Эстәлеккә күсергә

Франсуа Миттеран

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Франсуа Миттеран
Герб
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  Франция
Тыуған ваҡыттағы исеме франц. François Marie Adrien Maurice Mitterrand
Тыуған көнө 26 октябрь 1916({{padleft:1916|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})[3][4][2][…]
Тыуған урыны Жарнак[d][5][6]
Вафат булған көнө 8 ғинуар 1996({{padleft:1996|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})[3][4][2][…] (79 йәш)
Вафат булған урыны VII Париж округы[d], Париж, Франция[6]
Париж, Франция[7]
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе рак простаты[d]
Ерләнгән урыны Жарнак[d]
Ҡәбере һүрәте
Атаһы Joseph Mitterrand[d]
Әсәһе Yvonne Lorrain[d]
Бер туғандары Jacques Mitterrand[d], Robert Mitterrand[d] һәм Marie-Josèphe Mitterrand[d]
Хәләл ефете Даниэль Миттеран[d]
Внебрачный партнёр Anne Pingeot[d]
Балалары Жан-Кристоф Миттеран[d], Жильбер Миттеран[d], Мазарин Пинго[d] һәм Hravn Forsne[d]
Нәҫеле Миттераны[d][8]
Яҙма әҫәрҙәр теле Француз теле
Һөнәр төрө сәйәсмән, адвокат, журналист
Эшмәкәрлек төрө Сәйәсәт[7]
Биләгән вазифаһы президент Франции[d], депутат Национального собрания Франции[d], Mayor of Château-Chinon (Ville)[d], сенатор Франции[d][9], французский сокнязь Андорры[d], первый секретарь Французской социалистической партии[d], сенатор сообщества[d][9], депутат Национального собрания Франции[d], депутат Национального собрания Франции[d], депутат от департамента Ньевр[d], депутат от департамента Ньевр[d], conseiller général de la Nièvre[d], председатель Генерального совета[d], депутат от департамента Ньевр[d], депутат от департамента Ньевр[d], депутат от департамента Ньевр[d], министр юстиции[d], Minister of Veterans Affairs[d], Minister for Overseas France[d], Minister for Overseas France[d], Minister of European Affairs of France[d], министр внутренних дел Франции[d] һәм министр юстиции Франции[d]
Уҡыу йорто юридический факультет Парижского университета[d]
Институт политических исследований[d]
Әүҙемлек урыны Париж
Сәйәси фирҡә ағзаһы Демократический и социалистический союз Сопротивления[d], Социалистическая партия[d], Federation of the Democratic and Socialist Left[d] һәм Convention of Republican Institutions[d]
Участвовал в выборах Президентские выборы во Франции (1965)[d], Президентские выборы во Франции (1988)[d], Президентские выборы во Франции (1974)[d] һәм Президентские выборы во Франции[d]
Сәләмәтлек торошо Яман шеш
Ҡатнашыусы коллаборационизм во Франции[d]
Һуғыш/алыш Война за независимость Алжира[d] һәм Икенсе бөтә донъя һуғышы
Архивы хранятся в Национальные архивы Франции[d], Фонд Жана Жореса[d][10] һәм François Mitterrand institute[d]
Ойошма ағзаһы Academy of Morvan[d]
Милке Baltique[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Франсуа Миттеран Викимилектә

Франсуа Морис Адриен Мари Миттеран (франц. François Maurice Adrien Marie Mitterrand; 26 октябрь, 1916 йыл, Жарнак, Шаранта департаменты — 8 ғинуар, 1996 йыл, Париж) — француз дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре, социалистик хәрәкәт лидерҙарының береһе, 1981 йылдан 1995 йылға тиклем Францияның 21-се президенты. Унда 14 йыллыҡ президентлыҡ мөҙҙәте (7-шәр йылдан 2 мөҙҙәт) — Франция тарихында иң оҙайлыһы булып ҡала. Президент посына баҫыу менән ул ике осраҡта ла парламентты тарата һәм, президентлыҡтың тәүге 5 йылында парламентта күпселектең уның партияһынан булыуға өлгәшеү өсөн, яңы һайлауҙар иғлан итә. Әммә икеһендә лә уның партияһы һайлауҙарҙа еңелә, шуның өсөн һәр мөҙҙәттең һуңғы ике йылында Миттеран консерватив премьер-министрҙар менән хеҙмәттәшлек итергә мәжбүр була.

