Фурцева Екатерина Алексеевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Фурцева Екатерина Алексеевна
рус. Екатерина Фурцева
Рәсем
Заты ҡатын-ҡыҙ[1][2]
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 7 декабрь 1910({{padleft:1910|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Тверь губернаһы[d], Вышний Волочёк[d][3][4]
Вафат булған көнө 24 октябрь 1974({{padleft:1974|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})[3][4][5] (63 йәш)
Вафат булған урыны СССР, Мәскәү ҡалаһы[3][4]
Үлем төрө Үҙ-үҙеңә ҡул һалыу
Үлем сәбәбе йөрәк етешмәүсәнлеге[d]
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты[d]
Хәләл ефете Фирюбин, Николай Павлович[d]
Һөнәр төрө сәйәсмән
Биләгән вазифаһы Список министров культуры России[d] һәм СССР Юғары Советы депутаты[d]
Ойошма йәки клуб ағзаһы КПСС Үҙәк комитеты[d] һәм КПСС Үҙәк комитетының сәйәси бюроһы[d]
Уҡыу йорто М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт нескә химик технологиялар университеты[d][3]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы[3]
Ҡатнашыусы КПСС-тың XIX съезы[d], КПСС-тың XXI съезы[d], XXII съезд КПСС[d], XXIII съезд КПСС[d], КПСС-тың ХХ съезы[d] һәм XXIV съезд КПСС[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Почёт Билдәһе» ордены «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы В. И. Лениндың тыуыуына 100 тулыу айҡанлы юбилей миҙалы
Commons-logo.svg Фурцева Екатерина Алексеевна Викимилектә

Фурцева Екатерина Алексеевна (24 ноябрь (7 декабрь) 1910 йыл — 24 октябрь 1974 йыл) — совет дәүләт һәм партия эшмәкәре. КПСС-тың Мәскәү ҡала комитетының беренсе секретары (1954—1957). КПСС Үҙәк Комитеты Президиумы ағзаһы (1957—1961). КПСС Үҙәк Комитеты секретары (1956—1960). СССР мәҙәниәт министры (1960—1974).

Рәсми булмаған сығанаҡтарҙа, төрлө әҫәрҙәрҙә һәм бик йыш киң матбуғат сараларында Екатерина Фурцеваны Екатерина III тип атайҙар[6].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фурцева Екатерина Алексеевна 1910 йылдың 24 ноябрендә (7 декабрь) Тверь губернаһының Үрге Волочек ҡалаһында эшсе ғаиләһендә тыуа. Атаһы, Алексей Гаврилович Фурцев, Беренсе донъя һуғышында Петроград фронтында һәләк була. Әсәһе, Матрена Николаевна, ҡыҙын яңғыҙы тәрбиәләй, ул туҡыу фабрикаһында эшләй һәм, наҙан булыуына ҡарамаҫтан, ҡала советы депутаты була. 1924 йылда Катя ВЛКСМ сафына инә. 1928 йылда ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай, 19281930 йылдарҙа әсәһе һымаҡ, Үрге Волочок иләү-туҡыу фабрикаһында эшләй.

Партияла карьера баҫҡысы буйлап тиҙ үҫә: ҡыйыу, әүҙем, спорт яратҡан һәм яуаплы ҡыҙҙы өлкән дуҫтары тиҙ күреп ала һәм 1930 йылда ауыл хужалығын күтәреү өсөн Курск өлкәһенең ВЛКСМ-дың Кореневский район комитетына секретарь итеп ебәрәләр. 1930 йылдан ВКП(б)сафына ҡабул ителгән. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң уны ВЛКСМ-дың Феодосия ҡала комитеты секретары вазифаһына һайлайҙар, унда ул 1933 йылға тиклем эшләй. Екатерина Фурцева Феодосия ҡалаһы комсомолдың өлкә бюроһы ағзаһы булып тора һәм ҡырым орготдел мөдире вазифаһын биләй. Бында ул үҙе кеүек үк йөҙөү менән мауыҡҡан СССР-ҙың буласаҡ йыһан конструкторы Сергей Королев менән таныша.

