Фәссәхов Әғзәм Фәйзрахман улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Фәссәхов Әғзәм Фәйзрахман улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 1 ғинуар 1955({{padleft:1955|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (69 йәш)
Тыуған урыны Башҡорт Илсекәйе ауылы, Мөрсәлим ауыл советы, Салауат районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө уҡытыусы
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Хәрби звание өлкән лейтенант[d]

Фәссәхов Әғзәм Фәйзрахман улы (1. 01. 1955) — уҡытыусы, Илсекәй төп мәктәбе директоры. Башҡорт дәүләт университетының роман-герман филологияһы факультетын тамамлаған (1982). Башҡортостан Республикаһы мәғариф отличнигы[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әғзәм Фәйзрахман улы Фәссәхов БАССР-ҙың Салауат районы Башҡорт Илсекәйе ауылында 1955 йылдың 1 ғинуарында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан Фәссәхетдинов Фәйзрахман һәм Сафия Нәғим ҡыҙының ишле ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килә.

Илсекәй башланғыс мәктәбендә беренсе белем алған Әғзәм 1965 йылда Өфө музыкаль тәрбиәләнеүселәр мәктәп-интернатының 5 класына уҡырға килә. Кескәй сағынан уҡ йырларға һәм бейергә ярата ул. Музыканттар әҙерләгән махсус мәктәптә фортепианола, баянда уйнарға өйрәнә. Тынлы оркестр составында валторнала уйнай. Өфө музыкаль тәрбиәләнеүселәр мәктәп-интернатының тынлы оркестры йыл һайын Октябрь, 1 Май, Еңеү көнөнә арналған бөтә тантаналы парадтарҙа ҡатнаша.

Совет Армияһының махсус мәктәбе һаналған Өфө музыкаль тәрбиәләнеүселәр мәктәп-интернатынан ғәскәри оркестрҙарға әҙерлекле йәш музыканттарҙы хәрби частарҙың тәрбиәләнеүселәр итеп һайлап ала торған булалар. 1970 йылда 8 класты тамамлаған Фәссәхов Әғзәм, бер төркөм иптәштәре менән, үҙе теләп Ике Ҡыҙыл Байраҡ орденлы Балтик флотының Калининград ҡалаһындағы Комендатура оркестрына килә. Тәүҙә ике йыл тәрбиәләнеүсе булып, артабан — матрос булып 1975 йылға тиклем хеҙмәт итә.

Хәрби хеҙмәте дәүерендә СССР Флоты етәкселәренең рәсми йә эшлекле визиттарын оҙатып, Швецияла, Финляндияла, Польша Халыҡ Республикаһында һәм Германия Демократик Республикаһында булды. Киске мәктәптә урта белем ала. Львов юғары хәрби-сәйәси училищеһына имтихандарын уңышлы тапшырып уҡырға алынһа ла, Башҡортостанға ҡайтырға ҡарар итә.

1975 йылдың көҙөндә Башҡорт дәүләт университетының әҙерлек факультетына уҡырға инә. Артабан 1981 йылға тиклем роман-герман филологияһы факультетының «Француз теле һәм әҙәбиәте» һөнәре буйынса белем ала. Икенсе сит ил теле — инглиз теле. Уҡытыусы һөнәре генә түгел, тәржемәсе квалификацияһы ла бирелә[2].

Тормош һәм хеҙмәт юлы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1981 йыл-1988 йылдарҙа Стәрлетамаҡ районындағы бәлиғ булмаған енәйәтселәр колонияһында тарих уҡытыусыһы, өлкән тәрбиәсе, отряд начальнигы булып хеҙмәт итә. Өлкән лейтенант дәрәжәһенә эйә була.

19881990 йылдарҙа Украиналағы Николаев ҡалаһында йәшәй. Төҙөлөш ойошмаһында тәжрибә туплай.

1990 йылдан алып әлеге ваҡытҡа тиклем тыуған ауылы Башҡорт Илсекәйендә донъя көтә.

11 йыл дауамында Башҡорт Илсекәйе ауылындағы төп дөйөм белем биреү бюджет мәктәбе муниципаль учреждениеһы директоры булып эшләне. Тарих, инглиз теле, география, музыка, технология дәрестәрен уҡытты, класс етәксеһе булды. Уҡыусыларҙың ғилми-тикшеренеү эштәренә йүнәлеш бирҙе. Уҡыусылары район һәм Башҡортостан Республикаһы сиктәрендә үткәрелгән конкурстарҙа ҡатнашты, еңеү яуланы[3].

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәссәхов Әғзәм Фәйзрахман улының биш балаһы бар. Ҡыҙҙары Алия (1979), Юлия (2005). Улдары Рафаэль (1986), Азат (1985), Абзал (1994). Һәр береһенә белем биреп, үҙ аллы тормошҡа әҙерләне. Юлия исемле ҡыҙын өс йәшендә опекунлыҡҡа алып тәрбиәләнеләр

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡортостан Республикаһы мәғариф отличнигы
  • СССР Хәрби диңгеҙ флоты отличнигы[4]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ваҡытлы матбуғатта[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

• Абдуллина М. Ф. Өй һалды, ағас ултыртты… ул-ҡыҙҙар үҫтерә… («Етмеш һөнәрле ир-ат» рубрикаһы) «Киске Өфө», 2012 йыл, 16-22 июнь

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Мой брат Агзям Файзрахманович Фассахов — единственный сын(недоступная ссылка)
  2. Абдуллина М. Ф. Өй һалды, ағас ултыртты… ул-ҡыҙҙар үҫтерә… («Етмеш һөнәрле ир-ат» рубрикаһы) «Киске Өфө», 2012 йыл, 16-22 июнь
  3. Абдуллина М. Ф. Өй һалды, ағас ултыртты… ул-ҡыҙҙар үҫтерә… («Етмеш һөнәрле ир-ат» рубрикаһы) «Киске Өфө», 2012 йыл, 16-22 июнь
  4. Абдуллина М. Ф. Өй һалды, ағас ултыртты… ул-ҡыҙҙар үҫтерә… («Етмеш һөнәрле ир-ат» рубрикаһы) «Киске Өфө», 2012 йыл, 16-22 июнь