Эстәлеккә күсергә

Флегрей яландары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Флегрей яландары
итал. Campi Flegrei
НАСА-ның юлдаштан төшөрөлгән һүрәте.
НАСА-ның юлдаштан төшөрөлгән һүрәте.
Урынлашыуы
40°49′00″ т. к. 14°08′00″ кс. о.HGЯO
Ил
Күрһәткестәре
Вулкан формаһыКальдера 
Барлыҡҡа килеү осороУрта плейстоцен 
Һуңғы атылыуы1538 йылдың сентябре 
Иң юғары нөктәһе
Абсолют бейеклеге458 м 
Италия
Красная точка
Флегрей яландары

Флегрей яландары (итал. Campi Flegrei, бор. юнан. φλέγωяныу һүҙенән[1]) — Италияла Неаполь ҡалаһынан көнбайыштараҡ, Поццуоли ҡултығы (итал. Golfo di Pozzuoli, Неаполь ҡултығының бер өлөшө) ярында урынлашҡан ҙур вулкан районы. Ул көнбайыштан Мизено мороно (итал. Capo Miseno), ә көнсығыштан Посиллипо мороно (итал. Capo Posillipo) менән сикләнгән. Шулай уҡ бында Кума янындағы Тиррен диңгеҙе яр буйы һыҙаты, шулай уҡ Низида, Прочида, Вивара һәм Искья утрауҙары инә. 2003 йылда милли парк тип иғлан ителгән. Әлеге ваҡытта Флегрей яландары диаметры 15 км булған кальдеранан ғибәрәт[2]. Вулкан кальдераһы башлыса һыу аҫтында урынлашҡан; ул 24 кратерҙан һәм вулкан ҡалҡыулыҡтарынан тора. Гидротермаль активлыҡ Lucrino, Agnano райондарында һәм Поццуоли ҡалаһы тирә-яғында күҙәтелә. Сольфатара вулканы районында вулкан газдары сығыуы күҙәтелә[прим. 1]. Бында брадисейсммагма камераһындағы процестар йоғонтоһонда ер ҡатламының яйлап күтәрелеүе һәм түбән төшөүе күренештәре күҙәтелә.

Кальдера яҡынса 12 мең йыл элек боронғо стратовулкан урынында барлыҡҡа килгән. Вулканизмдың артабанғы үҫеше өс фазала үткән. Беренсе фазала кальдера сиктәренән тыш киң таралған трахит составындағы һоро туфтар тупланған. Икенсеһендә — һары, «неаполитан» тип йөрөтөлгән туфтар хасил булған. Өсөнсө фазала кальдера эсендә атылыуҙар булған, улар бөгөнгө көндә лә дауам итә[2]. Поццуоли[it] ҡултығының төньяҡ-көнбайыш ярында диаметры 3 км булған Аверно кратеры урынлашҡан, уның үҙәгендә, шартлау воронкаһында, Аверно күле ята. Был кратерҙың көньяҡ-көнсығыш ситендә 1538 йылда барлыҡҡа килгән Нуово[it] (133 м) вулкан конусы урынлашҡан. Авернонан төньяҡта диаметры 1,5 км булған Рушелло кратеры ята. Унан төньяҡ-көнсығышҡа табан диаметры 3–5 км булған ҡатмарлы Кварто кратеры урынлашҡан. Көньяҡ-көнсығышта диаметры 2–3 км булған Пианура һәм Аньано кратерҙары бар. Уларҙан көнбайыштараҡ киң билдәле Сольфатара кратеры урынлашҡан. Был кратерҙар Флегрей яландарының ситтәре буйлап урынлашып, диаметры 12 км булған түңәрәк яһай. Эстә сағыштырмаса йәш һәм бәләкәй кратерҙар: Гауро, Спакката, Писани, Астрони, Чиглиани һәм башҡалар бар. Уларҙың диаметры 2 километрҙан артмай. Кальдеранан тыш, төньяҡ-көнбайыш һәм төньяҡ-көнсығыш ярыҡтар буйлап боронғо бәләкәй кратерҙар теҙелгән. Шулай, Поццуоли ҡултығының көнбайыш ярында Капона, Порто-Мисена, Баколл, Мофета кратерҙары бар. Был һыҙаттан көнбайыштараҡ, Тиррен диңгеҙе яры буйлап үткән ярыҡтарҙа кратерҙар сылбыры урынлашҡан: Торре-Фумо, Торре-Гавата, Фузара, Кума. Ошо уҡ ярыҡтар зонаһына емерелгән вулкан-утрау Сан-Мартино[it] ҡарай. Ҡултыҡтың көнсығыш ярында кратерҙар сылбыры һуҙыла: Низида, Короглие, Санта-Тереза, Фуори-Гетта-Киайя[2]. Был урын халыҡ тығыҙ ултырған райондарҙағы һирәк территорияларҙың береһе булып тора, бында магма ер өҫтөнә шул тиклем яҡын килә, хатта ер ҡатламы даими рәүештә яй вертикаль хәрәкәттәр — брадисейсмдар яһай[3]. Шулай, Поццуоли ҡалаһының вулканик туфтан торған бейек ҡаяла урынлашҡан иҫке үҙәге — Рионе Терре 1970 һәм 1983 йылдарҙа ҡапыл күтәрелә, ә һуңынан яйлап һәм тигеҙ булмаған рәүештә түбән төшә башлай. Һөҙөмтәлә 10 мең кеше эвакуациялана һәм үҙ өйҙәренә кире ҡайтмай; был районға барыу тыйыла.