Миттеран Францияның XХ быуаттағы оло йәштәге президенты була (президент посын ҡалдырғанда уға 78 йәш тә 7 ай була) һәм вазифаһынан киткәндән һуң башҡа президенттарға ҡарағанда аҙыраҡ йәшәй (236 көн). Вафатынан бер аҙ алда, 1995 йылдың майында, Миттеран Мәскәүгә — СССР-ҙың Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүенең 50 йыллығын байрам итеүгә килә.

Бала сағы һәм үҫмер йылдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Франсуа Миттеран 1916 йылдың 26 октябрендә Жарнак ҡалаһында (Шаранта департаменты) Жозеф Миттеран һәм Ивонна Лоррэн ғаиләһендә тыуа. Уның атаһы тәүҙә инженер, һуңынан тимер юл компанияһы агенты була, аҙаҡ һеркә етештереү менән шөғөлләнә. Франсуаның өс ҡустыһы һәм дүрт һеңлеһе була.

Жарнакта башланғыс мәктәпте тамамлағандан һуң Ангулемға изге Павел шәхси католиктар колледж-интернатына ебәрелә, унда 1925—1934 йылдарҙа уҡый. 1934 йылдың октябрендә ата-әсәһенән дүрт рекомендация хаты менән Парижға уҡырға килә, хаттарҙың береһе ата-әсәһенең танышы — билдәле яҙыусы Франсуа Мориакҡа адресланған була.

Йәш сағында Миттеран консерватив ҡарашта һәм ихлас католик була. Ангулемда изге Павел колледжында уҡығанда Миттеран «Католик ғәмәлдәр» ойошмаһына ылыға, шул уҡ ваҡытта Марк Саньеның «Сийон» хәрәкәтенең һул католиктары һәм Франсуа де ля Роктың «Утлы тәре»һенә яҡын булған ультра уң "Милли волонтерҙар"ы менән бер юлы бәйләнеш тота. Француз социаль партияһы гәзитенә мәҡәләләр яҙа, ксенофоб демонстрацияларында ҡатнаша.

Юридик белем ала (Сорбонна университеты һәм Сәйәси фәндәр мәктәбе дипломдары).

Икенсе донъя һуғышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Икенсе донъя һуғышында ҡатнаша. Һуғыш башланғанға тиклем үк, 1938 йылдың апрелендә, армия сафына алына һәм «сәйер һуғыш» ваҡытында рядовой Миттеран Седан янында урынлашҡан 23-сө колониаль пехота полкына ебәрелә.

Париж өсөн барған һуғыш мәлендә, 1940 йылдың 14 июнендә, эргәһендәге шартлаған мина ярсығынан яралана, уны Виттель хәрби госпиталенә алып сығалар, әммә тиҙҙән был госпиталь яралылары һәм медицина персоналы менән бергә вермахт көстәре ҡулына эләгә. Дөйөм алғанда йыл ярым немецтарҙа әсирлектә була, ошо ваҡыт эсендә Франсуа Миттеран өс тапҡыр ҡасырға тырышып ҡарай. Һуңғыһы — 1941 йылдың декабрендә — уңышлы тамамлана. Француз тимер юлсылары ярҙамында оккупацияланған зона аша үтеп, Виши режимы контроллек иткән биләмәгә барып эләгә.

