Фёдоров Михаил Михайлович (юрист)
Фёдоров Михаил Михайлович (юрист) | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
![]() |
Тыуған көнө | 21 ноябрь 1920 |
Тыуған урыны | Татты улусы[d] |
Вафат булған көнө | 13 май 2007 (86 йәш) |
Вафат булған урыны | Яҡутск, Рәсәй |
Һөнәр төрө | ғалим |
Эш урыны | Төньяҡ-Көнсығыш федераль университеты |
Уҡыу йорто | Мәскәү дәүләт юридик университеты |
Ғилми дәрәжә | юридик фәндәр докторы[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Фёдоров Михаил Михайлович (21 ноябрь 1920 йыл— 13 май 2007 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең ғалим-хоҡуҡ белгесе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Юридик фәндәр докторы, профессор, Саха Республикаһы (Яҡутстан) Фәндәр академияһының почетлы ағзаһы.[1]
Яҡутстанда совет дәүләтселеген үҫтереү һәм формалашыу тарихы, шулай уҡ Себерҙә совет автономиялы берәмектәрҙең үҫеше проблемалары буйынса белгес. 260-тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1920 йылдың 21 ноябрендә Яҡут өлкәһе Таттин улусының 1-се Жохсогон наслегы Черкёх ауылында тыуған
Белеме
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1954 йылда Мәскәү дәүләт юридик университетының Бөтә союз юридик институтын ситтән тороп тамамлай (хәҙерге Мәскәү дәүләт юридик университетын), 1961 йылда КПСС-тың Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Юғары партия мәктәбен тамамлай.
1968 йылдан СССР Фәндәр академияһы Дәүләт һәм хоҡуҡ институтында «Развитие Советской государственности в Якутии (1918−1937 гг.)» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай һәм яҡуттарҙан беренсе булып «юридик фәндәр кандидаты» ғилми дәрәжәһен ала. 1980 йылда Мәскәү дәүләт университетында «Правовые положения народов Восточной Сибири (XVII − начало XIX вв.)» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.[2]
Эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1940—1942 йылдарҙа Яҡут АССР-ының Амгин районында прокурор ярҙамсыһы Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына алына һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. 1942 йылдың авгусынан алып 1943 йылдың ғинуарына тиклем Свердловск ҡалаһында Урал хәрби-сәйәси училищеһында уҡый, унан һуң Көньяҡ фронтта 5-се удар армияның рота политругы була. 1943 йылдың ноябренән 1944 йылдың мартына тиклем 143-се Конотоп-Коростень Ҡыҙыл Байраҡлы уҡсылар дивизияһы 487-се уҡсылар полкының 3 уҡсылар батальоны комсоргы вазифаһында ҡатнаша. 1944 йылдың ғинуарынан ВКП(б) ағзаһы[3] 1946 йылдан запаста.
Ҡайтҡас Осоавиахим Яҡут Үҙәк советында инструктор булып эшләй. 1947 йыл башында Нам районының прокурор ярҙамсыһы, 1951—1954 йылдарҙа — Усть Алданда, ә 1954—1957 йылдарҙа — Яҡут АССР-ының Алдан районында прокурор булып эшләй. 1958 йылдан алып 1961 йылға тиклемКПСС Яҡут өлкә комитетының Административ бүлегендә инструктор, һуңынан Мәскәүҙә КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Юғары партия мәктәбендә уҡый. 1961 йылдан 1969 йылға тиклем Яҡут АССР-ы буйынса прокурор булып эшләй. Һуңынан фәнни һәм педагогик эшмәкәрлек менән шөғөлләнә: 1969—1975 йылдарҙа СССР ФА Себер бүлеге Тел, әҙәбиәт һәм тарих институтының Яҡут филиалында өлкән ғилми хеҙмәткәр һәм тарих секторы мөдире була. һәм тарих институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, 1969—1975 йылдарҙа телдәр секторы мөдире була. 1875 йылдан Яҡут дәүләт университетының (хәҙер Төньяҡ-Көнсығыш федераль университет) өлкән уҡытыусы, доцент, кафедра мөдире булып эшләй.
Университетта Фёдоров Михаил Михайлович «Совет хоҡуғы», «Совет дәүләт хоҡуғы», «Рим хоҡуғы». «Дәүләт һәм хоҡуҡ теорияһы», «Саха Республикаһында (Яҡутстанда) дәүләтселек һәм хоҡуҡтар», «Яҡутстанда ситтән килгәндәрҙең хоҡуҡи хәле тарихы һәм Саха Республикаһының дәүләтселеге» дисциплиналарынан дәрестәр алып бара. Ул Яҡутстанда юридик белемде үҫтереүгә ҙур өлөш индерә, республикала юридик белемде ойоштора. 1988 йылда университет РСФСР-ҙың Юғары уҡыу йорттары министрлығынан юридик бүлекте асыуға рөхсәт ала.
Шулай уҡ йәмәғәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә: 1961—1970 йылдарҙа биш тапҡыр КПСС-тың Яҡут өлкә комитеты ағзаһы итеп һайлана, ике тапҡыр Яҡут АССР-ының Юғары Советы депутаты.
Васильева Дарья Ниловнаға өйләнгән, бергә өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр: улдары Михаил, Владимир һәм ҡыҙы Ольга[4]
Якутскиҙа 2007 йылдың 13 майында вафат була.[3]
Яҡутскиҙа Федоров Михаил Михайловичҡа иҫтәлекле таҡтаташ асылған.[5][6]
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡыҙыл Йондоҙ Ордены
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены
- Бер нисә миҙал
- «Саха Республикаһының (Яҡутстан) атҡаҙанған юрисы» (1991)
- «Саха Республикаһы (Яҡутстан) атҡаҙанған фән эшмәкәре»
- Саха Республикаһының (Яҡутстан) почётлы гражданы
- Таттин улусының почётлы гражданы
- Алдан улусының почётлы гражданы
- Якутск ҡалаһының почётлы гражданы[6]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Михаил Михайлович Федоров
- ↑ Диссертация доктора юридических наук
- ↑ 3,0 3,1 Федоров Михаил Михайлович(недоступная ссылка)
- ↑ Сегодня день рождения основателя юридического образования в Якутии Федорова М. М.(недоступная ссылка)
- ↑ В Якутске открыта мемориальная доска памяти Михаила Федорова
- ↑ 6,0 6,1 Председатель Конституционного суда РС(Я) принял участие в возложении цветов к мемориальной доске заслуженного юриста и заслуженного деятеля науки Республики Саха (Якутия) Михаила Михайловича Федорова
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Учёные-исследователи Института гуманитарных исследований и проблем малочисленных народов Севера 2016 йыл 4 март архивланған.
- Глава Якутии предложил юристам уйти от стереотипа «два юриста — три мнения»
- Достойный сын своего народа 2018 йыл 29 апрель архивланған.
- Федоров Михаил Михайлович 2020 йыл 29 сентябрь архивланған.
- 21 ноябрҙә тыуғандар
- 1920 йылда тыуғандар
- 13 майҙа вафат булғандар
- 2007 йылда вафат булғандар
- Саха Республикаһында вафат булғандар
- Мәскәү дәүләт юридик университетын тамамлаусылар
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- КПСС ағзалары
- Юридик фәндәр докторҙары
- КПСС Үҙәк комитетының Юғары партия мәктәбен тамамлаусылар
- Бөйөк Ватан һуғышы сәйәси эшмәкәрҙәре
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр