Хакастар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хакастар
Рәсем
Туған тел Хакас теле һәм урыҫ теле
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Хакас Республикаһы
Халыҡ һаны 61 365 кеше (2021)[1]
 Хакастар Викимилектә

Хакастар (хакастар һәм тадарлар атамаһы ҡулланыуҙан сыҡҡан — минусин татарҙары, абака́н (Йәнәсәй) татарҙары, а́чин татарҙары) — Рәсәйҙең Көньяҡ Себерҙә Хакас-Минусин һөҙәк соҡороноң һул яғында йәшәгән төрки халҡы. XIX быуатта күбеһе православие диненә (йыш ҡына көс ҡулланып) күскән[2].

Субэтник төркөмдәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Түбәндәге субэтник (диалекттарға) төркөмдәргә бүленә:

  • качиндар (хааш, хаас) — урыҫ сығанаҡтарында [ниндәй?] беренсе тапҡыр [кем тарафынан?] 1608 йылдан алып, хеҙмәтле кешеләр кенәз Тюлька идара иткән ергә үтеп ингән мәлдән билдәле;
  • койбалдар (хойбал) — ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса уларға төрки телле халыҡтарға ҡараған төркөмдән тыш Урал теле ғаиләһенең самодий телдәре төркөмөнөң көньяҡ төркөмсәһенә ҡараған камасин теле диалектын да индерәләр ;
  • ҡызылдар (хызыл) — Хакас Республикаһының Ширин, һәм Орджоникидзе райондары биләмәләрендә Ҡара Июс йылғаһы үҙәнендә йәшәгән хакас халҡы төркөмө;
  • сагайҙар (сағай) — тәүге тапҡыр Рәшид әд-Диндең монголдар яулап алған илдәр тураһындағы хәбәрҙәрендә телгә алына; урыҫ документтарында тәүге тапҡыр сагайҙарҙы телгә алыу 1620 йыл менән билдәләнә, уларҙың «яһаҡ түләмәүҙәре һәм яһаҡ йыйыусыларҙы туҡмауҙары» күрһәтелә. Сагайҙар составына, этник төркөм булараҡ, бельтырҙар (пилтір) инә, элегерәк бирюсиндар (пӱрӱс) айырып күрһәтелер булған.

Мәҙәниәт һәм тел буйынса теленгиттар, телеуттар, чулымдар, шорҙар хакастарға яҡын.

Хакастарҙың сеокиһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1926—2010 йылдарҙа Хакасияла хакастарҙың һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2010 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу йомғаҡтары буйынса Рәсәй Федерацияһында хакастарҙың дөйөм һаны (72 959 кеше) 2002 йыл менән сағыштырғанда (75,6мең кеше) кәмегән. Тик Аскиз муниципаль районында ғына хакастар күпселекте тәшкил итә (50,4 %)[3].

1926 перепись 1939 перепись 1959 перепись 1970 перепись 1979 перепись 1989 перепись 2002 перепись 2010 перепись
Численность хакасов в Хакасии 44,219 (49.8 %) 45,799 (16.8 %) 48,512 (11.8 %) 54,750 (12.3 %) 57,281 (11.5 %) 62,859 (11.1 %) 65,431 (12.0 %) 63,643 (12,1 %)

Хакас теле[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хакас теле төрки телдәренең көнсығыш-һун (көнсығыш төрки) тармағының уйғыр (иҫке уйғыр) төркөмөнә ҡарай.