Миттерандың һуғыш йылдарындағы эшмәкәрлеге бәхәсле булып ҡала, миҫал булып «Виши ҡаршылығы» һанала. Бер яҡтан, ул Виши режимының Петен хакимиәтендә эшләй, хәрби әсирҙәр яҙмышы менән шөғөлләнә, хатта Виши режимының дәүләт наградаһы Франциск ордены (1943) менән бүләкләнә. Шул уҡ ваҡытта ул параллель рәүештә Францияның Ҡаршылыҡ хәрәкәтендә ҡатнаша. Унда, хәрби әсирҙәр эштәре буйынса Комиссариатта эшләүе арҡаһында, ул Ҡаршылыҡта ҡатнашыусыларҙың йәшерен селтәрен булдырыуға һәм нацис концлагерынан ҡасҡан француз әсирҙәре өсөн документтар эшләү биреүгә өлгәшә. «Хәрби әсирҙәр һәм күсерелгән кешеләр милли хәрәкәте» һәм «Хәрби әсирҙәрҙең милли союзы» ойошмаларын етәкләй.

1943 йылдың ноябрь урталарында СД подпольщик «Франсуа Морланды» (Миттеран ошо исем аҫтына йәшеренә) тотоу маҡсатында облавалар үткәрә башлай, дуҫтары ярҙамында ул Британия самолетында Лондонға ҡаса. 1943 йылдың декабрендә Алжирға китә. Унда Шарль де Голль менән тәүге тапҡыр осраша, әммә «Ирекле Францияға» ҡушылыуҙан баш тарта.

1944 йылдың август айында Парижды азат итеүҙә ҡатнаша. Миттеран, де Голль менән конфликт арҡаһында, Элекке фронтовиктар эштәре буйынса министрлығындағы генераль секретарь вазифаһында ҡала алмай, ләкин Жак Фоккар менән бергә төҙөгән план буйынса лагерҙарҙағы әсирҙәрҙе азат итеүҙә ҡатнаша. Кауферинг һәм Дахау концлагерын концлагерын азат итеүҙә ҡатнаша. Ҡаршылыҡ буйынса иптәше, коммунист Робер Антельманы осраҡлы рәүештә ярымүле хәлендә тапып ҡотҡара һәм тифтан дауаланыу өсөн Парижға оҙата.

1944 йылда һул ҡарашы менән айырылып торған Даниэль Гузға өйләнә.

Дүртенсе Республика

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һуғыштан һуң Миттеран сәйәсәткә ҡайта. Ул «Республика һулдары берекмәһенең» уң-үҙәк һайлауҙар альянсында торған «Ҡаршылыҡ хәрәкәтенең демократик һәм социалистик союзының» (ЮДСР) үҙәк төркөмөнә инә. 1948 йылда ЮДСР-ҙың етәксе комитетына инә, һәм 1953 йылдың 24 ноябрендә Нантта VII съезында уның рәйесе итеп һайлана.

1946 йылдың июнендә Париж биҫтәһе округтарының береһендә Учредительный йыйылышҡа һайлауҙарҙа еңелеүгә дусар булып, 1946 йылдың ноябрендә Ньевр департаментында һайлауҙарҙа ҡала парламентына һайланыу өсөн сираттағы көрәшен башлай. Төп конкуренттарының береһе ФКП-нан булғанға күрә, ул һайлау алды кампанияһын үтә антикоммунистик рухта алып бара, шулай итеп Ньевр департаментынан депутат итеп һайлана һәм 1947 йылдың 22 ғинуарында элекке фронтовиктар һәм һуғыш ҡорбандары эштәре буйынса министр сифатында хөкүмәт составына инә. Дүртенсе Республика ваҡытында ул төрлө вазифалар биләй, шул иҫәптән элекке фронтовиктар, диңгеҙ аръяғы биләмәләре, Европа Советы эштәре, эске эштәр һәм юстиция эштәре буйынса министр вазифаларында — барлығы 11 төрлө вазифала эшләй.

Колониаль лоббиға ҡаршы сығыш яһай, 1953 йылда Һиндҡытайы һуғышын тыныс юл менән көйләү яҡлы була, ә Марокко солтаны Мөхәммәт V ҡулға алынғандан һуң Төньяҡ Африкала колониаль сәйәсәт алып барыуға ҡаршы протест белдереп, Жозеф Ланьель кабинеты составындан сыға. Шул уҡ ваҡытта Алжирҙа конфликтты көсәйтеүҙә уның роле ҙур: «Алжир — ул Франция» ҡарашында тороп, ул Алжирҙа хәрби хәлдең булыуын хуплай һәм Алжир революционерҙарын язалауҙан да баш тартмай, Пьер Мендес-Франс кеүек һул-үҙәк ҡарашлы башҡа министрҙар уны тәнҡитләй һәм ул үҙе лә аҙаҡ шул осорҙағы эшмәкәрлеге өсөн үкенә. Икенсе яҡтан, Алжирҙың бойондороҡһоҙлоғона ҡаршы булған ультрауң ҡарашлылар аҙаҡ Миттеранды үлтерергә йыйына, тигән хәбәр тарала.

