Мырҙаҡаев Фәрүәз Ғиниәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Фәрүәз Ғиниәт улы Мырҙаҡаев битенән йүнәлтелде)
Мырҙаҡаев Фәрүәз Ғиниәт улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 15 июнь 1935({{padleft:1935|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Үрге Әрмет, Ишембай районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 13 июнь 1995({{padleft:1995|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (59 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө ғалим
Эш урыны БДМУ
Уҡыу йорто БДМУ
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]

Мырҙаҡаев Фәрүәз Ғиниәт улы (15 июнь 1935) — 13 июнь 1995) — гигиенист-токсиколог. Медицина фәндәре докторы (1974), профессор (1984). Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған фән эшмәкәре (1986).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мырҙаҡаев Фәрүәз Маҡар урта мәктәбендә уҡый.

1960 йылда Башҡортостан медицина институтын тамамлай

1963—1982 йылдарҙа өлкән ғилми хеҙмәткәр, хеҙмәт гигиенаһы лабораторияһы мөдире, Өфө хеҙмәт гигиенаһы һәм профессиональ ауырыуҙар буйынса ғилми-тикшеренеү институтының тирә-яҡ мөхит бүлеген етәкләй (1975—1983 йылдар), бер үк ваҡытта был институттың фәнни эштәр буйынса директор урынбаҫары.

1980—1990 йылдарҙа коммуналь гигиена кафедраһы мөдире була, ә 1990—1991 йылдарҙа — токсикология, профпатология, хеҙмәт һәм тирә-яҡ мөхит гигиенаһы кафедраһы мөдире.

1991—1995 йылдарҙа — Башҡорт медицина институтында табиптарҙың белемен камиллаштырыу факультетының ашығыс ярҙам һәм һәләкәттәр медицинаһы кафедраһы профессоры.

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мырҙаҡаев Фәрүәз тирә-яҡ мөхитте һауыҡтырыуҙың гигиена аспекттарын һәм нефть химияһының, нефть һәм химия сәнәғәтенең үҫешкән райондарында халыҡтың һаулығын һаҡлау менән шөғөлләнә. Ул 30-ҙан ашыу зарарлы химик матдәнең сикке рөхсәт ителгән концентрацияһын дәлилләй һәм тирә- яҡ мөхиттә файҙаланыуға тәҡдим итә.

200-ҙән ашыу фәнни эш авторы.

1978 йылда Мырҙаҡаев Фәрүәз Ғиниәт улы инициативаһы менән Өфө гигиена һәм профессиональ ауырыуҙар буйынса фәнни-тикшереү институты базаһында «Етештереү һәм тирә-яҡ мөхит гигиенаһы, аҡһым-витамин концентраттары производствоһын үҫтереү менән бәйле һөнәр патологияһы» темаһына конференция үтә.

Библиография[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Химизация нефтегазодобывающей промышленности и охрана окружающей среды / Ф. Г. Мурзакаев, Г. Г. Максимов, 174,[1] с. 22 см, Уфа Башк. кн. изд-во 1989
  • Химизация и охрана окружающей среды Ф. Г. Мурзакаев. Уфа: Башк. кн. изд-во, 1983, 128 с. 16 см

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]