Француз Һинд-Ҡытайы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Һинд-Ҡытай союзы
Union indochinoise
Liên bang Đông Dương
Флаг Герб
Флаг Герб

Һинд-Ҡытай союзы
Һинд-Ҡытай союзы

 Flag of Cambodia (1863–1948).svg
 Flag of Laos (1893–1952).svg
 Flag of France.svg
 Flag of Central Vietnam (1885-1890).gif
Flag of Cambodia.svg 
Flag of Laos (1952–1975).svg 
Flag of South Vietnam.svg 
Flag of North Vietnam (1955–1976).svg 
1887 — 1954
Баш ҡала

Ханой

Телдәр

Француз теле, Вьетнам теле, Лао (тел), Кхмер теле

Майҙаны

750 000 км² (1935)

Халҡы

21 599 582 (1935)

Идара итеү формаһы

Колониаль протектораттар федерацияһы

Тарихы
 • 17 октябрь 1887

нигеҙ һалыныуы

 • 3 октябрь 1893

Лаостың ҡушылыуы

 • 2 сентябрь 1945

Төньяҡ Вьетнамды иғлан итеү

 • 14 июнь 1949

Көньяҡ Вьетнамдың бойондороҡһоҙлоғо

 • 19 июля 1949

Лаос бойондороҡһоҙлоғо

 • 9 ноябрь 1953

Камбоджаның бойондороҡһоҙлоғо

Commons-logo.svg Француз Һинд-Ҡытайы Викимилектә

Француз Һинд-Ҡытайы (франц. Indochine française, вьетн. Đông Dương thuộc Pháp [ɗoŋm zɰəŋ tʰuə̀k fǎp]) — Француз колониаль империяһының бер өлөшө, Һинд-Ҡытай ярымутрауында Францияның элекке колонияһы.

1887 йылдан алып рәсми исеме Һинд-Ҡытай союзы союзы (фр. Union indochinoise, вьетн. Liên bang Đông Dương) була. Уның составына 1858 йылдан 1884 йылға тиклем Франция тарафынан баҫып алынған Вьетнам территорияһы инә. Был территория Кохинчина (Намбо) колонияһына, Аннам (Чунгбо) һәм Тонкин (Бакбо) протектораттарына бүленә. Бынан тыш, Француз Һинд-Ҡытайы составына Камбоджа протектораты һәм 1860—1890 йылдарҙа баҫып алынған Лаос протектораты, шулай уҡ Ҡытайҙан ҡуртымға алынған Гуанчжоувань территорияһы инә.

Икенсе донъя һуғышынан һуң Француз Һинд-Ҡытай территорияһында милли-азатлыҡ хәрәкәттәре еңеүе һөҙөмтәһендә бойондороҡһоҙ дәүләттәр: Вьетнам, Камбоджа һәм Лаос барлыҡҡа килә.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Миссионерлыҡ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һинд-Ҡытайҙың XVIII быуаттағы картаһы, Амстердамда 1760 йылдар тирәһендә баҫылып сыға.

XVII быуатта Һинд-Ҡытайҙа монах-иезуит Александр де Род булған саҡта француздар килә башлай.

XVIII быуат аҙағында, 1777 йылда тэйшондар ихтилалы ваҡытында, көньяҡ Вьетнам дәүләтендә хакимлыҡ иткән кенәз Нгуен ырыуының бөтә ырыу аҡһөйәктәрен тиерлек үлтерелә. Бары тик 15 йәшлек Нгуен Фук Ань ғына иҫән ҡала. Уны тэйшондарҙан француз миссионеры, Адран епискобы Пиньо де Беэн йәшереп ҡала.