1948 йылда Миттеран Европа федералистарының Гаага конгресында ҡатнаша.

1958 йылдың 13 майындағы фетнәнән һуң «Республиканы яҡлау өсөн хәрәкәт комитеты» саҡырыуы буйынса 28 майҙа антифашистар демонстрацияһында ҡатнаша. Шарль де Голль Бишенсе Республика булдырылыу тураһында иғлан иткәндән һуң Миттеран президенттың шәхси власының яңы режимын һәм 1958 йылғы Конституцияны тәнҡитләп сығыш яһай, референдумда уға ҡаршы тауыш бирергә саҡыра (һуңынан, 1964 йылда, «Дауамлы дәүләт түңкәрелеше» китабында президенттың шәхси власы режимы тәнҡитләнә).

1958 йылдағы парламент һайлауҙарының икенсе турында уның кандидатураһын коммунистар хуплай, тик СФИО (Эшселәр интернационалының француз секцияһы) үҙ кандидатын алып ташлауҙан баш тарта, һөҙөмтәлә де Голль яҡлылар еңә. Түбәнге палатала депутатлыҡ мандатын юғалтҡас, Миттеран, 1959 йылдың 26 апрелендә, Демократик һулдар төркөмө ултырышында ҡатнашып, Ньеврҙан Сенатҡа һайлана. Шулай уҡ 1959 йылдың 26 мартында Шато-Шинондың мэры итеп һайлана, ә 1961 йылдың июнендә тағы ла Монсош кантонынан Ньеврдепартаментының генераль советы депутаты итеп һайлана (беренсе тапҡыр 1949 йылда һайлана һәм 1981 йылға тиклем ошо вазифала ҡала). 1962 йылғы һайлауҙар йомғаҡтары буйынса Милли йыйылышҡа ҡайта, унда Миттеранды ФКП һәм СФИО уны хуплай.

Неортодоксаль һулдар нигеҙ һалған Берләшкән социалистик партияға Миттеранды ҡабул итмәҙәр — Виши менән бәйлелеген йәшерергә тырышыуы һәм Го Молле хөкүмәтенең колониаль һуғыштарында ҡатнашыуы ғәфү ителмәй.

1964 йылда Ньевр департаменты генераль советы рәйесе итеп һайлана, шулай уҡ яңы Республика институттары конвенты партияһына етәксе булып китә.

1965 йылда ул, үҙен деГоллдең төп һул оппоненты тип атап, Демократик һәм социалистик һул көстәр федерацияһына (ФДСЛС) нигеҙ һала. 1965 йылдың декабрендә тәүге тапҡыр президент һайлауҙарында ҡатнаша. Шарль де Голль бик еңел генә еңеүгә өлгәшер тип көтөлһә лә, Миттеран 32 % тауыш йыя, шуға һайлауҙарҙың икенсе туры үткәрелә. Әммә Миттеран, 44,8 процент тауыш йыйып, 1965 йылғы президент һайлауҙарының икенсе турында еңелә.

1968 йылдың «ҡыҙыл майы» мәлендә Миттеран, коммунистар һәм социалистар партияларына ҡарағанда, баш күтәргән һул радикал йәштәргә дуҫтарҙа мәнәсәбәттә була. Ошо ҡаршылыҡ тулҡынынан файҙаланып, Миттеран Демократик һәм социалистик һул көстәр федерацияһынан президент һайлауҙарында ҡатнасағын белдерә, әммә федерация сираттан тыш парламент һайлауҙарында һулдар көстәрҙең еңелеүенән һуң тарҡала, ә Ги Молле Миттеранға 1969 йылда үтәсәк президент һайлауҙарында СФИО-нан һайлау алды көрәшендә ҡатнашыуын тыя.