Икенсе бер классификацияға ярашлы, ул көнсығыш төрки телдәренең үҙаллы хакас (ҡырғыз-йәнәсәй) төркөмөнә ҡарай, был төркөмгә хакастарҙан тыш шорҙар (мрас шор һөйләше), чулымдар (урта чулым һөйләше), юйгу (һары уйгурҙар) (һары уйғыр теле) инә. Уларҙың тамыры боронғо ҡырғыҙ йәки йәнәсәй-ҡырғыҙ теленә барып тоташа. Бынан тыш кумандиндар, челкандар, тубаларҙар (һәм кондом шор һөйләше һәм түбәнге чулым һөйләше) (көнбайыш-төрки төньяҡ-алтай төркөмөнә ҡараһалар ҙа), шулай уҡ — ҡырғыҙҙар, алтайҙар, телеуттар, теленгиттар (көнбайын-төрки ҡырғыҙ-ҡыпсаҡ тҡркҡмҡнә ҡараһалар ҙа) хакастарға тел буйынса яҡын.

Хакас телендә дүрт диалект бар: качин, сагай, ҡыҙыл һәм шор диалекттары. Хәҙерге заман яҙмаһы кириллица нигеҙендә булдырылған.

Хакастарҙың антропонимияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Генетика[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хакастарҙа У хромосомы гаплотөркөмө бүленеше

Гаплогруппа Тап килеү йышлығы, % (N)
Аскиз районы Таштып районы Ширинский район
(Сагайҙар) (Качинцы)
«Полтаков (N= 44)» «Усть-Чуль (I%'=41)» Кызлас (N= 34) Матур (Сагайҙар/ Шорцы) (N= 46) Бутрахтар (N= 35) «Спирин (N = 22)» Топанов (N= 29) Всего (N= 251)"
СЗ (хМ77) 7 (2) 0.8(2)
Е (М1) 3 (1) 0.4(1)
N* (хР43, 4.5 (2) 0.8(2)
М178,М128)
N1b (Р43) 34.5 (15) 56 (23) 50 (17) 15.2 (7) 11 (4) 86.5 (19) 89.5 (2б) 44.2 (111)
N1с (М178) 25 (11) 24 (10) 15 (5) 39.2 (18) 14 (5) 4.5 (1) 19.9 (50)
Q (хМ3) 2.1 (1) 28 (10) 3.5(1) 4.8 (12)
R1a1a (хМ458) 36(16) 20 (8) 32 (11) 43.5 (20) 36 (13) 9 (2) 27.9 (70)
R1b1b1 (М73) 3 (1) б (2) 1.2(3)
Н 0.703 ± 0.602 ± 0.642 ± 0.663 ± 0.765 ± 0.255 ± 0.197 ±
± 0.027 ± 0.055 ± 0.052 ± 0.036 ± 0.042 ± 0.116 ± 0.095
Н 0.942 ± 0.931 ± 0.959 ± 0.957 ± 0.985 ± 0.792 ± 0.704 ±
± 0.019 ± 0.024 ± 0.021 ± 0.017 ± 0.011 ± 0.086 ± 0.081

Материаль мәҙәниәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рухи мәҙәниәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Алыптыг нымах
  • Нымах
  • Хакасская демонология

Халыҡ уйындары һәм ярыштары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡайһы бер хакас халыҡ уйындары һәм ярыштары

  • Тобит

Физик антропология[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Совет антропологияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе — А. И. Ярхо 1920-се йылдарҙа хакастарҙың физик антропологияһын өйрәнә. 1930-сы йылдарҙан башлап, Хакасия халҡының боронғо һәм хәҙерге заман антропологияһын ватаныбыҙҙың абруйлы антропологтары — Г. Ф. Дебец, В П. Алексеев, В В. Бунак һәм башҡалар тикшерә

Хакастар ике антропологик типҡа бүленә. Дөйөм алғанда хакастар килеп сығыштары буйынса монголоид һәм европеоид расаларына барып тоташа [источник не указан 679 дней]:

