Фәйзуллина Гүзәл Әсхәт ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Фәйзуллина Гүзәл Әсхәт ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 9 ноябрь 1960({{padleft:1960|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (63 йәш)
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө сәйәсмән
Биләгән вазифаһы парламент ағзаһы[d]
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты

Фәйзуллина Гүзәл Әсхәт ҡыҙы (9 ноябрь 1960 йыл) — хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. «Башгражданстрой» тресы генераль директорының дөйөм мәсьәләләр буйынса урынбаҫары. 2019 йылдан Башҡортостан Республикаһының алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гүзәл Әсхәт ҡыҙы Фәйзуллина 1960 йылдың 9 ноябрендә Өфө ҡалаһында тыуа. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң юғары белемде Башҡорт дәүләт университетында, икенсе юғары белемде Мәскәү дәүләт социаль университетында ала. Хеҙмәт юлын Өфөлә 1978 йылда башлай, 49-сы мәктәптә лаборант, секретарь, тәрбиәсе булып эшләй. 19821984 йылдарҙа ошо уҡ белем усағында комсомол ойошмаһы секретары була. 19841991 йылдарҙа — ВЛКСМ-дың Октябрь райкомы секретары[1], КПСС-тың Октябрь райкомы инструкторы. 19911993 йылдарҙа 37-се мәктәптә уҡыта. 1993—1995 йылдарҙа «Алекс» ИСБ-һының мәғлүмәт бүлеге начальнигы, директор урынбаҫары, «Забота» ТОО-һы диеркторы булып эшләй. 19952000 йылдарҙа — Октябрь районының халыҡты социаль яҡлау идаралығы начальнигы, һуңынан 2018 йылға тиклем — Октябрь районы хакимиәте башлығы урынбаҫары. 2019 йылғы һайлауҙарға тиклем «Башгражданстрой» тресы яуалылығы сикләнгән йәмғиәттең дөйөм мәсьәләләре буйынса генераль директоры урынбаҫары. 2019 йылдан — Башҡортостан Республикаһы 6-сы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Урындағы үҙаидара, граждан йәмғиәтен үҫтереү һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса комитет ағзаһы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Рәсәй Федерацияһы дөйөм белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре
  • Башҡортостан Республикаһының Маҡтау ҡағыҙы.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]