Яҡынса 40 мең йыл элек булған Флегрей яландарының супер-атылыуы, геологик үлсәүҙәр буйынса Кавказдағы Казбек һәм Көньяҡ Карпаттағы Святая Анна вулкандары атылыуы менән бер үк ваҡытта тиерлек булған, һәм ул «Вулкан ҡышы» башланыуына килтереп, неандерталецтарҙың юҡҡа сығыуының бер сәбәбе булыуы ихтимал[4]. Яңы мәғлүмәттәргә ярашлы, 39 мең йыл элек Кампаниялағы атылыуҙан һуң Европа өҫтөндәге атмосферала көкөрт миҡдары артҡан, ул ҡояш яҡтылығын йотҡан һәм сәсрәткән, һөҙөмтәлә һауа температураһы 5—10° С-ҡа төшкән[5]. Атылыу ике стадиялы булған — беренсе атылыуҙан атмосфераға 50 км³ ҡаты киҫәксәләр ташланған, ә бөтә атылыуҙар серияһы 500 км³-ҙан ашыу ҡаты киҫәксә биргән. Вулкан тоҡомдары Көньяҡ Италиянан Көньяҡ Уралға тиклем төньяҡ-көнсығышҡа табан шына һымаҡ таралған. Улар Көньяҡ Италиянан алып Ҡара диңгеҙ буйына һәм Каспий диңгеҙенә тиклем 1,1 миллион км²-ҙан ашыу майҙанды көл менән ҡаплаған. Румынияға тиклем көл ҡатламының ҡалынлығы бер метрға тиерлек еткән. Көлдән үҫемлектәр тулыһынса һәләк булмаған ерҙәрҙә лә уларҙың үҫеүе ныҡ тотҡарланған. Унан һуң килгән һалҡын йылдарҙа хатта уртаса йәйге йылылыҡ та булмау сәбәпле, үҫемлектәрҙең йәшел массаһы үҫеүҙән туҡтаған, ә яҡтылыҡ етешмәүе фотосинтезға ҡамасаулаған. Көл яуған ваҡытта иҫән ҡалған хайуандар Италиянан алып Урал алдына тиклемге ҙур территорияны ташлап киткән. Флегрей яландарындағы атылыу һуңғы 200 мең йыл эсендә Европалағы иң ҡеүәтлеһе булған[6]. Флегрей яландарында һуңғы атылыу 1538 йылдың 29 сентябрендә булған. Ул 6 октябргә тиклем дауам иткән һәм шлак конусы Монте-Нуовоның барлыҡҡа килеүенә килтереп.

