Футлярҙағы кеше

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Футлярҙағы кеше
Издание
Жанр:

хикәйә

Автор:

Антон Чехов

Төп нөхсә теле:

урыҫ

Яҙылған йылы:

1898

Публикация:

1898

Wikisource-logo.svg Әҫәр тексы Викикитапханала

«Футлярҙағы кеше» хикәйәһен Антон Павлович Чехов 1898 йылдың май һәм июнь айҙарында яҙған. Беренсе тапҡыр шул уҡ йылда «Русская мысль» журналының 7-се һанында баҫыла. «Бәләкәй трилогияның»[1] беренсе киҫәге.

Әҫәрҙең яҙылыу тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Чехов хикәйәне йәй көнө яҙырға самалай. «Человек в футляре», «Крыжовник» һәм «О любви» хикәйәләренән торған «Бәләкәй трилогия» серияһы «О любви» хикәйәһе менән генә тамамланырға тейеш булмай. Был әҫәрҙәрҙе яҙа башлағас, Чеховтың ижады һүлпәнәйә, сөнки уның туберкулезы көсәйеп китә.

Чехов уны 1898 йылдың май һәм июнь айҙарында Мелиховта яҙа. 1898 йылдың июнь башында хикәйә баҫтырыуға әҙерләнә, ә 1898 йылдың 15 июнендә уның ҡулъяҙмаһы журналға ебәрелә.
Чехов көндәлек дәфтәренә хикәйә тураһында былай тип яҙып ҡуя[2]:

"Футлярҙағы кеше: уның бөтә нимәһе лә футлярҙа. Табутта ятҡанында, ул үҙенең идеалын, ниһайәт, тапҡан кеүек, йылмайып ятты "

— А. П. Чехов

Прототибы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Беликовтың прототибы аныҡ ҡына билдәле түгел. Яҙыусының замандаштары (улар иҫәбендә В. Г. Богораз һәм М. П. Чехов) «футлярҙағы кешенең» прототибы тип Таганрог гимназиһының инспекторы А. Ф. Дьяконовты иҫәпләһә, икенселәре Дьяконовтың ҡылыҡ сифаттарын һүрәтләп, ул Беликовтың прототибы түгел тип баралар, беренсе фекерҙе инҡарлайҙар. Мәҫәлән, П. П. Филевский Дьяконовтың йомарт кеше булыуын дәлилләп яҙа: « „Футлярҙағы кеше“ менән А. Ф. Дьяконов араһында бер ниндәй ҙә оҡшашлыҡ юҡ (быны мин раҫлайым), һәм А. П. Чеховтың был әҫәрендә бер ниндәй ҙә урындағы колоритты табырға мөмкин түгел»[3].

Ю. Соболев Чехов геройының прототибы билдәле публицист M. О. Меньшиков булырға мөмкин ти. Чехов үҙенең көндәлегендә публицист тураһында:

«М. ҡоро көндө лә калош кейә, ҡояштан һәләк булмаҫ өсөн зонтик йөрөтә, һыуыҡ һыу менән йыуыныуҙан, йөрәге туҡталыуҙан ҡурҡа[4]»

Шуға ҡарамаҫтан, Меньшиков менән Беликов араһындағы оҡшашлыҡ бары тик тышҡы күренеш кенә[3]. Чехов үҙе ағаһы И. П. Чехов тураһында яҙған:

"Ул, йәғни Иван, әҙерәк саллана төшкән, элеккесә арзан һәм төшөмлө хаҡҡа ғына әйбер һатып ала һәм хатта аяҙ көндө лә үҙе менән зонтик йөрөтә "[5].

Был факттарҙан сығып, грек теле уҡытыусыһы Беликов образы йыйылма образ тип һөҙөмтә ҡылырға була[3].
Хәҙер «Футлярҙағы кешенең» рус телендәге мәғәнәһе тиҫкәре, ул үҙен тышлыҡ менән ҡаплап, донъянан йәшеренеп йөрөгән яңғыҙ кешене аңлата.

Персонаждар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Бәләкәй трилогияның» геройҙары:

  • Иван Иваныч Чимша-Гималайский — ветеринария табибы, дворян. Оҙон буйлы, оҙон мыйыҡлы ҡарт кеше.
  • Буркин — уҡытыусы гимназияла уҡыта, ул И. И. Чимша-Гималайскийҙың иптәше. Беликов тураһында һөйләүсе.

Буркин хикәйәләренең геройҙары:

  • Беликов —грек теле уҡытыусыһы. Буркин менән гимназияла эшләгән. Уның яратҡан һүҙе: «Берәй нимә сығып ҡуймаһын»
  • Ашнаҡсы Афанасий — 60 йәштәге ҡарт. Беликовтың иҫерек һәм яртаҡыллы хеҙмәтсеһе.
  • Михаил Саввич Коваленко — тарих һәм география уҡытыусыһы. Йәш, ҡаранан килешле ир кеше.
  • Варенька — Беликов яратҡан 30 йәштәге ҡыҙ. Коваленконың һенлеһе. Оҙон буйлы, ҡара ҡашлы, алһыу битле.

