Фридрих фон Визер

Был мәҡәлә яҡшы мәҡәләләр исемлегенә инә
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Фридрих фон Визер
Friedrich von Wieser
Тыуған көнө

10 июль 1851({{padleft:1851|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})

Тыуған урыны

Вена, Австро-Венгрия империяһы

Вафат көнө

22 июль 1926({{padleft:1926|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (75 йәш)

Вафат урыны

Бруннвинкель, Австрия

Ил

Австро-Венгрия Австро-Венгрия
Австрия Австрия

Ғилми даирәһе

иҡтисад

Эшләгән урыны

Прага университеты, Вена университеты

Альма-матер

Вена университеты

Ғилми етәксеһе

Карл Менгер

Уҡыусылары

Фридрих фон Хайек

Ниндәй өлкәлә танылған

Иҫәпләп табыу теорияһы

Фри́дрих Ви́зер (нем. Friedrich von Wieser; 10 июль 1851, Вена — 22 июль 1926, Бруннвинкель) — иҡтисадсы, Австрия иҡтисад-сәйәси мәктәбенең вәкиле.

1903 йылдан алып Вена университетының политэкономия фәнен уҡытыусы профессор. К. Менгер һәм Э. Бем-Баверк менән берлектә иң сикке файҙалылыҡ теорияһын барлыҡҡа килтергәндәр һәм был терминды ҡулланыуға индергәндәр. Маркстың эш хаҡы һәм ҡушымта бәйәһе теорияһын инҡар иткән. Иҫәпләп табыу теорияһын яҙған. Уның нигеҙендә етештереүҙең өс факторына: хеҙмәт, ер һәм капиталға — улар етештергән ҡиммәттәрҙең билдәле өлөшө улар иҫәбендә һаналған. Шулай уҡ аҡса теорияһын яҙған, аҡса ҡиммәтенең реаль аҡса һәм реаль керемдәрҙән торғанлығын аңлатҡан.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фридрих фон Визерҙың ҡәбере

Венала 1851 йылдың 10 июлендә тыуған. Уның атаһы австро-прусс-итальян һуғышында 1859 йылда Австрия армияһының интенданты булған. Шуның өсөн уға дворян исемен биргәндәр. Һуңынан ул Австрияла барон, серле кәңәшсе һәм аудит буйынса идаралыҡтың вице-президенты булған. Бенедикт гимназияһын тамамлағас (унда ул Ойген фон Бем-Баверк менән дуҫлашҡан), Вена университетының юридик факультетында уҡыуын дауам иткән. Һуңынан дәүләт хеҙмәтенә эшкә ингән һәм күпмелер ваҡыт финанс министрлығында эшләгән[1][2].

Иҡтисад буйынса белемен арттырыу өсөн ул Гейдельберг һәм Лейпциг университеттәрендә уҡыған. 1883 йылда Вена университетында приват-доцент урынында эшләп, докторлыҡ диссертацияһын яҡлаған. Визерҙың нем. Ursprung und Hauptgesetze des wirthschaftlichen Werthes тигән китабы нәшер ителгәс, Карл Менгер уға Прага университетында профессор вазифаһын биләргә кәңәш итә. Унда Визер 1902 йылға тиклем уҡыта[3]. Прагала Марианна Фольфҡа өйләнә[4]. 1903 йылда Менгер уға Вена университетында кафедра мөдире вазифаһын тапшыра.

Визерҙың уҡытыу эшмәкәрлеге тик бер тапҡыр ғына туҡтай — 1917—1918 йылдарҙа ул Австро-Венгрия империяһы сауҙа министры вазифаһын биләй[1]. 1922 йылда почётлы профессор маҡтаулы исемен һаҡлап ҡалып хаҡлы ялға сыға[5].

1926 йылдың 22 июлендә Зальцбург ҡалаһы янындағы Бруннвинкель ауылына пневмониянан вафат була[6]. Венала ерләнә.

Төп теориялары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Альтернатив сығымдар концепцияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фридрих фон Визер иҡтисади фәнгә «сикле файҙалыҡ» (нем. Grenznutzen) һәм «альтернатив сығымдар» тигән терминдарҙы индергән

Фридрих фон Визер «сикле файҙалыҡ»[7] һәм альтернатив сығымдар төшөнсәһен иҡтисади фәнгә индергән.

