Фәхретдинов Иҙрис Әкрәм улы
Фәхретдинов Иҙрис Әкрәм улы | ||
Тыуған көнө | ||
---|---|---|
Тыуған урыны |
БАССР‑ҙың Баҡалы районы Ҡыҙыл Бүләк ҡасабаһы | |
Гражданлығы | ||
Эшмәкәрлеге |
математика, физика | |
Наградалары һәм премиялары |
| |
Фәхретдинов Иҙрис Әкрәм улы (1947 йылдың 1 ғинуары, БАССР‑ҙың Баҡалы районы Ҡыҙыл Бүләк ҡасабаһы) — физик,ғалим, педагог, физика‑математика фәндәре докторы (1998), профессор (1999), Рәсәйҙең почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2007).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фәхретдинов Иҙрис Әкрәм улы 1947 йылдың 1 ғинуарында БАССР-ҙың Баҡалы районы Ҡыҙыл Бүләк ҡасабаһында тыуа. Урта мәҡтәпте тамамлаған Башҡорт дәүләт университетына физики-математика факультетына уҡырға инә.
1971 йылдауниверситеттын тамамлай.
Хеҙмәт юлын Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Химия институтында өлкән инженер булып башлай.
1977 йылдан Башҡорт дәүләт университетына эшкә күсә, университетта дөйөм физика кафедраһында доцент булып эшләй.
1973 — 1976 йылдарҙа Киев дәүләт университетында физика-математика кафедраһында аспирантуралы уҡый[1]. Аспирантураны тамамлағас, 1977 йылда физика-математика фәндәре буйынса кондидатлыҡ диссертцияһын яҡлай. 1997 йылда физика-математика фәндәре буйынса докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.
1990 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институтында профессор булып уҡыта башлай, дөйөм физика кафедраһы мөдире итеп һайлана[2].
1998—2014 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтында дөйөм физика кафедраһы мөдире итеп тәғәйенләнә.
1996 йылдан, бер үк ваҡытта, Өфө дәүләт нефть техник университетында физика кафедраһында уҡыта[1].
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фәхретдинов Иҙрис Әкрәм улынвң фәнни эшмәкәрлеге шыйыҡ хәл физикаһына арналған. Уның тарафынан термодинамик параметрҙар үҙгәргәндә шыйыҡсаларҙың һәм шыйыҡ ҡатышмаларҙың йылылыҡ физикаһы үҙенсәлектәре тикшерелгән, шыйыҡса—пар һәм шыйыҡса—шыйыҡса һәм башҡа фаза күсеүҙәре ваҡытында метастабиль хәлдәге бинар ҡатышмаларҙың тотороҡлолоғо критерийҙары тәҡдим ителгән.
Фәнни хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фәхретдинов Иҙрис Әкрәм улының 145 фәнни хеҙмәте нәшер ителгән[3].
- Исследование метастабильного состояния бинарных смесей в окрестности спинодали методом интегральных уравнений // Теплофиз. высоких темпер. 2007. Т. 45, № 5. С. 696–699.
- Molecular dynamics simulation of the liquid vapor integral of binary mixtures // Journ. of molec. liquids. 2005. V. 20. Р. 51–53.
- Расчет концентрационной зависимости теплофизических свойств смесей вода–ацетон, ацетонитрил–бензол // Журн. физ. химии. 2004. Т. 74, № 6. С. 985–991 (все в соавт.).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Сайт УНТУ 2021 йыл 29 сентябрь архивланған.
- ↑ Академия наук РБ
- ↑ Академия наук Республики Башкортостан
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Фәхретдинов Иҙрис Әкрәм улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 28 декабрь 2021)