Эстәлеккә күсергә

Фрай Отто

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Фрай Отто
нем. Frei Otto
Төп мәғлүмәт
Тыуған көнө

31 май 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:31|2|0}})[1][2][3][…]

Вафат көнө

9 март 2015({{padleft:2015|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})[1][3][4][…] (89 йәш)

Хеҙмәттәре һәм ҡаҙаныштары
Белем алған

Берлин техник университеты[d]
Архитектура Ассоциацияһының архитектура мәктәбе[d]

Работал в городах

Мюнхен, Мангейм, Ганновер, Монреаль

Мөһим төҙөлөштәре

Мюнхенда Олимпия стадионының ҡыйығы;
Мангеймда Мультихолл

-
 Фрай Отто Викимилектә
Тышҡы һүрәттәр
Фотография Фрая Отто
Мангеймда Күп функциялы бина

Фрай Пауль Отто (нем. Frei Paul Otto; 31 май 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:31|2|0}})[1][2][3][…], Зигмар[d], Хемниц[d]9 март 2015({{padleft:2015|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})[1][3][4][…] (89 йәш), Леонберг[d], Баден-Вюртемберг[1]) — Германия архитекторы.

Үҙенең ҡоролмаларында ҡулланған тент һәм мембрана конструкцияларын булдырыусы булараҡ бөтә донъяға танылыу ала.

1925 йылдың 31 майында Зигмар ҡалаһында (хәҙерге Германияның Хемниц ҡалаһы районы) скульптор ғаиләһендә тыуған[5].

1931—1943 йылдарҙа Целендорф мәктәбендә (Берлин) ташсыға уҡый[6].

Люфтваффеға хәрби хеҙмәткә саҡырылғанға тиклем, Берлинда архитектураны өйрәнә. Ахырҙа Икенсе донъя һуғышында истребитель-осоусы булараҡ һуғыша.

Француз хәрби әсирҙәр лагерына интернацияланған. Был лагерҙы төҙөгәндә ул үҙен инженер-конструктор сифатында күрһәтә, еңел конструкцияларҙан төҙөлгән бер нисә проект (атап әйткәндә, һыйыныу өсөн палаткалар) тәҡдим итә, улар ғәмәлгә ашырыла.

Азат булғас, Фрай Отто Берлин техник университетына уҡырға инә, уны 1950 йылда архитектор дипломы менән тамамлай. Һуңынан АҠШ-та ҡыҫҡа ваҡыт стажировка үтә, унда Эрих Мендельсон, Людвиг Мисс ван Дер Роэ, Ричард Нойтра һәм Фрэнк Ллойд Райт кеүек архитекторҙар менән осраша.

Целендорфта үҙенең архитектура бюроһын асып. Отто үҙенең архитектура эшмәкәрлеген 1952 йылда Германияла башлай. 1954 йыл ул аҫылмалы (тартылған) конструкцияларҙан төҙөлгән ҡоролмалары өсөн докторлыҡ дәрәжәһен ала.

1964 йылда Отто Штутгарт университетының Еңел конструкциялар институтына нигеҙ һала һәм пенсияға сыҡҡанға тиклем профессор булараҡ уның менән етәкселек иткән. Пенсияға сыҡҡас, архитектор, инженер һәм консультант булараҡ әүҙем эшләй.

2015 йылдың 9 мартында вафат булған.

Ҡайһы бер наградалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 1974 йыл  — архитектура өлкәһендә Томас Джефферсон миҙалы.
  • 1980 һәм 1998 — архитектурала Ага-хан премияһы.
  • 1990 йыл — Хонда премияһы.
  • 1996 йыл — архитектурала Вольф премияһы.
  • 2005 йыл  — RIBA алтын миҙалы (Британия архитекторҙарының король институты).
  • 2006 йыл — архитектурала Император премияһы.
  • 2015 йыл — Притцкер премияһы.
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Deutsche Nationalbibliothek Record #118590812 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. 2,0 2,1 Frei Otto (нидерл.)
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Blumberg N. Frei Otto // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  4. 4,0 4,1 Frei Otto // Structurae (ингл.)Ratingen: 1998.
  5. Ярмоленко А. Д. Архитектура висячих покрытий Фрая Отто // Общество. Среда. Развитие (Terra Humana) : Журна. — Ҡалып:Спб.: «Центр научно-информационных технологий «Астерион», 2009. — В. 3. — С. 73—80. — ISSN 1997-5996.
  6. Фрай Отто 2014 йыл 1 февраль архивланған..