Фёдоров Александр Александрович (ботаник)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Фёдоров Александр Александрович (ботаник)
Рәсем
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 24 ноябрь (7 декабрь) 1906
Тыуған урыны Тверь, Рәсәй империяһы[2]
Вафат булған көнө 16 апрель 1982({{padleft:1982|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})[3] (75 йәш)
Вафат булған урыны Санкт-Петербург, РСФСР, СССР
Ерләнгән урыны Серафимовка зыяраты[d]
Бер туғандары Фёдоров, Андрей Александрович[d]
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө ботаник
Эшмәкәрлек төрө ботаника, Үҫемлектәр морфологияһы, үҫемлектәр систематикаһы[d] һәм Ябыҡ орлоҡлолар
Эш урыны В. Л. Комаров исемендәге РФА ботаника институты[d]
Уҡыу йорто Тверь дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә биология фәндәре докторы[d]
Аспиранттар Априкян, Сергей Вардеванович[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ойошма ағзаһы СССР Фәндәр академияһы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Фёдоров Александр Александрович (7 декабрь 1906 йыл16 апрель 1982 йыл) — ғалим-биолог, ботаник, систематика һәм сәскәле үҫемлектәр морфологияһы өлкәһендә белгес. СССР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (1964).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Белеме һәм карьераһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Александр Александрович Федоров 1906 йылдың 24 ноябрендә (яңы стиль буйынса 7 декабрь) Тверь ҡалаһында баҡсасы ғаиләһендә тыуған. Ботаник Федоров Андрей Александровичтың ағаһы (1908—1987). Юғары белемде үҙенең тыуған ҡалаһында педагогия институтында ала. 1929 йылда институтты уңышлы тамамлай һәм шул уҡ йылда Ленинградҡа күсә; бында ул 1934 йылға тиклем Бөтә Союз ғәмәли ботаника һәм яңы культуралар институтында эшләй (1930 йылдан әлеге институт Бөтә Союз үҫемлекселек институты тип атала, хәҙер — Н. И. Вавилов исемендәге Бөтә Рәсәй үҫемлекселек институты), шул иҫәптән уның Сухум һәм Ләнкәран филиалдарында ла эшләй.

1934 йылда бынан алдараҡ (1931 йылда) ойошторолған СССР фәндәре академияһының В. Л. Комаров исемендәге Ботаника институтына эшкә күсә. (1940 йылдан — В. Л. Комаров исемендәге Ботаника институты), ошо институтта ғүмеренең аҙағына тиклем эшләй. Һуғыш ваҡытында, 1942 йылда, КПСС-ҡа инә. 1947 йылдан — директор урынбаҫары, ә 19621976 йылдарҙа — институт директоры.

1964 йылдың 26 июненән — СССР Фәндәр академияһының Дөйөм биология бүлеге ағза-корреспонденты.

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төп хеҙмәттәре үҫемлектәр морфологияһына (беренсе сиратта сәскәле үҫемлектәрҙең тасуирлама морфологияһына һәм тератологияһына), сәскәле үҫемлектәр систематикаһына, шулай уҡ ботаник ресурсоведениеһына арналған.

1930-1940-сы йылдарҙа А. Федоров ялан тикшеренеүҙәре ысулдарын эшкәртеү, үҫемлек ресурстарын картирлау һәм иҫәп-хисап менән шөғөлләнә. Ул бер нисә ботаник сводкаһын эшләй: СССР дымлы субтропиктары ҡырағай эфир майлы үҫемлектәр (1938), Әзербайжан Талыш районы дарыу үҫемлектәре, Төркмәнстан камедлы үҫемлектәре. Үҫемлек япмаһының яңы картирлау ысулын — урындағы ландшафты күрһәтеү менән — тәҡдим итә.

Һуғыштан һуңғы йылдарҙа Ал. А. Фёдоров башлыса сәскәле үҫемлектәрҙең морфологияһы, шул иҫәптән ботаника тератологияһы — үҫемлектәр үҫеше аномалияһы — менән шөғөлләнә[4]). 1958 йылда ул «Үҫемлектәрҙә тератология һәм формалашыуы» хеҙмәтен нәшер итә, унда ул тератогенез күренешен тасуирлай. А. А. Федоров — «Юғары үҫемлектәрҙең тасуирлама морфологияһы буйынса атлас» хеҙмәтенең авторҙашы («Япраҡ», 1956; «Һабаҡ һәм тамыр», 1962; «Сәскә>», 1975; «Емеш», 1979; «Сәскәлек», 1979).

1955 йылда ул КПСС Үҙәк Комитеты Президиумына ебәрелгән «Өс йөҙ хаты» аҫтына ҡултамғаһын ҡуя, мөрәжәғәттә Т. Д. Лысенконың эшмәкәрлеге тәнҡитләнә һәм СССР-ҙағы дөйөм биология торошона баһа бирелә. Совет ғалимдарының хаты ахыр сиктә Лысенконы ВАСХНИЛ президенты вазифаһынан бушатыуға булышлыҡ итә.

19741980 йылдарҙа Федоров — «Үҫемлектәр тормошо» исемле хеҙмәттең тәүге дүрт томының, шулай уҡ 5-се томдың беренсе бүлегенең баш мөхәррире. Әлеге хеҙмәт урыҫ телендә нәшер ителгән тәүге эре фәнни-популяр ботаника баҫмаһы булып тора.

1982 йылдың 16 апрелендә Ленинградта вафат була, Серафимовка зыяратында ерләнгән.

