Фитрәт (ислам)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Фитрәт
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Фитрат, фитрәт (ғәр. فِطْرة‎; рус. Фитра) — исламда кешенең тыумыштан бирелгән асылы, тәбиғәте; кешенең иң юғары мөмкинлектәре. Нәфсегә — кеше тәбиғәтендәге хайуани сифатҡа — ҡаршы ҡуйыла. Үҙ фитратына өлгәшкән кешегә суфыйлыҡта, мәҫәлән, «инсан әл-камил», йәғни камил инсан тигән исем бирелә.

Хәҙистә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Һәр кем үҙенең тәбиғи хәлендә (фитрат) тыуа, шунан һуң ғына ата-әсәһе унан йәһүди, христиан йә утҡа табыныусы яһай» (әл-Бохари "Сәхих"е, 2-се том, 23-сө китап, 441-се хәҙис).

Мөхәммәт Пәйғәмбәр хәҙисенә ярашлы, фитрәткә биш нәмә инә: ир-атҡа сөннәтле булыу, сандырҙа һәм ҡултыҡ аҫтындағы төктәрҙе йолҡоу, тырнаҡ ҡырҡыу һәм мыйыҡты төҙәтеү[1]

Этимологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Был һүҙ ғәрәп телендәге Ф-Т-Р тигән тамырҙан барлыҡҡа килгән. «Фәтер» — уйлап табыу һүҙе лә ошо уҡ тамырҙан барлыҡҡа килгән; башланғыс. «Фитрат» һүҙенә килгәндә, ул булмыш тигәнде аңлата, икенсе төрлө әйткәндә, «фитрат» — «тәбиғи асыл» хәлендә булыу.[2]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Сунан аль-Фитра. islamnaneve.com. Дата обращения: 3 март 2015. Архивировано 7 февраль 2019 года. 2019 йылдың 7 февраль көнөндә архивланған.
  2. Азизолла Махризи. ФИТРА (ВРОЖДЕННОЕ ЕСТЕСТВО ЧЕЛОВЕКА) — «Минбар», 1(5), 2010

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Fiṭra / Macdonald D. B. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)