ВКП(б) Өлкә Комитеты тиҙҙән уны Ленинград Аэрофлот курсына тәҡдим итә. Өс йыл уҡығандан һуң, ул ире менән бергә Һарытауға ебәрелә, унда Һарытау авиация техникумында комсомол буйынса политотдел начальнигы ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнә.

19331938 йылдарҙа (1936—1941 йылдар тигән фараз да бар) — артабан ВЛКСМ Үҙәк комитетында студент йәштәр бүлеге инструкторы булып эшләү өсөн уҡырға ебәрелгән М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү нескә химик технологиялар институты студенты. Уҡыуын тамамлап, инженер-химик дипломын ала. Фурцеваға партия карьераһы өсөн өлгөргәнлек аттестаты булыуы ла етә, әммә институтта уҡыу ла артыҡ булмай: уҡыу осоронда ул әүҙем коммунист була (институттың партойошма секретары итеп һайлана, аспирантураға уҡырға инә) һәм яҡшы характеристикаға лайыҡ була.

Бер үк ваҡытта [[1933 йыл]—1935 йыл һәм 19371938 йылдарҙа — институттың ВЛКСМ комитеты секретары, 1935 йыл1937 йылдарҙа — ВЛКСМ Үҙәк Комитеты аппараты хеҙмәткәре. Был 1941 йылда Мәскәү оборонаһын тәьмин итеү буйынса сараларҙа ҡатнаша. Һуғыш башланғас, заводтарҙы, музейҙарҙы, институттарҙы һәм башҡа мөһим объекттарҙы эвакуациялауҙа ҡатнаша. 19411942 йылдарҙа — ВКП(б)-ның Куйбышев өлкәһе Куйбышев ҡала комитеты секретары. 1942 йылда Мәскәүгә ҡайта, Фрунзе район комитетында кадрҙар буйынса секретарь вазифаһын биләй, Богуславскийҙың уң ҡулы була һәм тиҙҙән уны Мәскәү ВКП(б)-һының Фрунзе район комитетының беренсе секретары вазифһанды алмаштыра.

1948 йылда Фурцева ВКП(б) Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Юғары партия мәктәбен тамамлай. ВКП(б)-ның Мәскәү ҡала комитетының беренсе секретары, Георгий Поповтың ышанысын яулай, ул уны артабан үҫтерегә тәҡдим итә. Ул Поповты алмаштырған Хрущев менән дә дуҫтарса мөнәсәбәттә була.

1949 йылдың 21 ғинуарында, Лениндың вафат булыуына 25-йыл тулғанда, Николай Шверник менән Никита Хрущев Фурцеваны Сталинға күрһәтә. Ул юлбашсыға оҡшап ҡала һәм уның комплиментына лайыҡ була.

Бер йылдан һуң Фурцева Попов етәкселеге осоронда партия эшендәге етешһеҙлектәр тураһындағы доклад менән сығыш яһай. Сарала Хрущев та ҡатнаша. Шунан һуң Екатерина ВКП(б) Мәскәү ҡала комитетының икенсе секретары, ғәмәлдә Никита Сергеевичтың урынбаҫары булып китә. Шул саҡта уҡ уның бурысына мәҙәниәт, идеология, фән һәм административ органдар эштәре менән идара итеү инә.

1950 йылдан Фурцева СССР Юғары Советы депутаты була. КПСС-тың XIX съезында (1952) КПСС Үҙәк Комитетына ағзалыҡҡа кандидат итеп һайлана. Сталиндың хакимлығы һуңында аҙағында «Ленинград эше» иң ҡыҙған ваҡытта партия сафтарында таҙартыу үткәрә, ленинградтарҙы шәхсән асыҡлай һәм уларҙы төрлө вазифаларҙан ситләштереүҙә ҡатнаша. "Табиптар эше"ндә йәштәрҙе йәмәғәт тормошона йәлеп итеү менән шөғөлләнә: митингылар, демонстрациялар үткәрә, уҡыу йорттарында партияны күҙаллауҙарҙы коммунистар идеологияны нығытыу йүнәлешенә ҡуя.