Әммә һулдарҙың еңелеүенән һуң Миттеран социалистик хәрәкәтте үҙгәртеп ҡора һәм яңы партия төҙөй. Беренсе секретарь статусында 1971 йылдың 16 июненән 1981 йылға тиклем Социалистик партияға етәкселек итә. 1972 йылдың июнендә социалистик партия Социнтернға ингәндән һуң ул биш вице-президенттың береһе була. Был осорҙа социалистар Икенсе донъя һуғышынан һуң тәүге тапҡыр һул флангыла көслө коммунистар партияһын икенсе планға ҡыҫырыҡлауға өлгәшә.

1972 йылда Миттеран Француз коммунитар партияһынан Жорж Марше һәм Һул радикалдар хәрәкәтенән Робер Фабер менән берлектәге хөкүмәт программаһына ҡул ҡуйыуға өлгәшә.1974 йылда президент һайлауҙарында социалистар, коммунистар һәм һул радикалдарҙан бер кандидат булараҡ беренсе турҙа 11 млн (43,25 %) тауыш йыйып, ул еңеүгә өмөт итә. Икенсе турҙа 13 млн (49,2 %) тауыш йыя, ләкин Жискар д ' Эстендан бер ни тиклем ҡалыша.

Беренсе президентлыҡ срогы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1981 йылдың 24 ғинуарында Социалистик партияның ғәҙәттән тыш съезында Кретей ҡалаһында Миттеран сираттағы президент һайлауҙарында 110пункттан торған программа менән кандидат итеп тәҡдим ителә. Беренсе турҙа коммунистар һәм һул радикалдар үҙҙәренең кандидаттарын күрһәтә, әммә Миттеран,25,86 % тауыш менәникенсе урынды алып, һулдар араһында социалистарҙың лидер булыуын раҫлай. Икенсе турҙа, бөтә һулдарҙың хуплауын алып һәм 51,75 % тауыш йыйып, ул президент һайлауҙарында еңә. Миттерандың триумфы 1981 йылдың июнендә үткән Милли йыйылышҡа сираттан тыш һайлауҙарҙа социалистар тарафынан нығытыла.

Миттеран президент посына баҫҡас ойошторған беренсе социалистик Хөкүмәт Пьер Моруа һәм дүрт коммунист-министр ҡатнашлығында масштаблы программаны тормошҡа ашырырға тырыша: национализациялау үткәрә, дәүләт власын үҙәкләштереүҙе бөтөрә (Деффер акты), артабан эш аҙнаһын 39 сәғәткә тиклем ҡыҫҡартыу, пенсияға сығыу йәшен 60 йылға тиклем кәметеү, байлыҡҡа тос ҡына һалым һәм 5 аҙналыҡ отпуск индереү, минималь эш хаҡын 15 процентҡа күтәреү, икенсе һәм өсөнсө балаға социаль түләүҙе арттырыу, яңы технологияларҙы дәүләт дәртләндереүе («Минитель» һәм TGV поездары) һәм киң мәғлүмәт сараларын либералләштереү планлаштырыла.

1981 йылдың октябрендә, юстиция министры Робер Бадентер инициативаһы буйынса үлем язаһын тыйыу тураһындағы закон ҡабул ителә. Һуңынан былнорма француз конституциһында нығытыла.[1]

Әммә халыҡ-ара конъюнктураның уңайлы булмауы һәм капиталдың ситкә ағыуы һәм мәғариф министры Ален Савариның шәхси мәктәптәрҙе финанслауҙы ҡыҫҡартыу тураһындағы законы ҡабул ителгәндән һуң хасил булған сәйәси көрсөк арҡаһында, алынған курс туҡтатыла. 1984 йылда коммунистарһыҙ төҙөлгән хөкүмәтте премьер-министр Лоран Фабиус етәкләй, ул һул (асылда кейнсиан) реформаларын туҡтата һәм «ҡаты экономия» режимына күсә.

