Фәтихов Ғабдулла Нафиҡ улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Фәтихов Ғабдулла Нафиҡ улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 20 июль 1914({{padleft:1914|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})
Тыуған урыны Яңы Турбаҫлы, Туғай ауыл Советы, Благовещен районы
Вафат булған көнө 1998
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Һөнәр төрө белем биреү учреждениеһы
Эшмәкәрлек төрө ректор[d]
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә педагогия фәндәре кандидаты[d]

Фәтихов Ғабдулла Нафиҡ улы (20 июль 1914 йыл — 1998 йыл) — мәғариф хеҙмәткәре, педагогия фәндәре кандидаты, доцент.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғабдулла Нафиҡ улы Фәтихов 1914 йылдың 20 июлендә Өфө губернаһы Өфө өйәҙе (хәҙерге Башҡортостандың Благовещен районы) Яңы Турбаҫлы ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

Бөрө педагогия техникумын тамамлағас, Өфө уҡытыусылар институтына уҡырға инә. Институтты 1940 йылда тамамлағас, Өфө ҡалаһының 52-се мәктәбенә директор итеп тәғәйенләнә[1].

Өфө ҡалаһының Калинин район халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире, Өфө ҡала халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире булып эшләй, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында мәғариф хеҙмәткәрҙәрен алда торған бурыстарҙы намыҫлы үтәргә, тырыш хеҙмәт өлгөләре күрһәтергә саҡыра.

Мәғариф әлкәһендә оҙаҡ йылдар эшләү дәүерендә Ғабдулла Фәтихов педагогика мәсьәләләре буйынса ғилми-тикшеренеү эштәре алып бара[1].

1951 — 1953 йылдарҙа Мәскәүҙә аспирантурала уҡый, халыҡтар араһында педагогик фекерҙең үҫеш проблемаларын өйрәнә, күренекле башҡорт яҙыусыларының педагогик ҡараштары мәсьәләһе өҫтөндә тикшеренеү эштәре алып бара[1].

1953 йылдың ноябрендә «Башҡорт халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың педагогик ҡараштары» темаһына диссертация яҡлай. Бөрө дәүләт укытыусылар институты директоры итеп тәғәйенләйҙәр.

Бында эшләгән осорҙа уны дәүләт педагогия институты итеп үҙгәртеүгә өлгәшә, уның уҡытыу-матди базаһын нығытыуҙа яңылыҡтар индерә, республика мәктәптәре өсөн юғары белемле уҡытыусылар әҙерләүҙе юлға һала[1]. Бөрө дәүләт педагогия институты республиканың төньяҡ райондары өсөн мәҙәниәт усағына әйләнә.

19581959 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Халыҡ мәғарифы министрлығы Милли мәктәптәр ғилми-тикшеренеү институтының Башҡортостан филиалы мөдире булып эшләй.

Ғабдулла Нафиҡ улы Фәтихов РСФСР Педагогия йәмғиәтенең Башҡортостан бүлеген ойоштороусы булып сығыш яһай һәм уның беренсе рәйесе була. Республика мәктәптәренә методик ярҙам күрһәтеүгә лайыҡлы өлөш индерә[1].

Башҡорт дәүләт университетында, Башҡорт дәүләт педагогия институтында педагогика һәм психология кафедралары доценты вазифаһын башҡара.

1974 йылда «Башҡорт мәғрифәтселәренең һәм яҙыусыларының педагогик ҡараштары» тигән китап баҫтырып сығара.

Ул — күп төрлө мәҡәләләр, брошюралар, китаптар авторы[1].

Ғилми хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Башҡорт халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың педагогик ҡараштары» (1953)
  • «Башҡорт мәғрифәтселәренең һәм яҙыусылырының педагогик ҡараштары» (1974)

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 К.Ғ.Яйыҡбаев. «Мәғрифәтсе мөғәллимдәр, күренекле уҡытыусылар һәм мәғариф эшмәкәрҙәре». — Өфө: «Китап», 2003 й. — С. 195—196-сы б.б..

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • К.Ғ.Яйыҡбаев. «Мәғрифәтсе мөғәллимдәр, күренекле уҡытыусылар һәм мәғариф эшмәкәрҙәре». — Өфө: «Китап», 2003 й. — С. 195—196-сы б.б..