1953 йылда Сталин вафат булғас, Хрущев КПСС Үҙәк Комитетының беренсе секретарыурынын биләй һәм шунда үҙенә оҡшамаған кешеләрҙән ҡотолоп, мөһим вазифаларға ышансылы кешеләрен ҡуя башлай. Был 1954 йыл1957 йылдарҙа Фурцева КПСС-тың Мәскәү ҡала комитетының беренсе секретары булып китә. Был осорҙа ул дәүләт әһәмиәтендәге төрлө объекттар, аныҡлап әйткәндә "хрущевка"лар төҙөү менән шөғөлләнә. ХХ съезда (1956) Фурцева беренсе тапҡыр КПСС Үҙәк Комитеты ағзаһы итеп һайлана. Һуңынан XX (1956), XXII (1961), XXIII (1966) һәм XXIV (1971) съездарҙа ҡабаттан һайлана. 1956 йылдың 25 февралендә КПСС-тың Үҙәк Комитеты Президиумына ағзалыҡҡа кандидат итеп һайлана, ә 1956 йылдың 27 февраленән 1960 йылдың 4 майына тиклем КПСС Үҙәк Комитеты Секретары була.

Сталиндың шәхес культы ҡаралған XX съезда Хрущевты беренселәрҙән булып яҡлап сығыш яһай.

1957 йылда КПСС Үҙәк Комитеты Президиумының ете ағзаһы, шул иҫәптән Молотов, Каганович, Маленков, Булганин һәм Ворошилов, һуңғараҡ «партияға ҡаршы төркөм» тип иғлан ителеүселәр Хрущевты КПСС Үҙәк Комитетының беренсе секретары вазифаһынан төшөрөргә тырыша. Был мәсьәләне Молотов менән Маленков 1957 йылдың 18-21 июнендә, КПСС Үҙәк Комитеты Президиумының сираттағы ултырышында күтәрә. Уларҙы Президиум ағзаларының күпселеге, шулай уҡ КПСС Үҙәк Комитеты Президиумына кандидат — «уларға ҡушылған Шепилов» та хуплай (шуныһы иғтибарға лайыҡ, Шепилов Фурцева менән дуҫтарса мөнәсәбәттә була). Хрущевты сығыш Микоян, Суслов һәм Кириченко, шулай уҡ Президиум ағзалығына кандидаттар Брежнев, Жуков, Мөхөтдинов, Шверник һәм Фурцева[7] яҡлай. Жуков президиумы ултырышында ҡатнашмай. Фурцева, Хрущевтың төшөнкөлөккә бирелеүен күреп, Фурцева тиҙ генә нимәлер эшләргә кәрәклеген аңлай һәм, сығырға кәрәк, тигән һылтау менән залдан сығып, үҙ кабинетынан тиһ генә Жуковҡа шылтырата.

1957 йылдың 29 июнендә КПСС-тың Үҙәк Комитеты Президиумы ағзаһы итеп һайлана. Артабан Фурцева «партияға ҡаршы төркөм» менән көрәшә. 1957 йылдың октябрендә Жуковты КПСС Үҙәк Комитеты Президиумы ағзалығынан сығарыуҙа ҡатнаша[8]. Жуков был хаҡта белеп ҡалғас, Хрущевҡа шылтыратып, оборона министры вазифаһына кемде тәғәйенләүҙәрен һорай. «Малиновскийҙы». — «Ярай, ул тиклем насар түгел, ә мин Фурцевалыр тип уйлағайным»[9].

1958 йылда Пастернакты ағыулаусыларҙың береһе була.

1959 йылда Фурцева йәбергә эләгә. Быға КПСС Үҙәк Комитеты Президиумының Козлов, Суслов, Микоян, Брежнев кеүек йоғонтоло ағзалары араһындағы интрига сәбәпсе була. Екатерина Алексеевнаны Кириленко, КГБ рәйесе Серов һәм яңы сит ил эштәре министры Громыко менән аҫтартып эш алып барыуҙа ғәйепләйҙәр. Быға Фурцеваның ағаһы ҡулға алыныуы ла йоғонто яһай, әммә РСФСР прокуратураһының мөһим эштәр буйынса тәфтишсеһе А. Романов бөтә ғәйепләүҙәрҙе кире ҡаға. Екатерина Алексеевнаны шулай уҡ коррупцияла ғәйепләргә тырышалар, әммә һөҙөмтәһеҙ.

