Эстәлеккә күсергә

Халыҡ-ара стандарттар көнө

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Халыҡ-ара стандарттар көнө
Нигеҙләү датаһы 1970
Кем хөрмәтенә аталған ISO
Дәүләт  Төркиә
Йылдың көнө 14 октябрь
Рәсми сайт worldstandardscooperation.org/…
 Халыҡ-ара стандарттар көнө Викимилектә
Файл:Logo iso.gif
ИСО логотибы рус телендә

Бөтә донъя стандарттар көнө йәки Бөтә донъя стандартлаштырыу көнө (ингл. World Standards Day) — халыҡ-ара дата, кешеләрҙең иғтибарын берҙәм стандарттар булдырыуҙың мөһимлегенә йүнәлтеү һәм был яуаплы эшкә ғүмерен һәм һөнәри оҫталығын бағышлаған тиҫтәләрсә мең белгестең хеҙмәтенә хөрмәт күрһәтеү өсөн булдырылған. Стандарттар көнө бөтә донъяла йыл һайын 14 октябрҙә билдәләнә[1].

Бөтә донъя стандарттар көнөнөң тарихы һәм билдәләнеүе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә донъя стандарттар көнөнөң датаһы осраҡлы һайланмаған. 1946 йылдың 14 октябрендә Бөйөк Британияның баш ҡалаһы Лондонда милли стандартлаштырыу ойошмалары конференцияһы асыла. Конференцияла донъяның 25 иленән, шул иҫәптән Советтар Союзынан, 65 делегат ҡатнаша. Был конференцияла Халыҡ-ара стандартлаштырыу ойошмаһы (ингл. International Organization for Standardization, ISO) ойошторола. Әлеге ваҡытта 164 илдең милли стандартлаштырыу ойошмаһы ISO ағзаһы булып тора. Рәсәй Федерацияһын ISO-ның тулы хоҡуҡлы ағзаһы сифатында Федераль техник көйләү һәм метрология агентлығы кәүҙәләндерә.

1970 йылда ISO Президенты Төркиәнән Фарук Сунтер йыл һайын Бөтә донъя стандарттар көнөн билдәләргә, бының менән стандартлаштырыуҙың бөтә илдәрҙең иҡтисады өсөн мөһим булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алырға тәҡдим итә[2].

Йыл һайын тантаналы көн берәй девиз аҫтында үтә:

  • 1998 йыл«Стандарттар һәм көндәлек тормош»[3]
  • 1999 йыл«Стандарттар буйынса төҙөү»[4]
  • 2000 йыл  — «Халыҡ-ара стандарттар тыныслыҡ һәм сәскә атыу өсөн»[5]
  • 2001 йыл — «Тирә-яҡ мөхит һәм стандарттар: берҙәмлек нығый»[6]
  • 2002 йыл  — «Һәр ерҙә танылыусы бер стандарт, бер һынау»[7]
  • 2003 йыл  — «Глобаль стандарттар глобаль мәғлүмәт йәмғиәте өсөн»[8]
  • 2004 йыл  — «Стандарттар донъяны берләштерә»[9]
  • 2005 йыл  — «Хәүефһеҙерәк донъя өсөн стандарттар»[10]
  • 2006 йыл«Стандарттар: бәләкәй эшҡыуарлыҡ өсөн ҙур отош»[11]
  • 2007 йыл«Стандарттар һәм граждандар: йәмғиәтте үҫтереүгә өлөшө»[12]
  • 2008 йыл  — «Интеллектуаль һәм тотороҡло биналар»[13]
  • 2009 йыл«Климат үҙгәреүе проблемаларын стандарттар ярҙамында хәл итеү»[14]
  • 2010 йыл«Стандарттар бөтәһенә бөтә донъяны асыҡ итә»
  • 2011 йыл«Халыҡ-ара стандарт — глобаль кимәлдә ышаныс булдырыу»[15]
  • 2012 йыл — «Әҙерәк юғалтыуҙар — яҡшыраҡ һөҙөмтәләр. Стандарттар һөҙөмтәлелекте күтәрә»
  • 2013 йыл  — «Халыҡ-ара стандарттар прогресты тәьмин итә»[16]
  • 2014 йыл  — «Стандарттар уңышҡа тигеҙ мөмкинлектәр аса»[17]
  • 2015 йыл  — «Стандарттар — бөтә донъя һөйләшкән тел»[18]
  • 2016 йыл«Стандарттар ышаныс уята»[19]
  1. Международный день стандартизации в разделе «Праздники Канады». праздники 2010 год
  2. ИСО — Международная организация по стандартизации
  3. «День стандартов 1998»
  4. «День стандартов 1999»
  5. «День стандартов 2000»
  6. «День стандартов 2001»
  7. «День стандартов 2002»
  8. «День стандартов 2003»
  9. «День стандартов 2004»(недоступная ссылка)
  10. «День стандартов 2005»
  11. «День стандартов 2006»
  12. «День стандартов 2007»
  13. «День стандартов 2008»
  14. «День стандартов 2009»
  15. «День стандартов 2011»
  16. «День стандартов 2013» 2013 йыл 4 октябрь архивланған.
  17. «День стандартов 2014». Дата обращения: 13 октябрь 2016. Архивировано 14 октябрь 2016 года. 2016 йыл 14 октябрь архивланған.
  18. «День стандартов 2015» 2015 йыл 16 ноябрь архивланған.
  19. «День стандартов 2016». Дата обращения: 13 октябрь 2016. Архивировано 14 октябрь 2016 года. 2016 йыл 14 октябрь архивланған.