Финикс
| №ала | |||
| Финикс ингл. Phoenix | |||
| | |||
| |||
| Ил | |||
|---|---|---|---|
| Статус |
штаттың административ үҙәге | ||
| Штат | |||
| Округ | |||
| Координаталар | |||
| Мэр | |||
| Нигеҙләнгән | |||
| Беренсе мәртәбә телгә алынған | |||
| №ала с | |||
| Майҙаны |
1 343,94 км² | ||
| Бейеклеге |
331 м | ||
| Климат тибы | |||
| Рәсми теле | |||
| Халҡы | |||
| Тығыҙлығы |
1211.74 кеше/км² | ||
| Этнохороним |
финикиялы | ||
| Сәғәт бүлкәте | |||
| Телефон коды |
480, 602, 623 | ||
| Почта индексы |
99 ZIP-код: | ||
| Һанлы танытмалар | |||
| [[]] |
04-55000 | ||
| Рәсми сайт |
phoenix.gov (инг.) | ||
| Ҡушаматы |
Ҡояшлы үҙән, Үҙән | ||
Фи́никс[2][3] (ингл. Phoenix; тәржемәлә — Феникс, оодхам: S-ki: kigk; явапай: Wathinka йәки Wakatehe; көнсығыш апачи: Fiinigis; навахо: Hoozdoh; мохаве: 'Anya Nyava)[4] — Американың Аризона штатының баш ҡалаһы һәм иң ҙур ҡалаһы. 1 624 569 кеше йәшәй (2021 йылғы баһа буйынса). Финикс АҠШ-та — иң ҙур административ үҙәк, шулай уҡ халыҡ һаны буйынса илдә 5-се ҡала (Нью-Йорк, Лос-Анджелес, Чикаго һәм Хьюстондан һуң[5]).
Финикс Марикопа округының үҙәге һәм майҙаны буйынса АҠШ-тың иң ҙур ҡалаларының береһе булып тора. Финикс агломерацияһында (шулай уҡ Ҡояшлы үҙән булараҡ билдәле — Солт-Ривер үҙәненең бер өлөшө) 4 946 145 кеше йәшәй (2021 йылғы баһа) һәм АҠШ-та 10-сы урындаы биләй[6][7].
Финикс халҡының үҫеше кәмеүгә ҡарамаҫтан, 2008 йылдан ул арта башлай, сөнки 2008 йылғы ипотека көрсөгө һәм торлаҡҡа хаҡтарҙың түбәнәйеүе арҡаһында ҡалаға иммигранттар, башлыса Мексиканан, килә башлай.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Хәҙерге Финикс урынында хохокам ҡәбиләләре биләгән[8], улар был сүллекте һуғарыу өсөн яҡынса 217 км ирригация каналдары булдырған, уларҙың ҡайһы берҙәре әле лә тәғәйенләнеше буйынса файҙаланыла. XVI—XVII быуаттар араһында хохокам цивилизацияһы климаттың ҡоро булыуы сәбәпле, юҡҡа сыға.
Финикс тип аталған испан ултырағы хохокам цивилизацияһы юҡҡа сыҡҡан урындағы тормошто көлдән тергеҙеүҙе аңлата. XVII—XVIII быуаттарҙа испанлы Эусебио Кино был ерҙәрҙе иң тәүгеләрҙән булып тикшерә.
1848 йылда Америка-Мексика һуғышы тамамланғандан һуң, Мексиканың төньяғындағы ерҙәрҙең күп өлөшө АҠШ ҡулына күсә, уларҙың бер өлөшөндә Нью-Мексико территорияһы булдырыла (үҙ эсенә хәҙерге Финикс ерҙәрен ала).
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Финикс АҠШ-тың көньяҡ-көнбайыш штаттарының береһе булған Аризонаның үҙәк өлөшөнөң көньяғында, Тусон һәм Флагстафф араһында, «Ҡояшлы үҙән» булараҡ билдәле Солт йылғаһы үҙәнендә, диңгеҙ кимәленән 340 м бейеклектә, Аризонаның үҙәк өлөшөндә, Сонора сүллегенең үҙәгендә урынлашҡан[9][10].

Ҡала территорияһы бөтә яҡтан тауҙар менән уратып алынған булыуына ҡарамаҫтан, Финикс тигеҙлектә урынлашҡан, шуның арҡаһында ҡала урамдары һәм автомобиль юлдары селтәре дөрөҫ урынлаштырылған. Ҡала тирәһендәге үҙәндә төрлө тау массивтары: төньяҡ-көнсығышта Мак-Дауэлл, көнбайышта Уайт-Танк, көнсығышта Суперстишн һәм көньяҡ-көнбайышта Сиерра-Эстрелла. Финикс ситендә ҙур һуғарылыулы баҫыуҙар һәм индеецтарҙың бер нисә резервацияһы урынлашҡан[9][11][12]. Солт йылғаһы (Тоҙло йылға) ҡаланы көнсығыштан көнбайышҡа киҫеп үтә. Йылғаның үҙәне, ҡаланы сөсө һыу менән өҙлөкһөҙ тәьмин итеү һәм баҫыуҙарҙы һуғарыу өсөн төҙөлгән һыуһаҡлағыстан һыу ағыҙыу осраҡтарынан тыш, һәр саҡ тиерлек ҡоро.
