Фәтих мәсете

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мәсет
Фәтих мәсете
төр. Fatih Camii

Фәтих мәсете
Ил Төркиә Төркиә
Ҡала Истанбул
Архитектура стиле Классик ғосман стиле
Архитектор Атик Синан,
Мәхмәт Таһир Ага
Төҙөлөштө башлаусы Мәхмәт II
Төҙөлөш 1463—1771 (ер тетрәүенән һуң тергеҙеү) йылдар
Көмбәҙҙәр һаны 12
Көмбәҙ бейелеге 50 м
Көмбәҙ диаметры 26 м
Манаралар һаны 2
Материал мәрмәр, гранит
Китапхана ДаY
Мәктәп ДаY
Мәҙрәсә ДаY

Фәтих мәсете йәки Яулап алыусы мәсете (төр. Fatih Camii) — Истанбулдың ҙур мәсеттәрҙең береһе, ҡаланың Европа өлөшөндә Фәтих районында урынлашҡан.

1470 йылда Византияның ярым емерек хәлдә булған Изге Апостолдар ғибәҙәтханаһы урынында төҙөлгән. 1766 йылда ер тетрәүенән тулыһынса емерелгән, 1771 йылда тергеҙелгән. Көмбәҙенең диаметры — 26 метр. Мәсет ихатаһында зыярат бар, бында кәшәнәлә Константинополде яулап алыусы — ғосман солтаны Мәхмәт II ерләнгән. Ҡәберлек ҡаланың иң мөһим изге урындарының береһе булып тора. Мәсет ҡарамағында шулай уҡ мәҙрәсә бар[1].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Солтан Мәхмәт Яулап алыусы бойороғо буйынса 1463-1470 йылдарҙа төҙөлгән Фәтих мәсете, бығаса булмаған ҙурлыҡтағы дини-ижтимағи комплекс була. Ул Византияның ярым емерек хәлдә булған Изге Апостолдар ғибәҙәтханаһы урынында төҙөлгән. Архитектор Атик Синан тарафынан проектланған. Фәтих мәсете Ғосман империяһы архитектура традицияһында төҙөлгән тәүге ҙур бина булған.

Башта комплекс мәсет һәм уның тирәһендәге биналар төркөмөнән торған. Унда һигеҙ мәҙрәсә, китапхана, дауахана, приют, каруанһарай, баҙар, һамам, башланғыс мәктәп һәм йәмәғәт кухняһы (имарәт — унда ярлылар өсөн аҙыҡ таратылған) булған. Һуңыраҡ төрлө төрбәләр өҫтәлгән. Ул ваҡытта комплекс Фәүзи паша ( Fevzipasa) урамы буйлап һуҙылып, яҡынса 325 метр квадрат майҙанды биләй, .

Мәсет 1509 йылғы ер тетрәүҙәр ваҡытында ныҡ зыян күрә, һуңынан тергеҙелә. Әммә 1557 һәм 1754 йылдарҙағы ер тетрәүҙәренән тағы ла зыян күрә, һуңыраҡ тергеҙелә. 1766 йылдың 22 майында бина ер тетрәүенән тулыһынса емерелә, был ваҡытта төп көмбәҙ емерелеү менән стеналар төҙәлмәҫлек зыян күрә. Хәҙерге мәсет төҙөлөшө (икенсе план буйынса төҙөлгән) 1771 йылда солтан Мостафа III осоронда тамамланған. Архитекторы — Мимар Мәхмәт Таһир.

Архитектураһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тышҡы күренеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башта Фәтих мәсете бер үҙәк көмбәҙле була, ул ҡибла яғынан дүрт аркаға эленгән шул уҡ диаметрлы ярым көмбәҙ менән тотола. Уның диаметры 26 метр тәшкил иткән. Мәсеттең хәҙерге бинаһы (1771) квадрат планға эйә. Үҙәк көмбәҙ ситтәрендәге дүрт ярым көмбәҙ менән тотола. Эске ихата, портал һәм манараларҙың аҫҡы өлөштәре лә беренсе төҙөлөштән һаҡланып ҡалған. Ә ҡалғандары 1771 йылда барокко стилендә реконструкцияланған. Мәсет өҫтөндә ике манара тора, уларҙың һәр береһендә икешәр балкон (шерефе) бар.