Версаль килешеүе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1784 йылда Нгуен Фук Ань Пиньо де Беэндан Франциянан хәрби ярҙам алыуҙа ҡатнашсы булыуын һорай. Пиньо Де Беэн менән бергә Нгуен Фук Андың өлкән улы — дүрт йәшлек принц Кань да Францияға юлланған дипломатик миссия составында Европаға китә. 1787 йылда Адран епискобы Нгуен Фук Ань исеменән тарихҡа Франция менән «Версаль килешеүе» исеме аҫтында ингән килешеүгә ҡул ҡуя. Был килешеүгә ярашлы, Нгуен Фук Ань француздарға бер нисә биләмәне, бөтә ил буйынса сауҙа монополияһын бирә, шулай уҡ, Көнсығышта ниндәй ҙә булһа дәүләт менән һуғыш алып барған осраҡта, Францияға һалдат һәм аҙыҡ-түлек менән тәьмин итергә йөкләмә ала. Франция Нгуен Фук Анға 1650 кешелек хәрби отряд һәм 4 караптан торған эскадра тапшырырға тейеш була. Ошо килешеүҙе тормошҡа ашырыуға Бөйөк француз инҡилабы ҡамасаулай, әммә француздар һуңынан уға йыш ҡына Вьетнамда булыуҙарын аҡлау өсөн мөрәжәғәт итә.

XIX быуат башында Вьетнам берҙәм дәүләткә берләшкәндән һуң, 1787 йылғы Версаль килешеүе «онотола» һәм тормошҡа ашмаған тип һанала. 1820-се йылдарҙа илдә христиандарға ҡаршы беренсе указдар сығарыла. 1835 йылда Вьетнам императоры Минь Манг Вьетнамда христиан диненә өндәүҙе тыйған указ сығара. Христианлыҡҡа ҡаршы сәйәсәт һәм миссионерҙарҙы эҙәрлекләү Францияла кире реакция тыуҙыра. Франция короле Луи-Филиппп Вьетнам илселеген ҡабул итеүҙән баш тарта, ә уның Алыҫ Көнсығыштағы диңгеҙ флоты Вьетнамдағы христиан миссионерҙарына һәр яҡлап ярҙам күрһәтергә бойороҡ ала.

XIX быуаттағы француз-вьетнам һуғыштары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Француз — Вьетнам бәрелештәре (1851—1857)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1851—1857 йылдар. Франция менән бәрелештәр[1].

1857 йылдың февралендә Данангҡа карап килә. Унда Сиам һәм Камбоджа һарайҙарындағы француз вәкиле Шарль де Монтиньи була. Уға рәсми хөкүмәт вәкәләттәре бирелә һәм Вьетнамдағы христиандарға дин тотоу азатлығын тәьмин итеү генә түгел, сауҙа һәм дипломатик мөнәсәбәттәр урынлаштырыу бурыстары ҡуйыла. Француздар үҙҙәренең хөкүмәтенең рәсми мөрәжәғәтнамәһен Вьетнам хәрби-диңгеҙ чиновнигына тапшырырға маташа, әммә ул ҡабул ителмәй. Шул саҡта француздар рәсми хатты вьетнам властарына көсләп бирергә йәки де Монтиньиҙы ҡабул итергә мәжбүр итергә тырыша. Улар Дананг ҡәлғәһен бомбаға тота, әммә бер нәмәгә лә өлгәшә алмағас, кире ҡайтырға мәжбүр булалар.

Беренсе француз-вьетнам һуғышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1858—1862 һәм 1883—1884 йылдарҙағы француз-вьетнам һуғыштары — Вьетнамды колониаль ҡоллоҡҡа алыу маҡсатында Франция үткәргән баҫып алыу һуғыштары[2].