1960 йылдың 4 майында ул КПСС Үҙәк Комитеты секретары вазифаһынан алына һәм СССР-ҙәң мәҙәниәт министры итеп тәғәйенләнә. Был уның карьераһына һәм эмоциональ торошона ныҡ тәьҫир итә. 1961 йылдың 31 октябрендә Фурцеваны президиум ағзаһы итеп һайлау түгел, хатта кандидат итеп тә һайламайҙар. Ул һуңғы ултырыштан сығып китә һәм КПСС Уставын боҙа. Ә өйөнә ҡайтҡас, ваннала венаһын ҡырҡа. Ике версия бар: береһе буйынса, ул венаһын ныҡ ҡырҡып өлгөрмәй, икенсеһе буйынса, уны ваҡытында дауаханаға алып барып, ҡотҡарып ҡалалар. Һауыҡҡандан һуң Фурцеваны һәм һәм шулай уҡ съезд ултырышына килмәгән уның икенсе ире Фирюбинды Хрущев саҡыртып алып, Президиум алдында әрләй. Суслов Фурцеваны барлыҡ вазифаларҙан бушатып, ял итергә ебәрергә тәҡдим итә, әммә был ваҡытҡа Хрущев һыуынып өлгөрә. Фурцева үҙе президиумды, суицид булманы, ә съездан ашым ныҡ ауыртҡанға киттем, тип ышандырырға тырыша. Йәнәһе, шунда уҡ табип саҡырта, улар уны дауаханаға алып китәләр һәм ҡулын шунда зыянлайҙар. белдереүенсә, суицидҡа ынтылыш булманы түгел, ә уның менән көслө баш ауыртыу сәбәптәре буйынса съезы киткәндән һуң, тип табиптар саҡырталар, дауаханаға һалыу госпитализировать булды, һәм шунда уҡ уның ҡулынан зыян күрҙе.

Яңы вазифала Фурцева ябай министр эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә, шулай булһала уны өлөшлөтә йәберләүҙәр туҡталмай, быға авангардистар күргәҙмәһе лә булышлыҡ итә. 1964 йылда пленумда Хрущёвты КПСС Үҙәк Комитетының беренсе секретары вазифаһынан төшөрөүҙе хуплай. 1966 йыл1974 йылдарҙа — СССР Юғары Советы депутаты. Бынан һуң Фурцеваны йәберләү Хрущевтан Брежневҡа күсә, шулай ҙа Хрущёвҡа ҡаршы заговор ҡорған Брежнев уға Президиумда урын вәғәҙә итә.

1974 йылда Фурцева занялась шәхси дача төҙөй башлай. Хәбәр Брежневҡа барып етә һәм ул төҙөлөштөң кем иҫәбенә башҡарылыуын асыҡларға ҡуша. Фурцеваға ҡаршы булыусылар төҙөгән комиссия СССР-ҙың мәҙәниәт минитсрының Ҙур театрҙы ремонтлауға тәғәйенләнгән материалдарҙы ҡулланыуын, әммә улар уның үҙ аҡсаһына һатып алыныуын асыҡлай. Низағтан һуң Фурцева дачанан баш тарта, уға 25 мең һум аҡса ҡайтарып бирәләр. Уларҙы ул һаҡлыҡ кенәгәһенә һала һәм ҡыҙына васыт итә.

Үлеме[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фурцеваның сирләүе тураһында беренсе мәғлүмәттәр уның үҙ-үҙенә ҡул һалырға тырышыуынан һуң барлыҡҡа килә. Уны баш һәм йөрәк ауыртыуы ыҙалата. Һуңғы йылдарҙа Екатерина Алексеевна депрессияла була: ире уға хыянат итә, юғары етәкселеге баһаламай, уның тирәләй даими интригалар ҡорола, ғауға барлыҡҡа килә. 1973 йылда ул Юғары Советҡа һайланмай һәм быны бик ауыр кисерә. Быға тиклем ике йыл элек әсәһе Фурцева Матрена Николаевна вафат була. Уның үлеме министрҙың сәләмәтлеген ныҡ ҡаҡшата. Екатерина Алексеевна ҡарамаҫтан, даими физик активлығына сәләмәт йәшәү рәүешен алып барыуына ҡарамаҫтан, йыш ҡына эсә башлай.

