Фәтхуллин Әшрәф Әхмәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Фәтхуллин Әшрәф Әхмәт улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 10 март 1927({{padleft:1927|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Йылайыр кантоны, Иҫәнбәт ауылы
Вафат булыу көнө 26 декабрь 2004({{padleft:2004|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (77 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй, Башҡортостан Республикаhы, Сибай
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы

Фәтхуллин Әшрәф Әхмәт улы (10 март 1927 йыл — 26 декабрь 2004 йыл) — Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты руднигы тау мастеры, Социалистик Хеҙмәт Геройы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фәтхуллин Әшрәф Әхмәт улы 1927 йылдың 10 мартында Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Иҫәнбәт ауылында тыуған[1]

Белеме — урта махсус, 1976 йылда Учалы тау-металлургия техникумын тамамлай. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1942 йылда Баймаҡ районының Түбә руда идаралығында старатель булып башлай. 1944—1960 йылдарҙа Сибай руднигында забойсы, смена мастеры, быраулау станогы машинисы булып эшләй, 1960—1970 йылдарҙа — Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинатының экскаватор машинисы ярҙамсыһы, карьерҙан руда сығарыу буйынса быраулау станогы машинисы.

Ә. Ә. Фәтхуллиндың бригадаһы 1966—1970 йылдарҙа СБШ-250 станогының иң юғары етештереүсәнлегенә өлгәшә — рудник буйынса уртаса йылына 28 092 погон метр булғанда, 32 450 погон метр. В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы социалистик ярышта ҡатнашып, бригада скважинаны быраулау буйынса һигеҙенсе биш йыллыҡ планды (1966—1970) ваҡытынан алда — 1970 йылдың 16 мартына үтәй. 1967, 1969, 1970 йылдарҙа Ә. Ә. Фәтхуллиндың алдынғы эш алымдары һәм хеҙмәт күрһәткестәре Мәскәүҙә СССР-ҙың Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә күрһәтелә.

Биш йыллыҡ осоронда Әшрәф Әхмәт улы йыллыҡ 8,3 мең һумлыҡ иҡтисади файҙа килтергән туғыҙ рационализаторлыҡ тәҡдиме индерә.

Төҫлө металлургия үҫешендә өлгәшкән ҙур уңыштары өсөн, 1971 йылдың 30 мартында СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән Ә. Ә. Фәтхуллинға Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.

1975—1977 йылдарҙа Әшрәф Әхмәт улы — скважина быраулаусы, Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты руднигы тау мастеры. 1987 йылда пенсияға киткәнгә тиклем, Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинатында руда сығарыу буйынса карьер быраулаусы.

Почетлы таусы (1967). Һуңғы йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Сибай ҡалаһында йәшәй.

2004 йылдың 26 декабрендә вафат була.

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Ныне Баймакский район Республики Башкортостан

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Герои труда/ Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана./ сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. — ISBN 978-5-295-05228-6.
  • Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 7. Ф-Я. 2011. — 624 с.. науч.. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мавлида Якупова Здесь удобно жить // Республика Башкортостан. — 23.08.2008. — № 164.