Фёдоровка заказнигы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Фёдоровка заказнигы
урыҫ "Фёдоровский", заказник
Төп мәғлүмәт
Майҙаны1709,0 гектар 
Нигеҙләнгән ваҡыты20 июль 1989 йыл 
Идара итеүсе ойошмаБашҡортостан Республикаһының айырыуса һаҡланған тәбиғәт территориялары Дирекцияһы 
Урынлашыуы
53°10′43″ с. ш. 55°11′09″ в. д.HGЯO
Рәсәй
Точка
Фёдоровка заказнигы
Башҡортостан Республикаһы
Точка
Фёдоровка заказнигы

Фёдоровка заказнигы (рус. "Фёдоровский", заказник) — төбәк әһәмиәтендәге зоологик тәбиғәт ҡурсаулығы. Һунар кәсебе һәм һирәк осраған хайуандар популяцияһын тергеҙеү маҡсатында ойошторола (1989).

Тәбиғәт үҙенсәлектәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фёдоровка районы Фёдоровка ауылынан көньяҡ-көнсығышта 5 саҡрым алыҫлыҡта Ашҡаҙар йылғаһы бассейыны биләмәһендә урынлашҡан тәбиғәт ҡомартҡыһы. Дөйөм майҙаны — 1,7 мең гектар, 99,8%-ын урман ҡаплаған. Рельефы тигеҙлектәрҙән, һөҙәк убаларҙан тора. Миләш, муйыл, балан, сөйәлле зелпе, ҡурай еләге, гөлйемеш һәм башҡа ваҡ ағаслыҡтарҙан торған ҡатнаш киң япраҡлы имән һәм йүкә урмандары, ҡырҡындыларҙа уҫаҡлыҡтар таралған[1].

Ҡурсаулыҡта 50-гә яҡын имеҙеүселәр һәм 120 төр ҡоштар осрай, шуларҙың 23-ө — һунар фаунаһы вәкилдәре.

Йәнлектәрҙән: аҡ ҡуян, бурһыҡ, йылға ҡондоҙо, ҡабан, ҡоралай, мышы, төлкө, үрғуяны, һеләүһен, урман эте, аҫ, бурһыҡ йәшәй.

Ҡоштарҙан: ҡор ҡарсығаһы, ағуна, һаҙ турғайы, сәүкә, ҡоҙғон һ.б.;

Ҡолаҡлы терпе, ялман, һоро ағуна, аполлон, махаон Башҡортостан Республикаһының  Ҡыҙыл китабына индерелгән[2].

Заказник хужалыҡ, фәнни һәм мәҙәни әһәмиәткә эйә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]