Интерьеры[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәтих мәсетенең үҙәк көмбәҙе.

Фәтих мәсетенең интерьеры асылда Атик Синандың элекке проекттарының күсермәһе булып тора. Ул үҙе лә, үҙенең уҡыусылары кеүек үк (был техникала Айя Суфияға оҡшатыу күренә), Истанбулдағы башҡа проекттарында күп тапҡырҙар ҡулланған. Диаметры 26 метр булған үҙәк көмбәҙҙе ҙур мәрмәр колонналы дүрт ярым көмбәҙ тотоп тора. Каллиграфик яҙмаларында һәм минбарҙа барокко йоғонтоһо күренә. Әммә Фәтих мәсетенең түбән сифатлы аҡ плиткаһы, Рөстәм Паша мәсете кеүек биналарҙың гүзәллеген тәшкил иткән изник керамикаһы менән сағыштырырлыҡ түгел,. Михраб беренсе төҙөлөштән ҡалған.

Комплексы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Истанбулда империя осорондағы башҡа ҡоролмалар кеүек үк, Фәтих мәсете лә дини һәм йәмәғәт ихтыяждарына хеҙмәтлндерергә тейешле ҡоролмалар комплексы булараҡ проектланған.

Мәсеттең төньяғында һәм көнсығышында, һәр яҡтан дүртешәр, Sahn-ı Seman исемен йөрөткән һигеҙ ҙур мәҙрәсә урынлашҡан. Был биналар симметрик, һәр береһе үҙ эсенә уҡыусылар өсөн 18 бүлмәне һәм класты ала. Һәр мәҙрәсә артында бинаның яртыһы ҙурлығында төкәтмә булған. Бөтә төкәтмәләре юл төҙөлөшө һөҙөмтәһендә һүткәндәр. Мәҙрәсәлә үҙ ваҡытында меңгә яҡын шәкер иҫәпләнгән; һуңынан улар Истанбул университетына нигеҙ була.

Приюты (taphane) мәсеттән көньяҡтараҡ урынлашҡан. Бина эргәһендә матур эске ихата бар, ул унда урынлашҡан офикальцит һәм гранит колонналар менән айырылып тора. Приют ҡаршыһында ҙур төрбә — солтан Мәхмүт II-нең әсәһе Накшидил солтандың ҡәберлеге урынлашҡан.

Мәсеттән көньяҡ-көнсығышҡа табан (ҡиблаға табан) урынлашҡан зыяратта солтан Яулап Алыусы Мәхмәт II һәм уның ҡатыны Гөлбәхәрҙең төрбәһе урынлашҡан. Ике мавзолей ҙа ер тетрәүҙән һуң яңынан төҙөлә. Мәхмәт II-нең төрбәһе барокко стилендә эшләнгән, интерьеры бай биҙәлгән. Гөлбәхәрҙең ҡәберлеге, киреһенсә, ябайлығы һәм классик һыҙаттары менән айырылып тора һәм, бәлки, беренсе ҡоролмаға оҡшаш. Бынан тыш, бында күп кенә алдынғы дәүләт кешеләренең, шул иҫәптән Ғосман Нури пашаның, ҡәберҙәре бар.

Шул уҡ яҡтан мәсет эргәһендә 1724 йылда төҙөлгән һәм көмбәҙ менән биҙәлгән китапхана урынлашҡан. Уның бер ишеге урамға сыға, ә ҡалған икәүһе мәсеттең эске ихатаһына алып бара. Әлеге ваҡытта китапхана ремонтлана, һәм уның китаптары Сөләймәниә мәсете китапханаһы янында һаҡлана.

Фәтих мәсете янындағы зыярат.

Фәтих мәсете ҡарамағындағы каруанһарай 1980 йылдарҙа реконструкциялана һәм уны эш урынына әйләндереү маҡсатында яңы магазиндар менән берләштерелә. Дауахана, баҙар, аш-һыу бүлмәләре һәм һамамдар беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланмаған.

Ҡарағыҙ. шулай уҡ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Мечеть Фатих на stambul4you.ru. Дата обращения: 26 сентябрь 2013. Архивировано 21 апрель 2017 года.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]