Эстәлеккә күсергә

Сөләймәнова Фәниә Байгилде ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сөләймәнова (Хәлитова) Фәниә Байгилде ҡыҙы
Тыуған көнө:

18 февраль 1939({{padleft:1939|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (85 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Йомағужа (хәҙерге Мәләүез) районы Һыртлан ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

йырсы, журналист

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

башҡортса

Наградалары:
Башҡортостандың халыҡ артисы
Башҡортостандың халыҡ артисы

Сөләймәнова (Хәлитова) Фәниә Байгилде ҡыҙы (18 февраль 1939 йыл) — йырсы, радиожурналист. 1983 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1981), Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1994). Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (1996).

Фәниә Байгилде ҡыҙы Сөләймәнова (Хәлитова) 1939 йылдың 18 февралендә Йомағужа (хәҙерге Мәләүез) районы Һыртлан ауылында тыуған.

1958 йылда Йомағужа мәктәбен тамамлай. Ошо уҡ йылда райондар буйлып талантлы йәштәрҙе йыйып йөрөгән музыка белгесе Н. А. Болотов йәш ҡыҙҙы Мәскәү консерваторияһына уҡырға саҡыра. Әммә был саҡырыу бойомға ашмай ҡала, һәм уны уҡыуҙар башланғас булһа ла Өфө сәнғәт училищеһына телеграмма менән саҡыртып алалар. А. Х. Чемборисова класында уҡый һәм сәнғәт училищеһын 1962 йылда тамамлай. Артабан Башҡорт дәүләт филармонияһына солист-воколист булып эшкә урынлаша. 1970 йылда Өфө йорт төҙөү-фанера комбинаты клубының музыка мәктәбендә эшләй.

1971 йылдан «Башҡортостан» теле-радио компанияһында мөхәррир, 1977 йылдан өлкән мөхәррир, ә 1990—2004 йылдарҙа комментатор булып эшләй. Юлдаш, Ашҡаҙар радиоларында ҡулланылған элекке яҙмалар — Фәниә Сөләймәнованың бөртөкләп йыйған хеҙмәт емештәре. «Музыкаль мөхәррирҙең эше, — тип билдәләй Фәниә Байгилде ҡыҙы, — тапшырыуҙар әҙерләүҙән генә тормай. Уның күләгәлә ҡалған төп эше — ул фонд йыйыу. Үҙем мөхәррир булып эшләгән йылдарҙа Бөтә Союз радиоһынан ике тапҡыр (1978, 1987 йылдарҙа) бригада саҡыртып, музыка фондын булдырыуға өлгәштем».

Үҙе эшләгән осорҙа Фәниә Байгилде ҡыҙы яңынан-яңы радио тапшырыуҙар ойоштора, уларҙың күбеһе музыка, йыр менән бәйле була. Уның тырышлығы менән «Илһам», «Йыр менән ҡанатланып», «Халыҡ моңон — халыҡ күңеленә» һәм башҡа тапшырыуҙар булдырыла. Бындай тапшырыуҙарға билдәле артистар, композиторҙарҙан тыш, моң яратҡан ябай ауыл кешеләре лә саҡырыла. Радиола эшләү менән бер рәттән, Ф. Б. Сөләймәнова концерттарҙа ла сығыш яһай. Ул башҡарған «Таштуғай», «Сәлимәкәй», «Ашҡаҙар», «Зөлхизә» һәм башҡа халыҡ йырҙарын тамашасылар йылы ҡабул итә.

  • Илһам
  • Йыр менән ҡанатланып
  • Музыка донъяһы
  • Тере хәтер
  • Һеҙҙә ниндәй хәлдәр бар?
  • Халыҡ моңон — халыҡ күңеленә

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1981)
  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1994)
  • Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (1996)