Сюжет[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

А. П. Чехов, рассказ «Человек в футляре». Марка СССР, 1959 [16]

Хикәйә ике һунарсының: Иван Иваныч Чимша-Гималайский менән Буркиндың- төнгөлөккә йоҡларға урынлашыуы менән башланып китә. Улар ауыл старостаһының һарайында төнгөлөккә туҡтала һәм төрлө булған хәлдәр тураһында һөйләй. Уларҙың әңгәмәһе «яңғыҙ ҡыҫала йә булмаһа ҡусҡар кеүек үҙ ҡабығында йәшәүсе кешеләргә» ҡағыла. Буркин яңыраҡ ҡына уларҙың ҡалаһында үлгән Беликов тураһында һөйләй.

Ошо Беликов — тап «Футлярҙағы кеше». Ул бик йылы көндә лә өҫтөнә пальто, аяғына галош кейеп, ҡулына зонт тотоп йөрөй. Уның зонтигыны ла, сәғәте лә, кеҫә бәкеһе лә футлярҙа. Ул, хатта битен дә яғаһы менән ҡаплап, үҙен футлярҙағы кеүек хис итә. Беликов үҙен һәр ваҡыт ниндәйҙер тышлыҡ менән көпләп, ысынбарлыҡтан йәшеренеп йөрөргә тырыша. Ҡағиҙәләрҙән бәләкәй генә ситкә тайпылыу йә иһә уларҙы әҙ генә боҙоу ҙа уны ныҡ тулҡынландыра. Педагогик кәңәшмәләрҙә ул барыһын да үҙенең һаҡлығы һәм шомланыуы менән ғазаплай. Үҙенең бер туҡтауһыҙ уфтаныуҙары һәм зарланыуҙары менән ул барыһына ла баҫым яһай, һәм ахыр сиктә уға юл ҡуялар. Барыһы ла унан ҡурҡа. Беликовтың бер сәйер ғәҙәте — уҡытыусыларҙың фатирҙарына йөрөү. Ул уҡытыусыларға килеп инә лә бер ни ҙә өндәшмәйенсә тик ултыра. Шулай итеп ул «иптәштәре менән яҡшы мөнәсәбәттәр һаҡлай».

Бер заман гимназияға тарих һәм география уҡытыусыһын ебәрәләр. Ул үҙенең һеңлеһе Вареньканы алып килә. Директорҙың тыуған көнөндә ул барыһын да, хатта Беликовты ла арбай. Барыһы ла Беликов менән Вареньканы өйләндерергә ҡарар итә. Вареньканың иргә сығырға уйы була. Тик Беликов ҡына һәр саҡ икеләнә, Варенька тураһында һәм ғаилә тормошо тураһында һөйләй һәм никахлашыу — бик мөһим аҙым, ти.

Вареньканың ағаһы Беликовты танышҡан көндән башлап күрә алмай. Ул Беликовты хатта «глитай абож паук»[6] тип атай.

Көндәрҙең береһендә кемдер Беликовтың карикатураһын төшөрә: унда Беликов Вареньканы ҡултыҡлап килә, ә һүрәт аҫтына : «Ғашиҡ антропос»-тип яҙылған була. Был карикатураны барлыҡ уҡытыусылар һәм түрәләр ала. Беликовтың быға хайран ҡалыуы ғына етмәгән, үс иткәндәй, ағаһы менән Варенька, велосипедҡа атланып, уның ҡаршыһына килеп сыға. Беликов ҡатып ҡала, ағарына, велосипедта йөрөү уның өсөн килешмәгән эш булып күренә. Иртәгеһен көндө иртәнсәк ул Коваленколарға килә һәм уға велосипедта йөрөүҙең ҡылыҡһыҙлыҡ икәнен әйтә башлай. Улар араһында талаш сыға. Коваленко Беликовты баҫҡыстан төртөп төшөрөп ебәрә. Варенька килеп инә һәм таушалған Беликовты күрә. Ул, Беликовты яңылыш үҙе йығылған икән тип уйлап, ҡысҡырып көлә башлай. Ошо көлөү менә барыһы ла тамамлана: ҡоҙалашыу ҙа, Беликовтың донъяла йәшәүе лә. Беликов үҙенә ҡайтып китә лә түшәккә йығыла һәм артабан унан тормай. Бер айҙан Беликов үлә. Уны күмергә барыһы ла килә, ә ерләгәндән һуң бер кем дә уның өсөн ҡайғы кисермәй, ә киреһенсә еңеллек тойғоһо кисерә..
Хикәйә аҙағында һунарсылар футлярҙағы кешеләр тураһында фекер алыша ла йоҡларға ята.

Хикәйә тураһында тәнҡитселәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хикәйә тәнҡитселәр араһында ғына түгел ябай халыҡ араһында ла ҙур баһа ала.

