Мөхәмәҙиева Хәлисә Мәсғүт ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Халиса Мухамадиева битенән йүнәлтелде)
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Хәлисә Мөхәмәҙиева
Исеме:

Мөхәмәҙиева Хәлисә Мәсғүт ҡыҙы

Псевдонимдары:

Хәлисә Рәйхан

Тыуған көнө:

19 июнь 1956({{padleft:1956|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (61 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Нуриман районы Ҡушкүл ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР Рәсәй Рәсәй

Эшмәкәрлеге:

журналистика

Ижад йылдары:

1974

Йүнәлеше:

район гәзите, телевидение

Жанр:

публицистика, проза, шиғриәт

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

татар, башҡорт

Наградалары:

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (1999)

Мөхәмәҙиева Хәлисә Мәсғүт ҡыҙы (ижади псевдонимы Хәлисә Рәйхан; 19 июнь 1956) — журналист, шағир һәм яҙыусы, 1989 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (1999).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мөхәмәҙиева (ҡыҙ фамилияһы Шәмсетдинова) Хәлисә Мәсғүт ҡыҙы 1956 йылдың 19 июнендә Башҡорт АССР-ы Нуриман районы Ҡушкүл ауылында тыуған.

Күрше Байгилделә урта мәктәпте тамамлағас, шунда уҡ бер йыл пионервожатый булып эшләй. 1974 йылда Башҡорт дәүләт университеты филология факультетының урыҫ-татар бүлегенә уҡырға инә. 1979 йылда БДУ-ны ҡыҙыл дипломға тамамлап, юллама буйынса Туймазы ҡалаһына эшкә ебәрелә. Унда «Ленин юлы» — «Ленинский путь» район газетаһында әҙәби хеҙмәткәр, баш мөхәррир урынбаҫары була. Редакция ҡарамағында ойошторолған «Алтын башаҡ» төбәк әҙәби ижад ойошмаһына етәкселек итә. 1986 йылда КПСС өлкә комитеты күрһәтмәһе менән Өфөгә, Башҡортостан радио һәм телевидение буйынса дәүләт комитетына эшкә күсерелә. Башта телевидениеның балалар редакцияһында мөхәррир, өлкән мөхәррир була, һуңынан халыҡ хужалығы редакцияһында хеҙмәт итә, ә 1991 йылдан 2012 йылға тиклем «Милләт-ара тапшырыуҙар ижад берекмәһе»нә етәкселек итә. 19 йыл татар телендәге «Райхан» тапшырыуы авторы һәм алып барыусыһы була, 2010 йылдан 2012 йылдың октябренә тиклем «Орнамент» тапшырыуын эшләп эфирға сығара.

1980 йылдан — КППС, 1989 йылдан — СССР-ҙың Журналистар союзы ағзаһы.

Ижади эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәлисә Мөҙәрисова әҙәби ижад менән дә әүҙем шөғөлләнә. 2005 йылда уның хикәйәләр, әкиәттәр һәм шиғырҙар ингән «Ҡышҡы ямғыр» тигән китабы донъя күрҙе. Авторҙың шиғырҙарына бик күп йырҙар яҙылған.

2017 йылдың майында Өфөләге «Китап» нәшриәтендә Халисә Рәйхандың ике мең дана тираж менән балалар өсөн «Бал яратам» тигән китабы донъя күрҙе. Шиғырҙар йыйынтығы бәләкәй балаларға, уларҙың ата-әсәләренә, олатай-өләсәйҙәренә тәғәйенләнгән. Йыйынтыҡҡа Татарстандың халыҡ шағиры Роберт Миңнуллин инеш һүҙ яҙған. Баҫма рәссам Г. Камалованың сағыу һүрәттәре менән биҙәлгән[1].

Китаптары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ҡышҡы ямғыр: Хикәйәләр, әкиәттәр һәм шиғырҙар. — Өфө: Китап, 2005.
  • Бал яратам: Балалар өсөн шиғырҙар. — Өфө: Китап, 2017.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]