Альтернатив сығымдар теорияһын «Йәмәғәт ойошмаһы хужалығы теорияһында» 1914 йылда яҙған. Уның нигеҙендә:

  • етештереү көстәре киләсәкте булдыралар. Уларҙың ҡиммәте һуңғы эшләп сығарылған продукттың ҡиммәтенә бәйле[8]
  • ресурстағы байлыҡтар уларҙы альтернатив ысулдар менән ҡулланыуҙы һәм конкурентлылыҡты булдыралар[9]
  • етештереүҙәге сығымдар субъектив характерҙа һәм улар альтернатив мөмкинселектәрҙе файҙаланыу менән бәйле, уларҙы берәй байлыҡ етештергән саҡта ҡулланғанда, ҡайһы берҙәрен ҡорбан итергә лә тура килә[9]
  • һәр бер әйберҙең ысын ҡиммәте — уларҙы сығарыу өсөн тотолған ресурстарҙың сығымдары — башҡа әйберҙәрҙе сығарыу урынына тотонолмай ҡалған ҡиммәт (файҙа). Был нигеҙләмә Визер законы тип атала[9][8]
  • иҫәпләүҙәр альтернатив (юғалып, әрәм булған мөмкинселектәрҙең сығымдарын да иҫәпләүҙәр) сығымдар нигеҙендә алып барыла[9]

Альтернатив сығымдар теорияһына фон Визерҙең был иҡтисади фәнгә беренсе булып индергән өлөшө -эффектив етештереү принциптарын тасуирлап яҙыу[2].

Сикле файҙалыҡ тураһындағы тәғлимәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫәпләүҙәр теорияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ф. фон Визер иҡтисад фәненә «иҫәпләүҙәр теорияһын» индергән[1]. Был термин «вменение» (лат. emplicit) юриспруденцияла ҡулланыла. Юридик трактовкалау буйынса, енәйәт эшләүсе кеше, енәйәт ваҡытында ҡорбанының үҙ-үҙен енәйәтсе янында яңылыш тотоуы, тәрбиәһеҙлеге, йәмәғәт төҙөлөшөнөң етешһеҙлеге сәбәбендә килеп сыҡҡанға ҡарамайынса, барыбер енәйәтсе тип иҫәпләнә. Иҡтисадсылар ҙа шулай уҡ , етештереү процессында төрлө тәүшарттарҙың булыуына ҡарамаҫтан, керемдәрҙе иҡтисадтың төп факторҙары тип иҫәпләйҙәр[10][11].

Был теорияға ярашлы, байлыҡтарҙы ҡулланыу ҡиммәте етештереү ресурстарын баһалауҙың төп шарты булып тора,ҡулланыусыларҙың байлыҡтарын етештереү факторҙарына ҡиммәт, бәйә бирә[10]. Был фекерен ғалим тәүшарттарҙан сығып яҙған:

  • Индивидтар үҙҙәренән алыҫ торған етештереү факторҙарына, һуңғы ҡулланыу менән туранан-тураға бәйләнмәгәнгә күрә, бәйә бирә алмайҙар. Шунан сығып, продуктив байлыҡтар (хеҙмәт, капитал) ҡулланыу тауарҙарының сикле файҙаланыуына нигеҙләнеп бәйәләнә[10].
  • Керемдәрдәрҙе төп етештереү факторҙары (хеҙмәт, капитал, ер) араһында булергә мөмкин[10].

Ф. фон Визер, кергән аҡсаны бүлеү айырым хужалыҡ алдында ла, шулай уҡ иң боронғо замандағы халыҡ алдында ла, хәҙерге ваҡытта ла һәм йәмғиәттең «буласаҡ (әгәр ул була ҡалһа) социалистик дәүләттең иҡтисады»[11] алдында ла һәр саҡ торасаҡ, тип иҫәпләгән. Миҫалдар килтереп, ул етештереүсе һәр бер машинаһының, эшсеһенең, улар түккән көстөң бәйәһен-хаҡын иҫәпләй тигән[11]: Визер тәҡдим иткән теория марксизмдың өҫтәмә ҡиммәт теорияһына ҙур ҡапма-ҡаршылыҡта тора. Ғалим үҙенең «Йәмәғәт хужалығы тураһында теория» китабында коммунистик идеологияның нигеҙендә торған аргументтар тураһында яҙған. Ул коммунистик идеологияның нигеҙендә «ер һәм капитал, ярҙамсы хеҙмәт саралары булғанлыҡтан, хосуси милек булырға тейеш түгел, ул донъя эшселәр класыныҡы булырға тейеш. Хеҙмәт сараларын ҡулланып эшләүҙән алынған керемдәрҙең өлөшө капиталистар һәм ер хужаларының ҡулына керем сифатында инергә тейеш түгел, ә байлыҡтарҙы эшләп сығарыусыларҙың ҡулында ҡалырға тейеш». Визерҙың иҫәпләүҙәр теорияһы марксизмдың хеҙмәт һәм етештереү тураһындағы «ер хужаларының һәм капиталистарҙың керемдәре, эшселәр тарафынан барлыҡҡа килтерелгәнгә күрә, бөтә табышты эшселәр индергәнгә күрә, был керемдәр тик эксплуатация тип аңлатыла»[11] тигән теорияһын бөтөнләйе менән юҡҡа сығарған.

