Фәйзуллин Фәнил Сәйет улы
Фәнил Сәйет улы Фәйзуллин | ||||
Тыуған көнө | ||||
---|---|---|---|---|
Тыуған урыны | ||||
Альма-матер |
Башҡорт дәүләт университеты (1966) | |||
Ғилми дәрәжәһе |
философия фәндәре докторы (1983) | |||
Ғилми исеме |
профессор (1984); | |||
Награда һәм премиялары |
| |||
Фәйзуллин Фәнил Сәйет улы (20 май 1942 йыл) — ғалим-философ, социолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Философия фәндәре докторы (1983), профессор (1984). Башҡортостан Фәндәр Академияһы академигы (1991). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1985), Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2003). Н. А. Аитов исемендәге премия лауреаты (2015). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2012).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фәнил Сәйет улы Фәйзуллин 1942 йылдың 20 майында БАССР-ҙың Өфө районы Яңы Ҡарашиҙе ауылында тыуған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1960 йылда Өфөләге «Синтезспирт» заводында апаратсы булып башлай.
1966 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай һәм Иглин районы Турбаҫлы урта мәктәбендә директор урынбаҫары була, 1967 йылдан Өфөнөң 10‑сы ПТУ‑һында уҡыта.
1969 йылдан Өфө авиация институтында, шул иҫәптән: 1972—1975 йылдарҙа философия кафедраһының өлкән уҡытыусыһы, 1975—1983 йылдарҙа — философия кафедраһы доценты, 1984 йылдан философия кафедраһы профессоры. 1983—2002 йылдар — ӨДАТУ-ның гуманитар факультеты деканы.
1995—2001 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинетының ғилми консультанты, 1998 йылдан хәҙерге көнгәсә ӨДАТУ-ның социалогик лаборотарияһы ғилми етәксеһе.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Фәйзуллин Фәнил Сәйет улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 19 май 2022)
- Алла Докучаева. Когда к таланту приложен труд (рус.) // Ватандаш : журнал.
- 20 майҙа тыуғандар
- 1942 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Өфө районында тыуғандар
- Философия фәндәре докторҙары
- Салауат Юлаев ордены кавалерҙары
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәрҙәре
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Башҡорт дәүләт университетын тамамлаусылар
- Башҡортостан философтары
- Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусылары
- Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академиктары