Фәрүәз (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Фәрүәз — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла Фәрүәз исеме бар. Был ир-ат исеме шулай уҡ ҡатын -ҡыҙ исеме булып та йөрөй, башлыса ҡаҙаҡтарҙа.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәрүәз исеме башҡорт теленә фарсы теленән ингән. Осоусы, бәхетле тигәнде аңлата[1].

Билдәле кешеләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әхмәтханов Артур Фәрүәз улы (15 ноябрь 1962 йыл — 14 май 2019 йыл) — дәүләт эшмәкәре һәм эске хеҙмәт ветераны. 2018 йылдың 22 октябренән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең вице-премьеры. Полиция генерал-лейтенанты. IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены һәм II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы кавалеры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы.

Мырҙаҡаев Фәрүәз Ғиниәт улы (15 июнь 1935) — 13 июль 1995 йыл}) — гигиенист-токсиколог. Медицина фәндәре докторы (1974), профессор (1984). Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған фән эшмәкәре (1986).

Мөхәмәтшин Фәрүәз Баязит улы (28 март 1949 йыл — 21 июль 2017 йыл) — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1995). Башҡорт дәүләт филармонияһы артисы.

Урманшин Фәрүәз Фәрғәт улы (23 май 1970 йыл) — йырсы, радиотапшырыуҙар алып барыусы, театр актёры, ҡурайсы. 2006 йылдан «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы «Юлдаш» радиоһының «Яңылыҡтар» бүлеге алып барыусыһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2021). «Урал моңо» башҡорт эстрада йырҙарын башҡарыусылар конкурсының беренсе премияһы лауреаты — 1996 йыл, «Ирәндек моңдары» башҡорт йырын башҡарыусыларның төбәк-ара конкурсының икенсе премияһы лауреаты — 1997 йыл, «Аманат-1997» башҡорт эстрада йырын башкарыусылар конкурсының беренсе премияһы лауреаты.

Рафиҡов Фәрүәз — спорт журналисы һәм Ҡурай-ТВ трансляциялары комментаторы.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]