АҠШ-тың халыҡ иҫәбен алыу бюроһы мәғлүмәттәре буйынса, ҡала территорияһы 1 343,94 км² тәшкил итә, шуларҙың 1 340,69 км² (99,8 %) — ҡоро ер һәм 3,25 км2 (0,2 %) — һыу өҫтө. Ҡала АҠШ-та халыҡ һаны буйынса 5-се урында торһа ла, территорияһы ҙур булыуы арҡаһында, Финикстың халыҡ тығыҙлығы сағыштырмаса аҙ (1 238,37 кеше/км²)[13], шул уҡ ваҡытта Филадельфияла (халыҡ һаны буйынса 6-сы урында) ул яҡынса 4 555 кеше/км² тәшкил итә[14].
Аризонаның күпселек өлөшөндәге кеүек, 1973 йылдан алып Финикс йәйге ваҡытҡа күсмәй[15].
Туғандаш ҡалалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Финикста ҡала комиссияһы билдәләгән 10 туғандаш ҡалаһы бар:
| Ҡала | Атамаһы | Провинция | Ил | Йыл | |
|---|---|---|---|---|---|
| Гренобль[16] | франц. Grenoble | Овернь — Рона — Альпы | Франция | 1990 | |
| Калгари | ингл. Calgary | Альберта | Канада | 1997 | |
| Катания | итал. Catania | Сицилия | Италия | 2001 | |
| Прага | чех Praha | Прага ҡала округы | Чехия | 2013 | |
| Рамат-Ган[17] | йәһ. רמת גן | Тель-Авив округы | Израиль | 2005 | |
| Тайбэй | ҡыт. ябайл. 臺北, пиньин: Táiběi | Синьи | Тайвань | 1979 | |
| Чэнду | ҡыт. ябайл. 成都, пиньин: Chéngdū | Сычуань | Китай | 1987 | |
| Химедзи | япон. 姫路市 | Хёго | Япония | 1976 | |
| Эннис | ингл. Ennis ирл. Inis |
Клэр | Ирландия | 1988 | |
| Эрмосильо | исп. Hermosillo | Сонора | Мексика | 1976 |
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ American FactFinder. Бюро переписи населения США. Дата обращения: 17 апрель 2026. Архивировано из оригинала 1 февраль 2012 года.
- ↑ Соединенные Штаты Америки // Атлас мира / сост. и подгот. к изд. ПКО «Картография» в 2009 г. ; гл. ред. Г. В. Поздняк. — М. : ПКО «Картография» : Оникс, 2010. — С. 168—169. — ISBN 978-5-85120-295-7 (Картография). — ISBN 978-5-488-02609-4 (Оникс).
- ↑ Словарь географических названий зарубежных стран / отв. редактор А. М. Комков. — 3-е изд., перераб. и доп. — М.: Недра, 1986. — С. 392.
- ↑ Munro, P et al. A Mojave Dictionary Los Angeles: UCLA, 1992
- ↑ Phoenix QuickFacts from US Census Bureau (недоступная ссылка — история). Бюро переписи населения США. Дата обращения: 11 сентябрь 2012. Архивировано 17 апрель 2026 года.
- ↑ Census: Phoenix-area population tops 4.3 million, moves up metro rankings — Phoenix Business Journal 2017 йыл 20 июнь архивланған.. Bizjournals.com
- ↑ People in Phoenix-Mesa-Scottsdale Metro Area, Arizona 2017 йыл 9 июнь архивланған.. Bestplaces.net
- ↑ History of Phoenix. City of Phoenix. Дата обращения: 17 апрель 2026. Архивировано из оригинала 15 апрель 2014 года.
- 1 2 Geography of Phoenix. How Stuff Works. Дата обращения: 10 февраль 2014. Архивировано из оригинала 21 февраль 2014 года.
- ↑ Facts about Phoenix, Arizona. Phoenix-Arizona.com. Дата обращения: 10 февраль 2014. Архивировано из оригинала 22 февраль 2014 года.
- ↑ Phoenix: Geography and Climate. city-data.com. Дата обращения: 10 февраль 2014. Архивировано 12 февраль 2014 года.
- ↑ Phoenix Mountain Overview. summitpost.org. Дата обращения: 5 март 2014. Архивировано 14 июль 2014 года.
- ↑ Phoenix (city) QuickFacts (недоступная ссылка — история). Бюро переписи населения США. Дата обращения: 5 март 2014. Архивировано 10 июнь 2012 года.
- ↑ Philadelphia (city) Quickfacts (недоступная ссылка — история). Бюро переписи населения США. Дата обращения: 17 апрель 2026. Архивировано 16 июль 2011 года.
- ↑ Arizona does not need daylight saving time – Arizona Daily Star.'. Web.archive.org (19 май 2005). Дата обращения: 19 июнь 2012. Архивировано 29 сентябрь 2007 года.
- ↑ Steffenino, Jérôme; Masson, Marguerite Ville de Grenoble –Coopérations et villes jumelles. Grenoble.fr. Дата обращения: 16 май 2013. Архивировано 16 март 2015 года.
- ↑ Ramat Gan Sister Cities. Дата обращения: 6 апрель 2008. Архивировано из оригинала 7 март 2008 года.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Luckingham Bradford. Phoenix: The History of a Southwestern Metropolis. — University of Arizona Press, 1989. — ISBN 978-0-8165-1116-7.
- VanderMeer, Philip. Desert Visions and the Making of Phoenix, 1860–2009 (инг.). — University of New Mexico Press, 2010. — ISBN 978-0-8263-4891-3.
