенау Мария (1978 йылдан алып), Марко Шейдт (2012 йылдан алып), Гиза Юрке (2012 йылдан алып), Майкл Зеебот (2016 йылдан алып), Сюзанна Райсс (2015 йылдан алып) инә. Уларҙың сығышында ҡайһы бер саҡта Таня Аренберг (2016 йылдан алып) һәм Валентин Ольбрих (2016 йылдан алып) ҡатнаша. Фетнэпхен ― бөтә Тюрингияның иң ҙур сатира театры.

Һәр бер программала башлыса артистар дуэты сығыш яһай, шунлыҡтан ансамбль ағзалары бер үк ваҡытта биш төрлө сараларҙа ҡатнаша ала. Ева-Мария Фестенау ғына яңғыҙ номерҙар башҡара[2].

Майҙансыҡтары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фетнэпхен ― элекке ГДР-ҙа берҙән-бер кабареһы, уның даими эшләүсе ике майҙансығы бар.

1973 йылда кабаре ойошторолғас та уның беренсе майҙансығы барлыҡҡа килә. Ул ҡала ратушаһы подвалында урынлаша.

1995 йылда Капеллендорфтың бер трактирында кабареның икенсе майҙансығы асыла.

2008 йылдың яҙында Фетнэпхендың тағы ла бер асыҡ һауалағы майҙансығы «Хофгут» барлыҡҡа килә. Ул Унтермхаус кварталында урынлашҡан һәм Бундесгартеншау сәскә фестивале майҙансығы менән таш замок араһында бер рәттә тора. Майҙансыҡ йылдың апреленән октябргә тиклем эшләй: бында урындағы халыҡ ҡала байрамдарын, туй һәм юбилейҙар үткәрә. Әммә 2017 йылдың июлендә урындағы халыҡтың байрамдар ваҡытында кешеләрҙең шау-шыуынан, көслө музыка тауышынан ҡәнәғәтһеҙлек күрһәтеп ялыу яҙыуҙары арҡаһында ябыла.

Кабаре кәмитселәре башлыса бөтә Тюрингияның театрҙарында, мәҙәниәт йорттарында һәм ресторандарында сығыш яһай. Капеллендорф майҙансығы июль-август эшләмәй, шуға күрә артистар уның тирә-йүнендә сығыш яһай.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Kabarett Fettnäppchen Gera (нем.). Thüringen Tourismus - Urlaub, Reisen und Hotels in Thüringen. Дата обращения: 4 ноябрь 2018.
  2. PressReader.com - Connecting People Through News. www.pressreader.com. Дата обращения: 4 ноябрь 2018.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]