Был теория иҡтисад фәнендә барлыҡҡа килгән саҡта фәндә хеҙмәт бәйәһе (хаҡы) теорияһы буған. Үҙенән алда эшләгән ғалимдарҙың хеҙмәттәрен өйрәнеп, Визер бары тик Давид Рикардоның тәғлимәттәрендә генә иҫәпләүҙәр тураһында бик матур, дөрөҫ итеп яҙылғанлыҡты билдәләп үткән ине: « Әгәр ике баҫыуҙың береһенән, бер төрлө эшкәртеүгә ҡарамаҫтан, икенсеһенә ҡарағанда күберәк уңыш алына икән, тимәк, был өҫтәлмә керем алыуға ерҙең уңдырышлы булыуы сәбәпсе булып торған. Шуға күрә был өҫтәлмә керемде ер индергән тип һанарға кәрәк»[11].

Иҫәпләүҙәр теорияһын фәнгә индергән саҡта ғалим төрлө комбинациялы тигеҙләмәләр уйлап сығарған[12]. Мәҫәлән, етештерелгән байлыҡ x, y, z тип алынһа, төрлө комбинацияларҙа төрлө продукт сығарылһа, һәр бер факторҙың продукттың ҡиммәтенең өлөшөн билдәләргә була

  • Етештереү 1: X + Y = 300
  • Етештереү 2: 6X + Z = 900
  • Етештереү 3: 4Y + 3Z = 1700

Математик ғәмәлдәр эшләп фактор X = 100, Y = 200, Z = 300 тигеҙ тип иҫәпләп сығарырға мөмкин.

Социаль иҡтисад[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һуңғы йылдарҙа Визер социология проблемаларын өйрәнеү менән мауыға. Социаль иҡтисад уның «Йәмәғәт хужалығы теорияһы» һәм «Хакимиәт законы» монографияларында кәүҙәләнеш алған. Социаль тормоштоң үҫешен ул иҡтисади көстәрҙең үҫеше менән аңлатҡан[13]. Хосуси милек барлыҡҡа килеү төрлө һуғыштарға һәм енәйәтселеккә килтерә. Уларҙы булдырмау юлдары булып, ришүәтселеккә ҡаршы көрәш, төрлө стимулдар ҡуйыу, гражданлыҡ, сауҙа, вексель, енәйәт һ.б. төр закондарҙы көсәйтеү тора. «Айырым кеше иреклелеге юридик яҡтан гарантияланған саҡтан алып, шәхси иреклелек өсөн көрәш хеҙмәт продукты өсөн көрәшкә әйләнгән, һәм был хәҙерге көнгә лә ошо формала хас булып килеп еткән»[13].

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Naturliche Werth, 1889

Әҫәрҙәренең исемлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • нем. Ursprung und Hauptgesetze des wirthschaftlichen Werthes (рус. Происхождение и основные законы экономической ценности) 1884[1]
  • нем. Der natürliche Werth (рус. Природная ценность) 1889[14]
  • нем. Die österreichische Schule und die Werth Theorie (рус. Австрийская школа и теория ценности) 1891[15]
  • нем. Die Theorie des Wertes (рус. Теория ценности) 1891[15]
  • нем. Die Theorie der städtischen Grundrente (рус. Теория государственной ренты) 1909[15]
  • нем. Recht und Macht (рус. Право и власть) 1910[16]
  • нем. Das wesen und der Hauptinhalt der theoretischen Nationalökonomie (рус. Сущность и основное содержание теоретической экономики) 1911[15]
  • нем. Theorie der gesellschaftlichen Wirtschaft (рус. Теория общественного хозяйства[17]) 1914 — первое издание, 1924 — второе издание
  • нем. Das Gesetz der Macht (рус. Закон власти) 1926[18]

