Эстәлеккә күсергә

Фотометрия (астрономия)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Фотометрия (φωτός — яҡтылыҡ һәм μετρέω — үлсәйем) — астрономияның күк есемдәренән килгән электромагнит нурланышының ағымдарын һәм интенсивлығын үлсәү, шулай уҡ бының өсөн ысулдар һәм алымдар эшләү менән шөғөлләнгән тармағы[1]. Нурланыш миҡдарын ғына үлсәп ҡалмайынса, уның тулҡын оҙонлоғо буйынса таралыуын да билдәләгән осраҡтарҙа спектроскопия термины ҡулланыла.

Фотометрияны башҡарыу өсөн ҡулланылған ысулдар үлсәүҙәр үткәрелгән тулҡындар оҙонлоғо диапазонына бәйле. Иң ябай осрағында фотометрия нурланышты телескопҡа йыйыу юлы менән башҡарыла. Йәки алынған электромагнит нурланышын махсуслаштырылған оптик фильтрҙар аша үткәрергә, унан һуң яҡтылыҡҡа һиҙгер приборҙар ярҙамында яҡтылыҡ энергияһын тотоп алырға һәм теркәргә мөмкин. Һыҙаттар тупланмаһы (фильтрҙар) үлсәү системаһы төшөнсәһенә инә

Тарихҡа күҙ һалғанда, спектрҙағы яҡын инфраҡыҙыл һәм оҙон тулҡынлы ультрафиолет өлкәләрендә фотометрия фотометр — фотоэлектрик прибор ярҙамында башҡарылған. Ул бер генә есемдең яҡтылыҡ нурын, уны яҡтылыҡҡа һиҙгер элементҡа йүнәлтеп, уның интенсивлығын үлсәү өсөн тәғәйенләнгән. Артабан был фотометрҙарҙың күпселеге ПЗС камералары нигеҙендә эшләгән ҡоролмаларға алмаштырыла[2], улар бер юлы бер нисә объекттың һүрәтен теркәй ала. Әммә ҡайһы бер осраҡтарҙа, мәҫәлән, юғары асыҡлыҡ талап ителмәгән осраҡтарҙа, элеккесә фотоэлектрик фотометрҙар ҡулланылалар.

1896—1898 йылдарҙа Шварцшильд Венала Куффнер обсерваторияһында ассистент булып эшләй[3] Ул унда астрономик фотометрия өсөн экспозиция ваҡытын билдәләү формулаһын эшләй һәм фотографияла үҙ-ара бәйләнешһеҙлек күренешен аса. Был күренеш һуңыраҡ уның исеме менән (Шварцшильд эффекты)[3] атала. 1899 йылда Мюнхен университетына ҡайта, унда йондоҙҙар яҡтылығын үлсәүҙәр буйынса хабилитация диссертацияһын яҡлай һәм приват-доцент вазифаһы ала[3].

1901—1909 йылдарҙа Шварцшильд Гёттинген университетының штат буйынса ҡаралған, йәғни тулы хоҡуҡлы профессоры һәм бер үк ваҡытта Гёттинген обсерваторияһы директоры булып китә[3]. Был ваҡытта Шварцшильд геометрик оптика менән шөғөлләнә, фотографик йондоҙ дәүмәлдәре буйынса күләмле күҙәтеү башҡара һәм фотографик һәм визуаль йондоҙ дәүмәлдәре араһында айырма булыуын асыҡлай.

  • Спектроскопия ярҙамында есемдең температураһы йәки химик составы кеүек физик үҙенсәлектәрен билдәләргә мөмкин. Ғәҙәттә, бер нисә объекттың спектроскопик үлсәүҙәре ике фильтр ярҙамында һәм төҫ-дәүмәл диаграммаһын төҙөү юлы менән алына.
  • Фотометрия шулай уҡ яҡтылыҡ вариацияһын, мәҫәлән, үҙгәреүсән йондоҙҙарҙың, бәләкәй планеталарҙың, галактикаларҙың һәм үтә яңы йондоҙҙарҙың әүҙем ядроларын тикшереү өсөн, йәки Ҡояш системаһынан ситтә урынлашҡан планеталарҙы асыҡлау өсөн ҡулланыла. Был үҙгәрештәрҙе үлсәүҙәр, мәҫәлән, тотолған икеләтә йондоҙ системаһы ағзаларының әйләнеү периодын һәм радиустарын, ваҡ планеталарҙың йәки йондоҙҙарҙың әйләнеү периодын йәки үтә яңы йондоҙ энергияһының берләшкән шартлауын билдәләү өсөн ҡулланыла ала.
  • Оптик астрономия .
  • Инфраҡыҙыл астрономия
  • Ультрафиолет астрономия
  • Радиоастрономия
  • Рентген астрономияһы
  • Гамма нурҙары астрономияһы
  1. Sterken, Christiaan; Manfroid, J. (1992), Astronomical photometry: a guide, Astrophysics and space science library 175, Springer, pp. 1–6, ISBN 0-7923-1653-3
  2. Flux Photometry 2015 йыл 23 сентябрь архивланған. - Lecture 7: "Starlight, Starbright". Stellar Brightness, Astronomy 162: Introduction to Stars, Galaxies, & the Universe, Prof. Richard Pogge
  3. 1 2 3 4 J. J. O'Connor and E. F. Robertson. Karl Schwarzschild (ингл.). MacTutor History of Mathematics archive. Дата обращения: 22 ноябрь 2015. Архивировано 17 ноябрь 2015 года.
  • Photometry Links. CSIRO : Australian Telescope National Facility (8 май 2019).