Филипсон Лена

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Филипсон Лена
швед. Lena Philipsson
Рәсем
Заты ҡатын-ҡыҙ[1]
Гражданлығы Flag of Sweden.svg Швеция
Тыуған көнө 19 ғинуар 1966({{padleft:1966|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})[2] (55 йәш)
Тыуған урыны Швеция, Йёнчёпинг[d], Ветланда[d][3]
Хәләл ефете Пер Холькнект[d] һәм Måns Herngren[d]
Һөнәр төрө йырсы, композитор, йырҙар авторы
Ҡатнашыусы Евровидение-2004[d]
Музыка ҡоралы фортепиано һәм вокал[d]
Жанр поп-музыка[d] һәм шлягер[d]
Лейбл звукозаписи Sony BMG[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсми сайт lenaphilipsson.se​ (швед.)[4]
Commons-logo.svg Филипсон Лена Викимилектә

Филипсон Мария Магдалена (19 ғинуар 1966 йыл) — швед поп-йырсыһы. «Jupiters kratrar» төркөмөнөң элекке ағзаһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1966 йылдың 19 ғинуарында Швецияның көньяҡ өлөшөндә урынлашҡан ҙур булмаған Ветланд ҡаласығында тыуа.

1982 йылда «New Faces» конкурсының швед версияһында ҡатнаша. Үҙенең йыры менән конкурста еңеү яулай. 1984 йылда «Boy/You Open My Eyes» синглын сығарып, шулай уҡ Швецияның «Melodifestivalen» музыкаль конкурсында ҡатнашып, музыкаль карьераһы башлана. Конкурс еңеүселәре һуңынан Евровидениела ҡатнаша.

Башта йәмәғәт эштәре департаментында эшләй, әммә 1996 йылда «Melodifestivalen» конкурсында үҙенең «Kärleken är evig» йыры менән 2-се урын ала һәм шунан һуң эш урынын үҙгәртә.

1987 йылда йырсы Рәсәй композиторы Игорь Николаев менән берлектә «Aquarius» йырын ижад итә. «Standing In My Rain», «Why», «Leave A Light» хиттары ингән «My Name» альбомы ике йыл үткәс популяр булып китә.

1991 йылдан Лена Филипсон альбомяҙҙыра. 90-сы йылдар башынан алып йырсының популярлығы арта ғына, ул 1997 йылға тиклем альбомдар сығарыуын дауам итә.

90-сы йылдар башында поп-йондоҙ портреты почта маркаһын биҙәгән өс йырсының береһе була.

"Евровидение"ла ҡатнашыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2004 йылда, ете йыллыҡ тәнәфестән һуң, Лена Филипсон хит-парадҡа әйләнеп ҡайта.

«Melodifestivalen» конкурсында Лена дүртенсе тапҡыр ҡатнаша, был юлы хатта финалға тиклем барып етеү генә түгел, ә еңеп сыға. Был мөмкинлек 37 йәшлек йырсыға Швецияны "Евровидение"ла күрһәтеү мөмкинлеге бирә. Лена Филипсон "Евровидение"ла инглиз теленә тәржемә ителгән "It Hurts"йыры менән сығыш яһай. Йырҙың композиторы һәм авторы — Томас Эриксон (Thomas Eriksson). Был диско мотивы буйынса еңел бейеү композицияһы була. Сәхнәгә асыҡ-һары күлдәктә һәм бейек итектә сыға, микрофон менән Тайлер Стивендың (Tyler Steven) «Aerosmith» менән бейеүе манераһын ҡабатлай. Филипсон Лиза Андреас (Lisa Andreas)[5] менән бишенсе урынды бүлешә.

«Det gör ont en stund på natten men inget på dan» альбомы "Евровидение"нан һуң туғыҙ көн үткәс алтын статусын ала, ә «Det gör ont» йыры беренселектә бара. «Delirium», «Lena Anthem» һәм «På gatan där jag bor»[6] синглдары ҙур популярлыҡ менән файҙалана.

2005 йылда Швецияның «Tracks» радио-шоуында тауыш биреү һөҙөмтәһендә Лена иң яҡшы йыл йырсыһы һәм артисы тип, ә «Det gör ont» йыры иң яҡшы йыл йыры тип таныла. Шул уҡ йылда Филипсон яңы «Jag ångrar ingenting» альбомын сығара. Уны алты көн эсендә һатып алып бөтәләр. Альбомдың 30 000 ашыу күсермәһе һатыла. Ноябрҙә Лена Филипсондың иҫке һәм яңы йырҙарын, уның менән әңгәмәләрҙе үҙ эсенә алған махсус программа сыға. 2006 йылдың ғинуарында, поп-йондоҙ «Melodifestivalen»[7] конкурсын алып барыусы була.

2007 йылда Филипсон бөйөк хиттарҙан торған «Lena 20 år» йыйынтығын сығара. Альбом менән бер үк ваҡытта Лена һәм Томас Эрикссон, Стокгольмда, Ҡытай театрында «Lena+Orup» яңы шоу башлай. Ул тәнҡитселәрҙең ыңғай баһаламаһын ала, уны 113 000 самаһы кеше ҡарай.

2008 йыл башында Гетеборг ҡалаһында шоуҙың премьераһы була, һуңынан ул Швеция ҡалалары буйлап гастролгә юллана. 2008 йыл аҙағында Филипсон һәм Эриксон «Dubbel»[8] альбомын сығара.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]