Фәхретдинов Ривал Нуретдин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Фәхретдинов Ривал Нуретдин улы
Эшмәкәрлек төрө:

биолог

Тыуған көнө:

3 март 1946({{padleft:1946|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (76 йәш)

Тыуған урыны:

БАССР Миәкә районыны Иҫке Елдәр ауылында [1]

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Рәсәй

Награда һәм премиялары:
  • Ленин комсомолы премияһы лауреаты (1979)
  • Рәсәй нефть һәм газ инженерҙары «Золотой РОСИНГ» йәмғиәте премияһы лауреаты (2004)
  • «Хеҙмәт ветераны» миҙалы
  • Рәсәй Энергетика министерствоһының почёт грамотаһы

Фәхретдинов Ривал Нуретдин улы (3 март 1946 йыл) — ғалим-биолог. 2010 йылдан Мәскәү ҡалаһындағы «“ХимСервисИнжинирг” киң профилле компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең генераль директоры. Химия фәндәре докторы (1994), профессор (1996). Ленин комсомолы (1979) һәм Рәсәй нефть һәм газ инженерҙарының «Золотой РОСИНГ» йәмғиәте премияһы лауреаты (2004).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ривал Нуретдин улы Фәхретдинов 1946 йылдың 3 мартында Башҡорт АССР-ының Миәкә районыны Иҫке Елдәр ауылында, хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Миәкә районы Елдәр ауылында тыуған. Урта мәҡтәпте тыуған ауылында тамамлай.

1973 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Артабан Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Химия институтында өлкән ғилми хеҙмәткәр булып эшләй.

1987 йылда ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыу ғилми тикшереү институтында директор урынбаҫары, 1993 йылда директор итеп тәғәйенләнә. 1998 йылдан алып «КогалымНИПИнефть» ААЙ директор урынбаҫары итеп һайлана, 2000 йылда «Венсис» мәғлүмәттәр системаһы лабораторияһы президенты (Һамар ҡалаһы) вазифаһында эшләй.

2009 йылдан алып Бөтә Рәсәй Үткәргес торбалар төҙөү һәм эксплуатациялау буйынса ғилми-тикшеренеү институтынының, 2010 йылдан — «„ХимСервисИнжинирг“ киң профилле компанияһы» ЯСЙ‑ның генераль директоры. Фәнни хеҙмәттәре нефттең металл‑порфирин комплекстарын өйрәнеүгә, юғары аминдарҙы синтезлауға һәм уларҙы нефть сәнәғәтендә химик реагенттар сифатында файҙаланыу, нефть сығарыу ятҡылыҡтарын проектлау буйынса программа менән тәьмин итеүҙе булдырыуға арналған. Фәхретдинов тәҡдиме буйынса нефть табыуҙы интенсификациялау, ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыу өсөн реагенттар һәм технологиялар эшләнә, нефть ятҡылыҡтарын мониторингылау өсөн ТРИАС һәм ЕОR программалары уйлап табыла.

Ривал Нуретдин улы билдәле ғалим булып танылды, 350-нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм мография, 140 автор таныҡлығы һәм патент авторы[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ленин комсомолы премияһы лауреаты (1979)
  • Рәсәй нефть һәм газ инженерҙары «Золотой РОСИНГ» йәмғиәте премияһы лауреаты (2004)
  • «Хеҙмәт ветераны» миҙалы
  • Рәсәй Энергетика министрлығының почёт грамотаһы

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]