Туризм объекттары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ер ҡатламы кимәле тирбәлеүе һөҙөмтәһендә, беҙҙең эраның I быуатында уҡ Сенека тарафынан «диңгеҙҙәге ҡала» тип аталған ҡаланың яр буйы өлөшө 10 метрға тиклем тәрәнлеккә батҡан. Әлеге ваҡытта ул туризм объектына әүерелгән, уны төбөнә иллюминаторҙар ҡуйылған махсус караптарҙан күҙәтергә мөмкин. Был — «һыу аҫты Помпеиҙары» тип йөрөтөлгән урын. Поццуолиҙа шулай уҡ «Серапис ғибәҙәтханаһы» (беҙҙең эраның I—II быуаттарында төҙөлгән) тип аталған объект бар. Ул исемен бында табылған эллинистик алла һынынан алған, әммә ғәмәлдә был ҡаланың аҙыҡ-түлек баҙары булған, уның колонналарын диңгеҙ моллюскалары кимергән. Беҙҙең эраға тиклем 520 йылда грек колонистары тарафынан нигеҙләнгән һәм «ғәҙел идара итеү» тигәнде аңлатҡан Дикеархия ҡалаһы хәҙерге Поццуоли исемен римлыларҙан алған. Был атама бындағы һаҫыҡ парҙар сығарып торған ҡоҙоҡтар менән бәйле. Ҡаланан алыҫ түгел Сольфатара (һуңғы рим осорондағы Sulpha Terra — «көкөртлө ер» һүҙенән) урынлашҡан — ул ғәмәлдә бер нисә фумароланан торған һәм кешеләр йөрөй алған вулкан. Уларҙың иң ҙурыһы — 4000 йыл элек барлыҡҡа килгән Бокка гранде. Ул температураһы 160 °C булған үтә ныҡ йылытылған пар сығанағы булып тора, пар составында сероводород еҫе сыҡҡан вулкан газдары бар. 2012 йыл аҙағында был кратерҙа ерҙең ныҡ деформацияланыуы башланған — ғалимдар асыҡлауынса, был беҙҙең планеталағы һирәк супервулкандарҙың береһе[7][8].

Неаполдең төньяҡ-көнбайыш районы һәм Флегрей яландары

Флегрей яландары (Phlegraei Campi, τά Φлеграία πεδία, ή Φλέгра, һүҙмә-һүҙ — «янған ер») — Боронғо грек мифологияһында вулканлы төбәк, бында гигантомахияЗевс етәкселегендәге аллаларҙың (уларға Геракл ярҙам иткән) гиганттар менән алышы булған[9]. Диодор аллаларҙың Геракл яғында һуғышыуына ышанмаған инде[10][11]. Күрәһең, башта боронғо кешеләр был урынды Македонияның ҡайһылыр ерендә тип иҫәпләгән. Әммә Страбон Флегрей яландары тип Кума тирәһендәге, Везувий янындағы 13 километрлыҡ кальдераны атаған[12]. Был тигеҙлек Тиррен диңгеҙе яры буйлап Куманан Капуяға тиклем һуҙыла. Неаполитан Кампанияһының был һыҙаты шулай уҡ Laborinus Campus, Laborini Campi, Laboriae исемдәре менән дә билдәле булған — бәлки, был уның тупрағының ғәйәт уңдырышлы булыуына бәйлелер.

  1. flegreo. Garzantilinguistica. Дата обращения: 20 сентябрь 2016. Архивировано 31 декабрь 2017 года.
  2. 1 2 3 Апродов В.А. Вулканы. — Москва: Мысль, 1982. — С. 236—237. — 367 с.
  3. Регион Кампания. Изд-во Electa Napoli. 2005
  4. Ни о каких контактах неандертальцев и сапиенсов в Европе говорить не приходится. antropogenez.ru. Дата обращения: 21 февраль 2016. Архивировано 21 февраль 2016 года.Антропогенез.ру
  5. Наука и жизнь, Гибель неандертальцев: вулкан не виноват? www.nkj.ru. Дата обращения: 12 ғинуар 2015. Архивировано 12 ғинуар 2015 года.
  6. Учёные раскрыли картину извержения, случившегося 39 тыс. лет назад. Дата обращения: 25 март 2017. Архивировано из оригинала 26 март 2017 года., 11 март 2016 йыл
  7. Проснулся известный итальянский Супервулкан. earth-chronicles.ru. Дата обращения: 1 февраль 2014. Архивировано 1 февраль 2014 года. // earth-chronicles.ru
  8. Как устроена Земля. Сгорит ли Европа в аду? Архивировано из оригинала 1 февраль 2014 года. // Discovery Science
  9. Ҡарағыҙ: Аполлоний Родосский. Аргонавтика III 232, 1222.
  10. Псевдо-Аполлодор. Мифологическая библиотека I 6, 1. ancientrome.ru. Дата обращения: 1 апрель 2014. Архивировано 1 апрель 2014 года.; II 7, 1. ancientrome.ru. Дата обращения: 29 июнь 2014. Архивировано 29 июнь 2014 года.
  11. Диодор Сицилийский. Историческая библиотека IV 21, 5—7; V 71, 4. Дата обращения: 16 декабрь 2018. Архивировано 1 март 2020 года.
  12. Страбон. География V 4, 6 (C. 245). Дата обращения: 12 апрель 2013. Архивировано 26 апрель 2013 года.

Комментарийҙар

  1. Боронғо Рим мифологияһында Сольфатара ут аллаһы Вулкандың йорто тип һаналған.

Флегрейские поля // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). СПб., 1890—1907. (рус.)