Вафаты алдынан Фурцева Брежневтан үҙенең эштән бушатылыуы тураһында ишетә һәм шул уҡ көндө дача коменданты унан бүлмә асҡысы биреүен һәм бинаны бушатыуын талап итә[10].

Фурцева менән Зыкина бергә мунсаға йөрөргә ярата. Фажиғәле кис алдынан да улар мунса инә, һуңынан Зыкина Горькийға сәфәренә әҙерләнергә ҡайтып китә, ә Фурцева Кесе театрҙың юбилейы уңайынан ойошторолған банкетҡа бара. Төндә министр Зыкинаға шытратып, юлда һаҡ булыуын үтенә, уның тауышында һағыш һәм моңһоулыҡ сағыла. Икенсе көндө йырсы иртән юлға сыға, ә көндөҙ уға әхирәтенең вафаты тураһында хәбәр итәләр.

Мәскәүҙәге Новодевичье зыяратында Фурцеваның ҡәбере

Фурцева 1974 йылда 24 октябрҙән 25-нә ҡараған төндә ҡапыл вафат була.

Беренсе булып уны һөйәркәһенән ҡайтҡан ире таба. Ул ҡатынын иҫһеҙ күреп, шунда уҡ тиҙ ярҙам саҡыра. Таң алдынан Фирюбин Фурцеваның ҡыҙы Светланаға шылтыратып: «Әсәйең башҡаса юҡ!», — тип хәбәр итә. Ҡыҙ фатирға килгәс, табиптар уға, тип әсәйеңде хатта дауаханаға алып барып өлгөрһәк тә, был бер нәмәне лә үҙгәртмәҫ ине, ти[11].

Медицина һығымтаһы төҙөп начальнигы 4 баш идаралығы СССР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 4-се Баш идаралығы начальнигы, академик Е. И. Чазов ҡултама ҡуйған медицина һығымтаһында, үлем сәбәбе йөрәк эшмәкәрлегенең киҫкен етешһеҙлеге билдәләнә. Мәскәүҙә шунда уҡ Фурцеваның үҙ-үҙенә ҡул һалыуы тураһында хәбәрҙәр тарала. Шулай уҡ министрҙы үлемгә тиклем еткереүҙәре, йәиһә партия етәкселеге бойороғо буйынса именлек хеҙмәттәре агенттары үлтереүе версияһы ла була.

СССР КГБ-һының элекке рәйесе В. А. Крючков 2001 йылда хәбәрсенең, ысынлап та Фурцеваның үлеме мәжбүри булмағынмы, тигән һорауына: «… Уны белгән барлыҡ иптәштәре, уның үҙ фатиры ваннаһында үҙ-үҙенә ҡул һалыуын раҫлай», — тип яуаплай[12].

1974 йылдың 29 октябрендә Мәскәүҙә Новодевичье зыяратында ерләнә (ҡәбер ташын скульптор — Л. Е. Кербельэшләй, архитекторы — М. О. Барщ[13]).

Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Файл:Furtseva-Firubin.jpg
Фурцева икенсе ире Николай Фирюбин менән
  • Тәүге ире (1935 йыл — 1944 йылдар) — лётчик Пётр Иванович Битков. 1930 йылдарҙа Феодосияла танышалар. Фурцева хатта ваҡытлыса партия эшмәкәрлеген ташлап, һөйгәне артынан Ленинградҡа осоусылар курсына бара. 1941 йылда фронтҡа китә, 1942 йылда ҡайтҡас, яңы, тоғро ҡатын ҡабыуын белдереп, Фурцеваны бәләкәй ҡыҙы менән ташлап китә. Айырылышҡандан һуң ғаиләһе менән дуҫтарса мөнәсәбәт һаҡлай. 1974 йылдың 29 октябрендә Фурцеваны ерләүҙә ҡатнаша, ҡыҙы Светланаға бары тик уның әсәһен генә яратыуын белдерә. Элекке ҡатыны вафат булғас, ике аҙнанан инфаркттан үлеп китә.
  • Ҡыҙы — Светлана (19422005). Һуғыш йылдарында тыуа. Хәҙерге ваҡытта Светлананы Фурцева һөйәренән тапҡан, шуға күрә, мәғлүмәтте йәшереп тоторға һөйләшеп, Битков уны ташлап киткән, тигән һүҙҙәр йөрөй. Ҡыҙҙы өләсәһе — Матрёна Николаевна тәрбиәләй. Икенсе иренең әсәһе менән уртаҡ тел таба алмай. 1959—1968 йылдарҙа КПСС Үҙәк Комитеты Президиумы ағзаһы Ф. Р. Козловтың улы Олег Козловта кейәүҙә. Ике партия эшмәкәренең балаларының туйында Хрущёв һәм Брежнев ҡатнаша. Козлов менән айырылышҡас, АПН хеҙмәткәре Игорь Кочновҡа кейәүгә сыға[14].
    • Ейәнсәре — Марина (1963).
      • бүләсәре — Екатерина.
  • Икенсе ире (1956 — 1974 йылдар) — дипломат Н. П. Фирюбин.