Килеп сығыштары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бик күптән[4] Йәнәсәй ҡыпғыҙҙары хакастарҙың ата-олаталары булған, тип фаразлана. Башҡа төрлө фекерҙәр ҙә бар. Мәҫәлән, Себер тарихы буйынса танылған белгес С. В. Бахрушин, Йәнәсәйҙәге «Ҡырғыҙ еркәйен» һүрәтләп (был ерҙәр Рәсәй Федерацияһының Хакас Республикаһынан ситтә лә урынлашҡан), ҡырғыҙҙарҙың халыҡтың бик аҙ өлөшөн тәшкил итеүенә күрһәтә. Артабанғы тикшереүҙәр «Йәнәсәй ҡырғыҙҙары» һәм «Ҡырғыҙ ерҙәре» терминдарын ҡырғыҙҙарға ҡарата ҡулланыуҙың хата булыуын раҫлай. Ысынында иһә бында һүҙ XVII быуатта хакас этносын формалаштырыуға тос өлөш индергән ҡырғыҙ ҡыштымдары тураһында бара.

Хакастарҙың монголдар менән күҙалланған этник бәйләнеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йәнәсәй ҡырғыҙҙары әҙәбиәттә түбәндәге исемдәр менән дә билдәле: хягас, хагас, сяцзястар һәм башҡалар.[5] Тикшеренеүселәр фаразлауынса, хакастар үҙҙәренең шәхәрә башы булған боронғо хягастар ерендә йәшәй[6]. Боронғо ҡырғыҙҙар монголдар менән тығыҙ этник бәйләнештә булған, тигән фекер ҙә барс[7]. Хакастарҙың ойрат[8], паратан (фаралауҙар буйынса барындар) һәм халмах (калмак) ырыуҙары[9] монголдарҙан килеп сыҡҡан, тип фаразлай тикшеренеүселәр. Буруттарҙың[10] килеп сығышы ла монголдарға барып тоташа, тигән фараз да йәшәй. Борон был ерҙәргә монголдарҙың кереит, тумат, меркит, ордут[11] (хонгодорҙар[12] йәки удуит-меркиттар)[13] күсенеп килеп төпләнгән һәм үҙҙәрен ҡырғыҙҙар тип атай башлаған.

Урта быуаттағы татарҙарҙың бер өлөшө хакастар составына ингән («тадарҙар»). Хакас риүәйәттәрендә билдәләнеүенсә, минусин ҡырғыҙҙары араһында «тадар» атамаһының таралыуы монгол яуҙары[14]менән бәйле.

Н. Я. Бичурин фекеренсә, боронғо ҡырғыҙҙарҙың (хягастар) тамырҙары монголдарға, йәки төрки-монголдарға барып тоташа[15].