Һинд-Ҡытайында Европа державалары эксппансияһы

1858 йылда Тяньцзинь ҡалаһында француз-ҡытай килешеүенә ҡул ҡуйғандан һуң, Наполеон III Ҡытай походында ҡатнашҡан ғәскәрҙәрҙе Вьетнамға күсерергә бойора; француздарға Филиппиндан урындағы климатҡа күнеккән испан колониаль ғәскәрҙәре ҡушыла. Берләштерелгән франк-испан ғәскәрҙәре командующийы булып адмирал Риго де Женуйи тора. Регуляр вьетнам армияһы Европа ғәскәрҙәре тарафынан тар-мар ителә, 1859 йылдың мартында француздар Сайгонды, ә һуңынан Вьетнамдың төрлө өлөштәрендәге ҙур территорияларҙы баҫып ала. Вьетнам хөкүмәте солох һөйләшеүҙәренә ризалашырға мәжбүр була, ә 1862 йылда Сайгон килешеүенә ҡул ҡуя, уға ярашлы Вьетнам Францияға өс провинцияһын бирә. Килешеүҙе ратификациялау оҙаҡҡа һуҙылғанлыҡтан, хәрби хәрәкәттәр яңынан башлана, һәм 1867 йылда Вьетнамға Франция менән ауырыраҡ шарттарҙа килешеүгә ҡул ҡуйырға тура килә.

Көньяҡ Вьетнамды француздар баҫып алғандан һуң, Камбоджа короле 1861 йылда Сайгонға, француздарға дуҫтарса теләктәшлек белдереп, ҙур илселек ебәрә. Сиам яғынан экспансия хәүефе көсәйгәнлектән, Камбоджаның хакимлыҡ итеүсе даирәләре француз протекторатын таныу яҡлы була башлай. Протекторат тураһында француз-камбоджа килешеүенә 1863 йылдың 11 авгусында ҡул ҡуйыла һәм ике яҡ тарафынан 1864 йылда раҫлана. 1864—1867 йылдарҙа, килешеү шарттарына ярашлы, француздарға Камбоджа протекторы властарына күп һанлы ихтилалдарҙы баҫтырыуҙа ярҙам итергә тура килә, был Франция өсөн бик ҡиммәткә төшә. 1867 йылда Кохинхинаның француз властары Сиам менән Камбоджаны бүлеү тураһында уңышлы һөйләшеүҙәр алып бара. 1867 йылдың 1 декабрендәге килешеү шарттары буйынса Сиам Францияның Камбоджа өҫтөнән протекторатын таный, ә алмашҡа Франция көнбайыш Камбоджаның ике провинцияһын Сиамға ҡушыу тураһында килешә.

Женева килешеүҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Француздар Дьенбьенф тирәһендә еңелгәндән һуң үткәрелгән һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһендә француз ғәскәрҙәре Һинд-Ҡытайын ҡалдыра. Ә Вьетнам ваҡытлыса 17-се параллель буйынса ике өлөшкә бүленә (унда демилитаризацияланған зона булдырыла), төньяҡта Вьетнам халыҡ армияһы һәм көньяҡта француз союзы көстәре яңынан төркөмләнә. Һуңынан, 1956 йылдың июлендә, киләсәк сәйәси режимды билдәләү һәм илдең берләштереү маҡсатында илдең ике өлөшөндә лә ирекле һайлауҙар үткәреү күҙ уңында тотола.

Валюта[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Файл:French Indochina 100 Piastres.png
Камбоджа, Лаос һәм Вьетнам штаттарының 100 пиастрлыҡ банкнотаһы, 1954 йыл, француз Һинд-Ҡытайында йөрөй

Флаг[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1887 һәм 1945 йылдар араһында Һинд-Ҡытай союзы флагы һары төҫтә була, уның өҫкө һул сирегендә Франция флагы һүрәтләнә. Ә 1946—1949 йылдарҙа һары туҡымала Вьетнамдың өс өлөшөн символлаштырған өс горизонталь һыҙат һүрәтләнә.[3].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Индокитай (фильм)
  • Японская оккупация Камбоджи
  • Камбоджийцы во Франции

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Военная история Вьетнама. Дата обращения: 11 ноябрь 2012. Архивировано 16 август 2011 года.
  2. [ Франко-вьетнамские войны] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  3. Спаткай Л. В. Гербы и флаги стран мира. Азия. — М.: Издательские решения, 2016. — 780 с. — ISBN 978-5-4483-2772-8. Архивная копия от 29 апрель 2017 на Wayback Machine

Ссылки[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]