Мәскәү ҡала комитетының беренсе секретары һәм СССР-ҙың мәҙәниәт министры вазифаһындағы эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1954 йыл1960 йылдарҙа уның контроле ҡарамағында була:

  • 1954 — Тверь урамында Юрий Долгорукийға һәйкәл ҡуйыу,
  • 1954—1956 — «Лужники» спорт комплексы төҙөлөшө,
  • 1954—1957 — «Детский мир»ҙы проектлау һәм төҙөлөшө,
  • 1954—1959 — ВСХВ (ВДНХ) комплексы реконструкцияһы,
  • 1956—1958 — «хрущевкалар» төҙөлөшө
  • 1957 — VI Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивален үткәреү .

Фурцеваның тырышлығы һәм инициативаһы буйынса беренсе тапҡыр түбәндәге саралар үткәрелә:

  • 1958 йыл — П. И. Чайковский исемендәге халыҡ-ара конкурс,
  • 1959 йыл — Мәскәү халыҡ-ара кинофестивале,
  • 1969 йыл — Балет артистарының халыҡ-ара конкурсы. Беренсе жюри рәйесе — Галина Уланова.

Фурцева инициативаһы менән төҙөлгән объекттар:

  • 5 июнь 1954 йыл — Эстрада театры,
  • 1958 йыл — «Мәскәү» китап магазины,
  • 25 май 1960 йыл — «Юғары сценарий курстары» яңы уҡыу йорто,
  • 1962 йыл — ҡаланың балалар һәм үҫмерҙәр ижады һарайы,
  • 1964 йыл — Таганка Театры,
  • 1965 йыл — Наталия Сац етәкселегендәге Балалар музыка театрҙары,
  • 1967 йыл — СССР-ҙың халыҡ рәссамы П. Д. Кориндың Мемориаль музей-фатиры,
  • 1967 — балет училищеһының яңы бинаһы,
  • 1968 йыл — Д. Кориндың йорто-оҫтаханаһында художество музейы,
  • 1971 йыл — Вернадский проспектындағы Цирк,
  • 1971 — «Рәсәй» Дәүләт концерт залы,
  • 1973 йыл — МХАТ-тың яңы бинаһы[15],[16].

Яңы бинаға эйә булалар:

  • Оперетта театры,
  • Моссовет исемендәге театр,
  • «Современник».

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 2004 йыл — Мәскәүҙә Тверь урамындағы 9сы йортта мемориаль таҡтаташ асыла.
    • 2006 йылдың 7 декабрендә 4-се Мәскәү ҡала китапханаһына Екатерина Фурцева исеме бирелә. Фурцеваның вариҫтары китапханаға уның документтары, фотографиялары һәм шәхси әйберҙәре тапшырыла. Китапхананы рус-француз рәссамы Надя Леже эшләгән Фурцеваның мозаикалы портреты биҙәй.

