Фәхриев Ғәбделхәй Ғимаҙи улы
Фәхриев Ғәбделхәй Ғимаҙи улы | |
Файл:FahrievGG.jpg | |
Тыуған ваҡыты: |
4 сентябрь 1929 (95 йәш) |
---|---|
Тыуған урыны: |
БАССР-ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Өршәкбаш-Ямғырсы ауылы, хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Стәрлебаш районы Ямғырсы ауылы |
Һөнәре: |
актёр |
Гражданлығы: | |
Театр: |
Салауат башҡорт дәүләт драма театры, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры |
Наградалары: |
|
Фәхриев Ғәбделхәй Ғимаҙи улы (4 сентябрь 1929 йыл — 31 август 1991 йыл) — башҡорт совет театр актёры. 1970—1991 йылдарҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы. РСФСР-ҙың (1991) һәм Башҡорт АССР-ының (1974) халыҡ артисы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1976).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғәбделхәй (Хәй) Ғимаҙи улы Фәхриев 1929 йылдың 4 сентябрендә БАССР-ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Өршәкбаш-Ямғырсы ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Стәрлебаш районы Яңғырсы ауылы) тыуған.
1950 йылда Өфө театр-сәнғәт училищеһын (педагогтары Х. Бухарский, Г. С. Саттаров) тамамлай.
Училищены тамамлағас, БАССР-ҙың Ҡыйғы һәм Ауырғазы райондарының колхоз-совхоз театрҙарында эшләй, аҙаҡ БАССР-ҙың Стәрлебаш районы мәҙәниәт бүлегенең художество етәксеһе, Салауат башҡорт дәүләт драма театры, ә 1970 йылдан — Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы.
1991 йылдың 31 авгусында Өфө ҡалаһында вафат була.
Спектаклдәрҙә башҡарған ролдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғылмийәр («Әсәләр көтәләр улдарын» — «Матери ждут сыновей» Ә.М.Мирзаһитов), Заман («Ҡыңғыраулы дуға» — «Дуга с колокольчиками» Н.Нәжми), Ғәфүр («Бай һәм хеҙмәтсе» — «Бай и батрак» Х.Ниази), Дәрүиш («Ай тотолған төндә»), Краснов («Бәлә кеше башынан йөрөй» — «Грех да беда на кого не живёт» А. Н. Островский), Иван Якутов («Һуңғы алыш» — «Последняя схватка» Т.Бикмаев), Ф. Әбләй («Бажалар» — «Свояки» И. А. Абдуллин), Байтирәк («Ҡыйыу ҡыҙҙар» — «Смелые девушки» Т.Ғиззәт), Кәрим бай («Башмағым»), Бәҙри («Ғәлиәбаныу»).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1991).
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1979).
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1976).
- Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1974)
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1968).
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Өфө ҡалаһында артист йәшәгән йортҡа мемориаль таҡта ҡуйылған. Стәрлебаш ауылында урам уның исеме менән аталған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт энциклопедияһында мәҡәлә(недоступная ссылка)
- http://www.sterlibash.ru/peaple/nar_art.html 2014 йыл 1 март архивланған.
- http://ufa-gid.com/encyclopedia/fahreev.html
- 4 сентябрҙә тыуғандар
- 1929 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Стәрлебаш районында тыуғандар
- Алфавит буйынса актёрҙар
- СССР актёрҙары
- Рәсәй актёрҙары
- XX быуат актёрҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Башҡортостандың халыҡ артистары
- Шәхестәр:Башҡорт дәүләт академия драма театры
- Шәхестәр:Салауат башҡорт дәүләт драма театры