1981 йылдың 29 октябрендә Францияға иммиграция законы сыға, уға ярашлы илгә йәшерен рәүештә инеп йәшәгәндәрҙең хоҡуҡтары ҡыҫыла, хатта бер йылдан артыҡ срокҡа төрмәгә ултыртылған нелегал илдән ҡыуып сығарыла[11]. 1982 йылда 100 мең самаһын иммигрант Францияла йәшәү, шулай уҡ башҡа төрлө бер нисә хоҡуҡҡа эйә була (шул иҫәптән предприятиеларҙың эшсе советына һайланыу һәм йәмәғәт ойошмаларын булдырыу хоҡуҡтары)[12]. 1982 йылда ул «Теләктәшлек» хәрәкәтенә ярҙам итеү өсөн «Польша Польша булып ҡалһын өсөн» программаһында ҡатнаша[13].

1986 йылда парламент һайлауҙарында уң оппозиция еңеү яулай, һәм Миттеранға Лоран Фабиустың отставкаһын ҡабул итергә һәм Шарль де Голь яҡлы булған Жак Ширак республикаһын хуплаусы берекмә лидерын премьер-министр итеп тәғәйенләргә мәжбүр була, шулай итеп, Франция тарихындағы тәүге «һыйышып йәшәү» (Cohabitation) осоро башлана: «һул» президент «уң» премьер менән эшләй. Иң тәүге сиратта иммигранттар тураһындағы нормаға үҙгәрештәр индерелә — 1986 йылдың сентябрендә легаль булмаған мигранттарҙы депортациялау законы юҡҡа сығарыла[12].

Икенсе президентлыҡ срогы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1988 йылдағы президент һайлауҙарының беренсе турында Миттеранды социалистар һәм һул радикалдар хәрәкәте хуплай, ул, 34,11 % тауыш йыйып, беренсе урынды яулай. Икенсе турҙа уны коммунистар хуплай, һәм ул, Жак Ширакты үтеп, икенсе ете йыллыҡ срокҡа һайлана. 10 майҙа социалист Мишель Рокар етәкселегендәге хөкүмәт төҙөлә. 1991 йылдың яҙында Миттеран ил тарихында тәүге тапҡыр ҡатын-ҡыҙҙы — Эдит Крессонды хөкүмәт башлығы итеп тәғәйенләй.

Миттеран Европа интеграцияһы яҡлы була, Европа берлеге илдәреренең валюта-иҡтисади һәм сәйәси союздашлығын булдырыу идеяһын хуплай, Францияның ГФР һәм АҠШ менән яҡынайыуы өсөн сығыш яһай. Шул уҡ ваҡытта тап Миттеран дәүерендә һуғыш йылдарында нацизм менән бергә көрәшеүгә нигеҙләнгән Франция һәм СССР араһында бер-береһенә ышанған һәм конструктив мөнәсәбәттәр булдырыла. Шул уҡ ваҡытта, 1984 йылдың 20-23 июнендә Мәскәүҙәге сәфәре барышында, ҡулға алынған академик һәм диссидент Андрей Сахаровты яҡлауы тураһында белдерә.

Миттеран, Франция президенты булараҡ, Альбервилдә 1992 йылғы Ҡышҡы олимпия уйындарын аса.

Вафаты алдынан, 1995 йылғы раштыуа байрамдарында үҙенең никахтан ситтә тыуған ҡыҙы Мазарин менән бергә Мысырҙа була. 1996 йылдың 8 ғинуарында Миттеран простата рагынан вафат була. Элекке президенттың вафатынан һуң илдә милли матәм көнө иғлан ителә[14]. Миттеран президент булған сағында сирен йәшергән. Вафатынан һуң уның ғәмәлдә ун дүрт йыл буйы простата яман шеш ауырыуынан яфаланыуы беленә[15]. Миттеран Шаранта департаментында Жарнак зыяратында ерләнгән.