Документаль һәм художестволы фильмдар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Женщина на Мавзолее» (2004) (режиссеры — Долматовская Галина)[19].
  • «Екатерина Фурцева. Женская долян» (2005, Рәсәй).
  • «Утесов. Песня длиною в жизнь». Нәфис сериал (2006). Фурцева ролендә — Шашкова Элеонора.
  • «Кремлёвские похороны. Екатерина Фурцева». Документаль фильмдар циклы «Кремлевские похороны», НТВ.
  • «И примкнувший к ним Шепилов». Нәфис фильм (2009).Е. А. Фурцева ролендә — Ирина Чериченко.
  • «Екатерина Третья». Әҙәби-документаль фильмы (2010). Төп ролдә — Евгения Дмитриева.
  • «Фурцева». Нәфис сериал (2011). Төп ролде — Татьяна Арнтгольц (йәш сағы) һәм Ирина Розанова (оло йәштә).
  • «Глаз божий». Әҙәби-документаль фильм (2012). Ролдә — Татьяна Яковенко.
  • «Женщины, мечтавшие о власти. Екатерина Фурцева». Документаль фильм.
  • «Как уходили кумиры. Екатерина Фурцева». Документаль фильм.
  • «Людмила». Л. Зыкина тураһында биографик сериал (2013). Фурцева ролендә — Дарья Михайлова.
  • «Палач». Нәфис сериал (2014). Фурцева ролендә — Людмила Степченкова.
  • «Паук». Детектив сериал(2015). Фурцева ролендә — Ирина Фролова.
  • «Людмила Гурченко». Биографик сериалы (2015). Фурцева ролендә — Юлия Чебакова.
  • «Рожденная звездой». Нәфис сериал (2015). Фурцева ролендә — Тамара Акулова.
  • «Эти глаза напротив». Нәфис сериал (2015). Фурцева ролендә — Лариса Домаскина.
  • «Таинственная страсть». Нәфис сериал (2016). Фурцева ролендә — Людмила Степченкова.
  • «В созвездии стрельца». Нәфис сериал (2015). Фурцева ролендә — Ольга Тумайкина
  • «Магомаев». Нәфис сериал (2019). Фурцева ролендә —Алена Ивченко.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. VIAF — 2012.
  2. Bibliothèque nationale de France BNF танытҡысы: асыҡ мәғлүмәт платформаһы — 2011.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Большая советская энциклопедия / под ред. О. Ю. ШмидтМ.: Большая российская энциклопедия, 1926. — ISBN 978-5-85270-292-0, 978-5-85270-324-8
  4. 4,0 4,1 4,2 Фурцева Екатерина Алексеевна // Большая советская энциклопедия: [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  5. Bibliothèque nationale de France BNF танытҡысы: асыҡ мәғлүмәт платформаһы — 2011.
  6. Екатерину Фурцеву называли не иначе как «Екатериной III».
  7. Олег Платонов. История русского народа в XX веке. Том 2 (гл. 1—56)
  8. Екатерина Фурцева - биография, информация, личная жизнь, фото, видео  (рус.). stuki-druki.com. 30 апрель 2019 тикшерелгән.
  9. Ошибка: не задан параметр |заглавие= в шаблоне {{публикация}}.
  10. Екатерина Алексеевна Фурцева (1910 – 1974). Фавориты правителей России.
  11. Тайна смерти Екатерины Фурцевой  (рус.). Московский комсомолец. 30 апрель 2019 тикшерелгән.
  12. «Вечерняя Москва/>», 2001, 23 мая.
  13. БСЭ.
  14. Биография Фурцевой Светланы Петровны. www.mega-stars.ru. 30 апрель 2019 тикшерелгән.
  15. С путеводителем по Москве — Москва: Московский рабочий, 1980.
  16. Тупик монументальной пропаганды.
  17. Некролог, журнал «Огонёк», ноябрь 1974 г., № 45
  18. Советский энциклопедический словарь, изд. третье, М., «Советская энциклопедия», 1985
  19. Екатерина Фурцева вышла в кино — Российская газета.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Н. А. Микоян, Ф. Н. Медведев. Неизвестная Фурцева: Взлёт и падение советской королевы. — М.: Эксмо, Алгоритм. 2011. — 272 с. — ISBN 978-5-699-46175-2.
  • Н. А. Микоян, Ф. Н. Медведев. Екатерина Фурцева: Любимый министр. — М.: Алгоритм, 2012. 272 с. — ISBN 978-5-91419-473-1.
  • Млечин Л. М. Фурцева — М.: Молодая гвардия, 2011. — 432 б. — (Жизнь замечательных людей). — 5000 экз. — ISBN 978-5-235-03403-7.
  • Т. А. Мирская. Мальвина в поисках свободы. Хроника частной жизни Екатерины Фурцевой. — М.: Октопус, 2006. — 256 с.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]