В. Я. Бутанаев, хакастарҙың ата-олаталарының монголдар менән мәҙәни йәһәттән тығыҙ аралашып йәшәүе тураһында фактик материалдар күп, тип яҙа[16]. Население Хакасияның халҡы XIII—XIV быуаттарҙа Монгол империяһ составына инә һәм 9-ар меңдән ашыу яугир бирә алған төмәндән (тумен) торған. Формирование этнополитического объединения Хонгорай этно-сәйәси берекмәһенең формалашыуы монгол хәрби-административ системаһы шарттарында башлана[17].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Всероссийская перепись населения 2020—2021 годов
  2. Филатов С. Б., Юззелл Л. Хакасия. Сгусток религиозных проблем Сибири 2013 йыл 19 декабрь архивланған.
  3. Итоги Всероссийской переписи населения 2010 г. по Республике Хакасия. Том 4: Национальный состав и владение языками. Дата обращения: 18 октябрь 2017. Архивировано 19 октябрь 2017 года. 2017 йыл 19 октябрь архивланған.
  4. См., напр., работы Л. А. Евтюховой, фактически отождествляющей два этноса: 1) Археологические памятники енисейских кыргызов (хакасов). — Абакан, 1948; 2) Южная Сибирь в древности // По следам древних культур. От Волги до Тихого океана. — М., 1954. — С. 193—224. 2018 йыл 22 июль архивланған. — C. 207.
  5. Бейшембиев Э. Д. Введение в историю кыргызской государственности: курс лекций для вузов. — "АРХИ" Инновационный центр, 2004. — С. 223. — 313 с.
  6. Уметалиева-Баялиева Ч. Т. Этногенез кыргызов: Музыковедческий аспект. Историко-культурологическое исследование. — Бишкек, 2008. — С. 127. — 288 с.
  7. Арзыбаев Т. К. Этнические связи кыргызов с монголами, ойратами, калмыками, бурятами // Материалы Первого Международного алтаистического форума «Тюрко-монгольский мир большого Алтая: историко-культурное наследие и современность». — Барнаул, Горно-Алтайск, 2019. — С. 146—149.
  8. Очерки истории хакасии: с древнейших времен до современности. — Издательство Хакасского государственного университета им. Н. Ф. Катанова, 2008. — С. 256. — 671 с. — ISBN 9785781005420.
  9. Чертыков М. А. Киргизы-буддисты // Центр Льва Гумилёва. — 2011.
  10. Очерки истории хакасии: с древнейших времен до современности. — Издательство Хакасского государственного университета им. Н. Ф. Катанова, 2008. — С. 202. — 671 с. — ISBN 9785781005420.
  11. Очерки истории хакасии: с древнейших времен до современности. — Издательство Хакасского государственного университета им. Н. Ф. Катанова, 2008. — С. 187. — 671 с. — ISBN 9785781005420.
  12. Ушницкий В. В. Средневековые народы Центральной Азии (вопросы происхождения и этнической истории тюрко-монгольских племен). — Казань: Изд-во «Фэн» АН РТ, 2009. — С. 60—62. — 116 с. — ISBN 978-5-9690-0112-1.
  13. Ушницкий В. В. Теория татарского происхождения якутов // Золотоордынское обозрение. — 2014. — № 1 (3). — С. 43—63. — ISSN 2308-152X.
  14. Ушницкий В. В. Средневековые народы Центральной Азии (вопросы происхождения и этнической истории тюрко-монгольских племен). — Казань: Изд-во «Фэн» АН РТ, 2009. — С. 4. — 116 с. — ISBN 978-5-9690-0112-1.
  15. Нусупов Ч. Т. Политико-исторические проблемы генезиса идеологии, государственности и культуры кыргызского народа. — Кыргызский государственный национальный университет, 2000. — С. 65. — 295 с.
  16. Бутанаев В. Я. Этническая культура хакасов и проблемы реконструкции основных этапов их исторического развития. — Новосибирск, 1993. — С. 33.
  17. Бутанаев В. Я. Этническая культура хакасов и проблемы реконструкции основных этапов их исторического развития. — Новосибирск, 1993. — С. 19.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Баскаков Н. А. Тюркские языки, М., 1960, 2006
  • Бахрушин С. В. Енисейские киргизы в XVII в. // Научные труды III. Избранные работы по истории Сибири XVI—XVII вв. Ч. 2. История народов Сибири в XVI—XVII вв. М.: Издательство Академии Наук СССР, 1955.
  • Вербицкий В. И. Словарь алтайского и аладагского наречий тюркского языка 2005 йыл 12 декабрь архивланған., Казань, 1884
  • Карачаков Д. М., Угдыжеков С. А. Хакасы
  • Козьмин Н. Н. Хакасы: историко-этнографический и хозяйственный очерк Минусинского края. — Иркутск: Изд. Иркут.секции науч. работников Рабпроса, 1925. — Х, 185 с. — (Краеведческая сер. № 4 / под ред. М. А. Азадовского; вып. V). — Библиогр. в примеч. в конце каждой гл.
  • Текин Т. Проблема классификации тюркских языков // Проблемы современной тюркологии: материалы II Всесоюзной тюркологической конференции. — Алма-Ата: Наука, 1980 — С. 387—390
  • Языки мира. Тюркские языки, Бишкек, 1997

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]