Библиография[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Автономов В. С. Австрийская школа и её представители // Австрийская школа в политической экономии: К. Менгер, Е. Бём-Баверк, Ф. Визер / Предисл., коммент., сост. В. С. Автономова. — М.: Экономика, 1992. — (Экон. наследие). — ISBN 5-282-01471-8.
  • Базилевич В. Д., Гражевська Н. І., Гайдай Т. В. та ін. Австрійська школа граничної корисності // Історія економічних учень: Підручник: У 2 ч. / Під редакцією В. Д. Базилевича. — К.: Знання, 2006. — Т. 1. — С. 447—470. — 582 с. — ISBN 966-346-149-7.
  • Блауг М. Визер, Фридрих фон // 100 великих экономистов до Кейнса = Great Economists before Keynes: An introduction to the lives & works of one hundred great economists of the past. — СПб.: Экономикус, 2008. — С. 70-72. — 352 с. — (Библиотека «Экономической школы», вып. 42). — 1 500 экз. — ISBN 978-5-903816-01-9.
  • Визер Фридрих // Вешин — Газли. — М. : Советская энциклопедия, 1971. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.]; vol. 1969—1978, вып. 5).
  • Фридрих Фрайхерр фон Визер (1851—1926) // The new Palgrave a Dictionary of Economics / ed. by J. Eatwell, M. Milgate, P. Newman. Перевод А. С. Скоробогатова. — 1987. — 2650 с. — ISBN 0935859101.
  • Bostaph S. Wieser on Economic Calculation under Socialism (инг.) // The Quarterly Journal of Austrian Economics. — 2003. — Vol. 6. — № 2. — P. 3—34.
  • Hayek F. A. Friedrich von Wieser (1851—1926) // The Fortunes of Liberalism: Essays on Austrian Economics and the Ideal of Freedom / ed. by Klein P. G.. — Chicago: The University of Chicago Press, 1992. — Vol. 4. — P. 108—125. — 269 p. — ISBN 0-226-32064-2.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Базилевич, 2006, с. 457
  2. 2,0 2,1 Fatwell, 1987
  3. Hayek, 1992, p. 114
  4. Hayek, 1992, p. 117
  5. Hayek, 1992, p. 124
  6. Hayek, 1992, p. 108
  7. Хайек Ф. А. Глава 2. Карл Менгер (1840-1921) // Судьбы либерализма в XX веке. — М.: ИРИСЭН, 2009. — С. 79—118. — 337 с. — 1000 экз. — ISBN 978-5-91066-028-5.
  8. 8,0 8,1 Лузина И. А., Малых О. Е., Стебунова И. С. Экономические теории О. Бём-Баверка, Ф.Визера // История экономики и экономических учений. Часть 3. — Уфа: ООО «ДизайнПолиграфСервис», 2000. — 80 с.
  9. 9,0 9,1 9,2 9,3 Базилевич, 2006, с. 459
  10. 10,0 10,1 10,2 10,3 Базилевич, 2006, с. 458
  11. 11,0 11,1 11,2 11,3 11,4 Фридрих фон Визер. Проблема вменения дохода // Теория общественного хозяйства / Предисл., коммент., сост. В. С. Автономова. — М.: Экономика, 1992. — (Экон. наследие.). — ISBN 5-282-01471-8.
  12. Базилевич, 2006, с. 458—459
  13. 13,0 13,1 Фридрих фон Визер. Проблема вменения дохода // Частная организация хозяйства на пороге капиталистической эпохи / Предисл., коммент., сост. В. С. Автономова. — М.: Экономика, 1992. — (Экон. наследие.). — ISBN 5-282-01471-8.
  14. Friedrich von Wieser. Natural Value (1889) / Edited with a Preface and Analysis by William Smart. The Translation By Christian A. Malloch. — London: Macmillan and Co., 1893.
  15. 15,0 15,1 15,2 15,3 Friedrich Freiherr von Wieser (1851-1926). сайт mises.de. Дата обращения: 13 июнь 2012. Архивировано 25 июнь 2012 года.
  16. Takata Y. An Analysis of Social Power // Kyoto University Economic Review. Memoirs of the Department of Economics in the Imperial University of Kyoto. — Kyoto: Department of Economics in the Imperial University of Kyoto, 1935. — Vol. 10. — P. 22. — 55 p.
  17. Фридрих фон Визер. Теория общественного хозяйства. сайт www.libertarium.ru. Дата обращения: 13 июнь 2012. Архивировано 25 июнь 2012 года.
  18. Deutsche Nationalbibliothek (нем.). Katalog der Deutschen Nationalbibliothek. Дата обращения: 13 июнь 2012.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]