Фильмдарҙағы образы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 2005 — Le Promeneur du Champ-de-Mars[fr] по роману Жоржа-Марка Бенаму[fr] Le Dernier Mitterrand (реж. Робер Гедигян, в роли Президента, не называемого по имени — Мишель Буке)
  • 2015 — Шляпа Миттерана / Le chapeau de Mitterrand (реж. Робен Дави / Robin Davis), в гл. роли Фредерик Дифенталь, в роли Миттерана — Лоран Кларе / Laurent Claret
  • 2015 — Миттеран. Неподъемное наследство / Mitterrand, l’heritage impossible (реж. Бертран Деле / Bertrand Delais) — документальный
  • 2016 — Государственный деятель. Перед лицом истории / Homme d'État, le face à face avec l’Histoire (реж. Жан-Пьер Бертран / Jean-Pierre Bertrand) — документальный
  • 2017 — Страна невинности. Детство и отрочество Франсуа Миттерана / Le Pays de l’innocence, enfance et adolescence de François Mitterrand (реж. Фредерик Миттеран / Frédéric Mitterrand) — документальный
  • Здесь и сейчас = Ici et maintenant. — М.: Прогресс, 1981. — 238 с. — Рассылается по специальному списку
  1. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. 2,0 2,1 2,2 Deutsche Nationalbibliothek Record #118582887 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. 3,0 3,1 http://www.senat.fr/senateur/mitterrand_francois000379.html
  4. 4,0 4,1 http://www.senat.fr/senateur-communaute/mitterrand_francois000379.html
  5. Миттеран Франсуа // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  6. 6,0 6,1 https://personnes-decedees.matchid.io/?q=Francois%20Mitterrand%2026%2F10%2F1916&size=n_20_n
  7. 7,0 7,1 Чешская национальная авторитетная база данных
  8. Mitterrand <Familie> // https://pm20.zbw.eu/folder/pe/012316 — 1908.
  9. 9,0 9,1 https://www.senat.fr/senateur-communaute/mitterrand_francois000379.html (фр.)
  10. http://cas.jean-jaures.org/IR_1PS.pdf
  11. Садыкова Л. Р. Мусульманские сообщества в Великобритании, Германии и Франции: проблема адаптации в принимающих странах. Диссертация на соискание ученой степени кандидата исторических наук. — М., 2015. — С. 83. Режим доступа: http://ivran.ru/obyavleniya?artid=4308
  12. 12,0 12,1 Садыкова Л. Р. Мусульманские сообщества в Великобритании, Германии и Франции: проблема адаптации в принимающих странах. Диссертация на соискание ученой степени кандидата исторических наук. — М., 2015. — С. 84. Режим доступа: http://ivran.ru/obyavleniya?artid=4308
  13. DAY OF PROTEST ON THE POLISH CRISIS GETS MODEST RESPONSE WORLDWIDE (инг.)
  14. Le deuil national, une décision rare en France (фр.). Le Figaro (17 июль 2016). Дата обращения: 19 декабрь 2017. Архивировано 20 ноябрь 2017 года.
  15. Огонек: Хочешь Власти — Раздевайся. Дата обращения: 9 декабрь 2013. Архивировано 13 декабрь 2013 года. 2013 йыл 13 декабрь архивланған.
Француз Республикаһы президенттары
1848 1852 1871 1873 1879 1887 1894 1895 1899
Луи-Наполеон
Бонапарт
Адольф
Тьер
Патрис
Мак-Магон
Жюль
Греви
Сади
Карно
Жан
Казимир-Перье
Феликс
Фор
1899 1906 1913 1920 1920 1924 1931 1932 1940 1947
Эмиль
Лубе
Арман
Фальер
Раймон
Пуанкаре
Поль
Дешанель
Александр
Мильеран
Гастон
Думерг
Поль
Думер
Альбер
Лебрен
1947 1954 1959 1969 1974 1981 1995
Венсан
Ориоль
Рене
Коти
Шарль
де Голль
Жорж
Помпиду
Валери
Жискар д’Эстен
Франсуа
Миттеран
1995 2007 2012
Жак
Ширак
Николя
Саркози
Франсуа
Олланд

Тарих — I Республика — II Республика — III Республика — IV Республика — V Республика