Фәтҡуллин Ринат Абдулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Фәтҡуллин Ринат Абдулла улы
Эшмәкәрлек төрө:

география, туризм

Тыуған көнө:

23 февраль 1939({{padleft:1939|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (80 йәш)

Тыуған урыны:

БАССР‑ҙың Учалы районы Илсе ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Рәсәй

Награда һәм премиялары:

Фәтҡуллин Ринат Абдулла улы (23 февраль 1939 йыл) — ғалим-географ, география фәндәре кандидаты (1974), профессор (1996), Башҡортостандың халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1997), СССР юғары мәктәбе отличнигы (1984), Рәсәйҙең геодезия һәм картография отличнигы (2003), саңғы ярышы буйынса СССР‑ҙың спорт мастеры (1965), «Башҡорт энциклопедияһы» фәнни-редакция советы ағзаһы, Халаҡ-ара бабалар һәм үҫмерҙәр туризм һәм крайҙы өйрәнеү академияһы академигы[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фәтҡуллин Ринат Абдулла улы 1939 йылдың 23 февралендә Башҡорт АССР-ының Учалы районы Илсе ауылында тыуған. 1966 йылда Башҡорт дәүләт университетын «геология-геоморфология» һөнәре буйынса тамамлай һәм шул уҡ университетта эшләй.

1971—1977 йылдарҙа Геология институтында, бер үк ваҡытта 1974 йылдан алып Башҡорт дәүләт педагогия институтында эшләй.

1978—1985 йылдарҙа һәм 1987— 2003 йылдарҙа тәбиғи‑география факультеты деканы вазифаһында эшләй.

2007 йылда Халаҡ-ара бабалар һәм үҫмерҙәр туризм һәм крайҙы өйрәнеү академияһы академигы тигән маҡтаулы исем бирелә[1].

2012 йылдан башлап Өҫтәлмә белем биреү институтында эшләй.

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фәнни эшмәкәрлеге Башҡортостандың неотектоникаһын, геоэкологияһын, геоморфологияһын, рекреацион географияһын өйрәнеүгә арналған. 166 фәнни хеҙмәт яҙған, шул иҫәптән 5 монография һәм 5 уҡыу әсбабы[2].

350 битлек «Башкортостан туристский» китабы нәшер ителә[3].

Халыҡ-ара Туризм һәм крайҙы өйрәнеү академияһының «Иң яҡши китап» наминацияһында «Алтын компас» наградаһы менән бүләкләнә.

Өйләнгән, ике улы, ике ейәне бар.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]