Эстәлеккә күсергә

Фёдорова Клавдия Николаевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Фёдорова Клавдия Николаевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 1913
Тыуған урыны Ленинград өлкәһе
Вафат булған көнө 2005
Вафат булған урыны Псков өлкәһе, Рәсәй
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Социалистик Хеҙмәт Геройы Ленин ордены

Фёдорова Клавдия Николаевна (18 февраль 1913 йыл — 22 ғинуар 2005 йыл) — СССР-ҙың ауыл хужалығы алдынғыһы, Псков өлкәһе «Утрау» тоҡомло ҡошсолоҡ совхозы ҡош ҡараусыһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).

Клавдия Николаевна Фёдорова 1913 йылда хәҙерге Псков өлкәһенең Феньково ауылында күп балалы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

1929 йылдан Ленинград өлкәһенең Островский районы «Утрау» тоҡомло ҡошсолоҡ совхозында ҡош ҡараусы булып эшләй. Был производствола ҡырҡ йылға яҡын эшләй.

Социалистик ярыштарҙа даими ҡатнаша һәм еңеү яулай, бер нисә тапҡыр халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә ҡатнаша. 1964 йылда юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә — 2500 йомортҡа һалыусы тауыҡтан 421 мең йомортҡа ала, был бер тауыҡтан 169 йомортҡа тәшкил итә. 1965 йылдың рекордлы күрһәткестәрен яҡшырта — 2700 тауыҡтан 454 мең йомортҡа ала[1].

«Малсылыҡты үҫтереүҙә өлгәшкән уңыштары, ит, һөт, йомортҡа һәм башҡа продукция һәм йөндө етештереү һәм әҙерләүҙе арттырыуы өсөн», СССР Юғары Советы Президиумының 1966 йылдың 22 мартындағы Указы менән Клавдия Николаевна Фёдороваға Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырылып, «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

1973 йылда хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем ауыл хужалығында эшләүен дауам итә.

Тормошоноң һуңғы йылдарында Островский районының Остров ҡалаһында йәшәй. 2005 йылдың 22 ғинуарында вафат була. Ҡала зыяратында ерләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966)
  • Ленин ордены (22.03.1966)
  • «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы (22.03.1966)
  • башҡа миҙалдар.
  1. Клавдия Николаевна Фёдорова. Литературная карта Островского района (22 июнь 2017). Дата обращения: 24 апрель 2020. 2020 йыл 22 сентябрь архивланған.
  • Никитенко Н. Время выбрало их. Псковичи - Герои Социалистического Труда. - Псков, 2003.