Иң тәүгеләрҙән булып А. А. Измайлов яҙған:

«Көлөүҙән башланған комик ваҡиға ҡалтыраған етди тауыш менән һөйләнелә. Картинаның фоны ҡараңғы һәм тантаналы-бөйөк»[7]

— «Биржевые ведомости»[8]

Тәнҡитсене Чеховтың комик карикатуралы персонажды һүрәтләүе һәм шул уҡ ваҡытта яҙыусының етди ҡарашы, фондың етдилеге аптырашта ҡалдыра.

Н. Виленкин был ҡапма -ҡаршылыҡты яҙыусының оҫталығы менән бәйләй. Хатта Чеховты яратмаған һәм уны идеяһыҙ яҙыусы тип атаған Скабичевский ҙә,[9],Беликовты «Чеховтың һоҡланғыс нәфис асышы» тип атай һәм "футлярҙағы кеше " образын Обломов һәм Чичиков[7][10] образдары менән бер рәткә баҫтыра. 1898 йылдың октябрендә Чеховты тәнҡитсе һәм публицист Богданович анализлай һәм уны бик юғары баһалай, Чеховтың Беликов портретын оҫта һүрәтләүен билдәләй. Богданович Беликов — йәмәғәт тормошоноң үҙе тип әйтә, «тормош ләме» тип атай, тик финалды ҡотолғоһоҙ итеп һәм өмөтһөҙ итеп һүрәтләгәне өсөн Чеховты тәнҡитләп сыға[7][11]. Дөйм алғанда әҫәр яҡшы баһаланыуға ҡарамаҫтан, К. П. Медведский «Московские ведомости» журналында Чеховтың хикәйәһе һәм ижады тураһында байтаҡ тупаҫ фекерҙәр әйтә:

«Хикәйә мәғәнәһеҙ, насар, ләкин уның тураһында өндәшмәй ҡалырға мөмкин түгел, сөнки унда яҙыусының тормош күренештәренең бары тик тышҡы яҡтарын ғына күрһәтә белеү етешһеҙлектәре ғәҙәттән тыш күренеп тора»[7]

— "Московские ведомости"[12]

«Буркиндың Беликов тураһындағы һөйләгәне менән Чеховтың Беликовы араһында — Бушлыҡ. Бушлыҡ — Футлярҙағы кешенең тағы бер исеме, уның сере, уның йомағы. Гипертрофиялы күңелһеҙ социаль-мәҙәни күренештең тәбиғи көсһөҙлөк арҡаһында сәйәси әйберҙең гротесклы кәүҙәһенә, уның пародияһының ҡапыл ғына мөһим хәбәр килтергән мәҙәксенең шпионға әйләнеүе, был Уйҙырмыштың логикаһына эйәргәндә, Беликов хәбәренең ысынлап та мөһим булыуы мөмкин.»[13]

— А. Л. Бокшицкий

Образдың йоғонтоһо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәҙерге заман психологтары Беликов образын хәүефле боҙолоу[14] күренешенең миҫалы тип һанай.

Хикәйә геройҙарына Южно-Сахалинскиҙә, Сахалин халыҡ-ара театр үҙәге янындағы скверҙа 2013 йылда һәйкәл ҡуйылған.

Экранлаштырыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Человек в футляре» — нәфис фильм, 1939 йыл.
  • «Человек в футляре» — мультипликациялы фильм, 1983 йыл.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Российская государственная библиотека
  2. Паперный З. С. Записные книжки Чехова — Москва: Советский писатель, 1976, с. {0}[13]{/0}} (1936)
  3. 3,0 3,1 3,2 Человек в футляре. Иҫкәрмәләр
  4. Ю. Соболев. Чехов. 102 статья Материалы. Библиография. М., 1930, стр. 163—165
  5. Письмо Ал. П. Чехову, 22 или 23 сентября 1895 г.
  6. «Глитай, або ж павук»  (укр.) («Мироед, или паук») — название пьесы Марка Кропивницкого.
  7. 7,0 7,1 7,2 7,3 Человек в футляре. Иҫкәрмәләр
  8. «Биржевые ведомости», 1898, № 200, 24 июля
  9. «Г. Чехов — писатель безыдейный; это у нас решено и подписано. Тем не менее, когда выходит новый рассказ г. Чехова, он первый разрезается в книжке журнала, прежде всего читается и производит такое сильное впечатление на читателя, так настраивает его, подымая в нём ряд новых мыслей и соображений, как не действуют многие из так называемых идейных произведений…»
  10. «Сын отечества», 1898, № 238, 4 сентября
  11. «Мир божий», 1898, № 10, отд. II, стр. 6
  12. К. Медведский. Литературные заметки. Нечто о г. Чехове и «футлярах». — «Московские ведомости», 1898, № 215, 7 августа
  13. А. Л. Бокшицкий. Наивный антропос (А. П. Чехов и «человек в футляре»)
  14. gorky.media «Человек в футляре» — тревожное расстройство, а созависимость изучаем на примере «Душечки» (ru-RU) (2016-09-23). 27 сентябрь 2016 тикшерелгән.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]