Фирфрауский командир (йыр)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Фирфрауский командир
Сәнғәт формаһы Йыр
Жанр халыҡ йыры
Әҫәрҙең теле башҡортса‎

Фирфрауский командир — башҡорт халыҡ йыры.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һирәк яҙмаларҙың береһе. Уны 1993 йылда Өфө ҡалаһында ғалим Казбек Сәғит улы Баймөхәмәтов йырлауынан Ф. А. Нәҙершина магнитофон таҫмаһына теркәгән. Башҡарыусы үҙе әлеге көйҙө Башҡортостандың Ҡыйғы районында элекке Ҡыйғы театрының артисы, төрлө музыкаль ҡоралдарҙа оҫта уйнаусы Басир Бикмөхәмәтовтан ишеткән[1].

Риүәйәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт дәүләт университеты доценты, тарихсы Дияс Йәндурин был йырҙың Ете йыллыҡ һуғыш (1756—1763) заманында Ырымбурҙа хеҙмәт иткән бригадир фон-Фрауэндорф исеменә бәйле булыуын белдерә. Ғилми сығанаҡтарҙан күренеүенсә, Фрауэндорф яуға йыйынған башҡорт һәм мишәр полктарын Өфөгә смотрға оҙатып йөрөгән. Йырҙың һүҙҙәренән күренеүенсә, командирҙың һалдаттар араһында абруйы булмаған: геройҙы ата ҡуян менән сағыштырыу шул хаҡта һөйләй. Фамилияһының үҙгәртелеүе лә мыҫҡыллау тойғоһона бәйле булыуы ихтимал[1].

Белгестәр «Фирфрауский командир» йыры «Перовский» йырының бер вариантына оҡшашлығы булыуын билдәләйҙәр, был фольклор традицияларының тотороҡлоғонан килә һәм фольклорҙа була торған хәл.

Йырҙың тексы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Эй, бейек тауҙың башында,
Эй, ата ҡуян юрғалай (шул).
Ата ҡуян юрғалай.
Эй, Фирфрауский командир,
Эй, командаһын ҡурһалай,
Командаһын ҡурһалай (шул).
Ай, айда, ребята, пирут,
Ай, айда, ребята, пирутй
Ыхто пирут, того чирут,
Ыхто убьет — пенсион.

Урыҫса яңғырашы:

Ай, айда, ребята, вперед,
ай, айда, ребята, вперед!
Кто вперед, того черед.
Кто убьет — пенсион[1].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 Башҡорт халыҡ көйҙәре, йырлы-бейеүле уйындар /төҙ. Ф.Нәҙершина. Өфө, 1996

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡорт халыҡ көйҙәре, йырлы-бейеүле уйындар /төҙ. Ф.Нәҙершина. Өфө, 1996