Эстәлеккә күсергә

Француз көйө (йыр)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Француз көйө
Сәнғәт формаһы Йыр
Әҫәрҙең теле башҡортса‎
Нәшер ителеү ваҡыты 1984
Выпуск 6-сы сығарылыш

Француз көйө (йыр) (рус. Французская мелодия (песня)) — 1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорт полктарының да ҡатнашыуына арнап халыҡ тарафынан ижад ителгән йыр[1].

1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорт кавалерия полктары яугирҙары күрһәткән батырлыҡтар бөгөн дә халыҡ хәтерендә һәм телендә. Батшаның 1812 йылдың 8 авгусындағы указы нигеҙендә 1812 йылғы Ватан һуғышына Ырымбур губернияһынан 40 кавалерия полкы оҙатыла, шуларҙың 28-е — башҡорт полктары. Башҡорттар һуғышҡа үҙ аттары менән, тейешенсә кейенеп бара, һәр яугир үҙе менән уҡ-һаҙағын да, хатта ҡурайын да алырға онотмай. Шуға ла көнбайыш халҡы башҡорт яугирҙарын антик мифологиялағы уҡ-һаҙаҡлы малай ҡиәфәтендәге Мөхәббәт аллаһы исеме менән Төньяҡ амурҙары тип атай башлай. Тәүге мәлдә Наполеон ғәсҡәре һалдаттары уҡ-ян менән ҡоралланған сәйер кейемдәге яугирҙарҙы тиҙ арала еңергә иҫәп тота. Әммә башҡорттар, һунар мәлендәгесә ҡамалған дошманға ямғырҙай уҡ яуҙырып, күҙ асырға ла ирек бирмәйенсә уларҙы юҡ итә. Тыуған илдәрендәге кеүек, ял ваҡыттарында айырылғыһыҙ дуҫы, моңдашы булған ҡурайын алып, уйнап күңелдәрен йыуата, дошманды еңеп ҡайтыуына инаныс менән туған моңдарын сит тарафтарҙа яңғырата[1].

Француз көйө (йыр)

Ҡыҙыл ғына менән Яйыҡ һыуы,
Салт аяҙ көн булмай, туңмай ҙа,
Беҙ китә лә тип үк иламағыҙ,
Илаһағыҙ юлым уңмай ҙа.
Беҙ китәбеҙ инде, ай, үҙебеҙ,
Алыҫ ҡалыр тыуған илебеҙ.
Беҙ килә лә тип үк, ҡарай-ҡарай,
Тилмерер ҙә ике күҙегеҙ.
Атҡа ғына мендек беҙ үҙебеҙ,
Ҡалманымы әйтер һүҙегеҙ?
Ҡалһа ҡалһын әйтер һүҙҙәрегеҙ,
Сабырһыҙ ҙа булмаң үҙегеҙ.

«Любезные вы мои» китабында 1836—1839 йылға тиклем иҫән булған яугирҙар батшаның икешәр көмөш миҙалы: «За взятие Парижа 19 марта 1814 года» һәм «В память войны 1812 года» менән бүләкләнгән яугирҙарҙың исемлеге бирелә. Исемлектә 15-се башҡорт полкы (6-сы башҡорт кантоны) яугирҙарының да исем-шәрифтаре лә бар. Бына уларҙың бер нисәһе: Баймаҡ районының Иҫән ауылынан зауряд-хорунжий Ишбирҙе Моталлапов (хәҙер уның туған-тумасаһы Ишбирҙиндар фамилияһын йөрөтә), Бурансы Ҡаҙаҡбаев, Иҫәнғол Сакиев, Мөхәмәтәмин Ҡотанов; Темәстән — урядник Исмәғил Иҫәнғолов, Ирназар Илбаҡтин, Юныс Рахманғолов, Исламбай Мәһәҙиев, Алтынса Мамелин, урядник Иблеәмин Бикбулатов[1].

  1. 1,0 1,1 1,2 Любезные вы мои. составитель А. З. Асфандиаров.— Уфа. Китап. — 1992. Т.15 000. стр.240. ISBN 5-295-01085-6
  • Йырҙар. Алтынсы баҫма. Төҙөүсеһе Хөрмәт Бткҡолов. Өфө. Башҡортостан китап нәшриәте.1984. — 624 бит. Т. 50 000 экз.
  • Любезные вы мои. составитель А. З. Асфандиаров.— Уфа. Китап. — 1992. Т.15 000. стр.240. ISBN 5-295-01085-6