Тәбиғәтте һаҡлау һәм уның ресурстарын рациональ файҙаланыу — күп планлы бурыс. Ул бер дәүләт сиктәрендә генә түгел, дөйөм Ер шары өсөн мөһим. Кеше «тәбиғәт менән көрәшергә» һәм уны «ҡабаттан ҡорорға» тейеш тигән фекер айырыуса зыянлы".
Ал. А. Фёдоровтың һәм А. А. Яценко-Хмелевскийҙың «Тәбиғәтте һаҡлау» мәҡәләһенән[5]

Наградалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Александр Александрович Федоров дүрт Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнгән.

1957 йылда «Юғары үҫемлектәрҙең тасуирлама морфологияһы буйынса атлас. „Япраҡ“ (1956)» эше өсөн авторҙаштары (Моисей Эльевич Кирпичников һәм Артюшенко Зинаида Трофимовна) менән берлектә СССР фәндәр академияһының В. Л. Комаров исемендәге премияға лайыҡ була.

Ҡайһы бер хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Фёдоров Ал. А. Об уродливости у Plantago major L. // Советская ботаника : журнал. — 1945. — Т. 6. — С. 40—43.
  • Фёдоров Ал. А. Аномалия в строении соцветий Alnus kamtschatica (Call.) Kom. и их возможное толкование // Советская ботаника : журнал. — 1947. — Т. 15. — С. 62—74.
  • Фёдоров Ал. А. Случай аномалии у Salix caprea L. и вероятное его истолкование // Ботанический журнал : журнал. — 1949. — Т. 34. — № 3. — С. 273—279.
  • Фёдоров Ал. А. Аномалии у некоторых Астровых (сложноцветных) и их значение для понимания формирования соцветий сем. Compositae // Ботанический журнал : журнал. — 1950. — Т. 35. — № 2. — С. 148—161.
  • Фёдоров Ал. А. К познанию явлений «ветвистости» початков у кукурузы // Ботанический журнал : журнал. — 1951. — Т. 36. — № 4. — С. 341—348.
  • Фёдоров Ал. А., Кирпичников М. Э. и Артюшенко З. Т. Атлас по описательной морфологии высших растений. Лист / Академия наук СССР. Ботанический институт им. В. Л. Комарова. Под общ. ред. чл.-кор. АН СССР П. А. Баранова. Фотографии В. Е. Синельникова. — М.—Л.: Изд-во Академии наук СССР, 1956. — 303 с. — 3 000 экз.
  • Фёдоров Ал. А. Тератология и формообразование у растений. — М.—Л.: Изд. АН СССР, 1958. — 28 с. — (Комаровские чтения).
  • Фёдоров Ал. А., Кирпичников М. Э. и Артюшенко З. Т. Атлас по описательной морфологии высших растений. Стебель и корень / Академия наук СССР. Ботанический институт им. В. Л. Комарова. Под общ. ред. чл.-корр. АН СССР П. А. Баранова. Фотографии М. Б. Журманова. — М.—Л.: Изд-во Академии наук СССР, 1962. — 352 с. — 3 000 экз.
  • Фёдоров Ал. А. Ботаническое ресурсоведение как наука и его положение в системе научных знаний // Растительные ресурсы : журнал. — 1966. — Т. 2, вып. 2.
  • Фёдоров Ал. А. Дикие полезные растения // Жизнь растений. В 6-ти т. / Гл. ред. Ал. А. Фёдоров. — М.: Просвещение, 1974. — Т. 1. Введение. Бактерии и актиномицеты. Под ред. Н. А. Красильникова и А. А. Уранова. — С. 154—162. — 487 с. — 300 000 экз.
  • Артюшенко З. Т., Фёдоров Ал. А. Атлас по описательной морфологии высших растений. Цветок. — Л.: Наука. Ленинградское отделение, 1975. — 350 с.
  • Артюшенко З. Т., Фёдоров Ал. А. Атлас по описательной морфологии высших растений. Плод. — Л.: Наука. Ленинградское отделение, 1979.
  • Артюшенко З. Т., Фёдоров Ал. А. Атлас по описательной морфологии высших растений. Соцветие. — Л.: Наука. Ленинградское отделение, 1979. — 295 с.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. (unspecified title)doi:10.5281/zenodo.10080503
  2. Фёдоров Александр Александрович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  3. Fedorov Aleksandr Aleksandrovič // код VIAF
  4. Тахтаджян А. Л. Аномалии и атавизмы (принципы эволюционной тератологии) // Грани эволюции: Статьи по теории эволюции. 1943—2006 гг. / Науч. совет Программы фундаментальных исследований Президиума РАН «Издание трудов выдающихся учёных». — СПб.: Наука, 2007. — С. 110—133. — 326 с. — (Памятники отечественной науки. XX век). — 1000 экз. — ISBN 978-5-02-026273-7.
  5. Фёдоров Ал. А., Яценко-Хмелевский А. А. Охрана природы // Жизнь растений. В 6-ти т. / Гл. ред. Ал. А. Фёдоров. — М.: Просвещение, 1974. — Т. 1. Введение. Бактерии и актиномицеты. Под ред. Н. А. Красильникова и А. А. Уранова. — С. 173—178. — 487 с. с ил.; 31 л. ил., карт. с. — 300 000 экз.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Алдан килеүсе:
Баранов Павел Александрович
РФА-ның В. Л. Комаров исемендәге Ботаника институты директоры
1962—1976
Һуңынан килеүсе:
Тахтаджян Армен Леонович