Фәтих

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Фәтих — башҡорт һәм башҡа төрки халыҡтарға ғәрәптәрҙән ингән ир-ат исеме.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәтих — «асыусы», «башлаусы» мәғәнәләрен аңлатҡан мосолман ир-ат исеме[1].

Билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәтих Әмирхан (1 ғинуар 1886 йыл — 9 март 1926 йыл) — татар яҙыусыһы һәм публицисы.

Фәтих Кәрим 27 декабрь 1908 йыл (9 ғинуар 1909 йыл) — 19 февраль 1945 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған татар шағиры. 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры.

Фәтих Ислам улы Дәүләтбаев (27 март 1950 йыл — 7 апрель 2020 йыл) — артист. 1972—2013 йылдарҙа Башҡортостан Ҡурсаҡ театры актёры. 1980 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2010) һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ (1989) артисы.

Фәтих Ҡәйүм улы Сөләймәнов (25 июль 1924 йыл — 14 май 1997 йыл) — хеҙмәт алдынғыһы, йәмәғәтсе. 1942—1979 йылдарҙа Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденлы Белорет металлургия комбинатының сым һыҙыусыһы һәм участка мастеры. СССР-ҙың 9-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1974—1979). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). Белорет ҡалаһының почётлы гражданы (1987).

Фәтих Хәйретдин улы Сәлимов 1902 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры.

Фәтих Йәһүҙә улы Баһауетдинов (30 март 1951 йыл) — ғалим — тупраҡ белгесе. 1976 йылдан СССР Фәндәр Академияһы Башҡортостан филиалы Биология институты хеҙмәткәре, 1984 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр; 1997 йылдан Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы. Биология фәндәре докторы (1997), профессор (1998).

Фәтих Насир улы Төхвәтуллин (16 март 1894 йыл — 10 июль 1938 йыл) — Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре. 1919—1920 йылдарҙа АБСР-ҙың эске эштәр һәм милләттәр буйынса халыҡ комиссары. Сәйәси золом ҡорбаны.

Фамилияларҙа[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәтихова Римма Мөхәмәт ҡыҙы 1 август 1948 йыл) — педагог, ғалим-психолог. Юғары мәктәп уҡытыусыһы. Психология фәндәре кандидаты (1982), педагогия фәндәре докторы (2001), профессор (2003). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2006), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2008) һәм мәғариф отличнигы (1995).

Фәтихова Лилиә Ғәрифулла ҡыҙы (3 ғинуар 1954 йыл) — эстрада артисы. 1975—2014 йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһының нәфис һүҙ оҫтаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2012).

Фәтихов Хәлит Шәйех улы (20 март 1958 йыл) — Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы баянсыһы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2004).

Фәтихова Флизә Фоат ҡыҙы (22 июль 1957 йыл — 2010 йыл) — этнограф-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Тарих фәндәре кандидаты (1994), доцент.

Фәтихов Ғабдулла Нафиҡ улы (20 июль 1914 йыл — 1998 йыл) — мәғариф хеҙмәткәре, педагогия фәндәре кандидаты, доцент.

Фәтихов Миңлехан Әбүҙәр улы (9 июнь 1953 йыл) — физик. Физика-математика фәндәр докторы (1997), профессор (2008). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2005).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