Фәйзуллин Марат Рәйес улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Фәйзуллин Марат Рәйес улы
Заты ир-ат
Тыуған көнө 7 ноябрь 1982({{padleft:1982|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (37 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Өфө
Туған тел рус теле
Һөнәр төрө композитор

Фәйзуллин Марат Рәйес улы (Татурас) (ингл. Marat Fayzullin (Taturas) (7 ноябрь 1982) — Рәсәй музыканты, композитор һәм музыкаль продюсер, тауыш режиссёры. Рәсәй композиторҙары союзының йәштәр секцияһы ағзаһы

Биография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фәйзуллин Марат Рәйес улы 1982 йылдың 7 ноябрендә Өфө ҡалалһында тыуа.

19891999 йылдарҙа Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт академияһы ҡарамағандағы Урта махсус музыка мәктәбендә уҡый.

2000 йылда һуҡма инструменттар класы буйынса Өфө сәнғәт училищеһын тамамлай. Уҡыу йылдарында күп тапҡырҙар Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты була. Шул уҡ йылда һуҡма инструменттарҙа (маримба, ксилофон һ.б.) Башҡортостанда беренсе тапҡыр үҙенең концертын ойоштороусы. 15-тән күберәк музыка ҡоралында уйнай.

2008 йылда Профсоюздарҙың Санкт-Петербург гуманитар университетында тауыш режиссеры һөнәре буйынса юғары белем ала.

29 нәфис фильм, 46 документаль фильм һәм телетапшырыуҙар, 11 йәнһүрәт, 40-тан ашыу реклама ролигы музыкаһы авторы. Алдынғы кинокомпаниялар, телеканалдар, музыкаль нәшриәттәр менән хеҙмәттәшлек итә. Дискографияһында 4 альбом һәм винил пластинка бар. Рәсәй композиторҙары союзының йәштәр секцияһы ағзаһы[1].

2005 йылдан Мәскәүҙә йәшәй. Өйләнгән, улы бар.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]