Хәмитов Эдуард Шәйхулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Хамитов Эдуард Шайхуллович битенән йүнәлтелде)
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Хәмитов Эдуард Шәйхулла улы
ректор М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты
Эшләй башлаған:

1983

Тамамлаған:

2005

Һуңынан килеүсе:

Асадуллин Рәил Мирваевич

Тыуған көнө:

22 сентябрь 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (79 йәш)

Тыуған урыны:

СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Борай районы,
Яңы Киҙгән ауылы

Ила:

Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй

Фәнни даирә:

педагогика

Ғилми дәрәжәһеь:

педагогия фәндәре докторы[d]


Наградалары:

Honoured Higher education employee of the Russian Federation.png

Хәмитов Эдуард Шәйхулла улы (22 сентябрь 1937) — Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының почетлы академигы (1998), педагогия фәндәре докторы (2000), профессор (1991), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1977), Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (1998). М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры (1983—2005).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Эдуард Шәйхулла улы Хәмитов 1937 йылдың 22 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Борай районы Яңы Киҙгән ауылында тыуған.

1958 йылда Бөрө дәүләт педагогия институтын тамамлай һәм шунда үҙенең хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай.

1964—1966 йылдарҙа Куйбышев дәүләт педагогия институтында өлкән уҡытыусы, ә һуңыраҡ деканы булып эшләй[1].

1966—1969 йылдарҙа Өфө нефть институтында доцент, кафедра мөдире булып эшләй.

1969—1972 йылдарҙа М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында доцент, кафедра мөдире һәм декан булып эшләй. Ә 1972—1983 йылдарҙа уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса проректор вазифаһын биләй.

1983 йылдан алып 2005 йылға тиклем — Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры.

2005—2007 йылдарҙа — Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы Дәүләт думаһы депутаты.

2008 йылдан алып М. Аҡмулла исемендәге БДПУ ректоры кәңәшсеһе.

Уның ҡыҙы Эльза М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның художество-графика факультеты профессоры.

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Профессор Хәмитовтың төп фәнни йүнәлештәре — педагогик белем биреү, физика уҡытыу методикаһы[2]. Ул 60 фәнни хеҙмәт авторы, шул иҫәптән монографиялар һәм уҡыу әсбаптары, шулай уҡ Башҡортостан мәғарифын үҫтереү концепцияһын һәм программаһын эшләүсе ғилми коллектив етәксеһе.

Һайланма әҫәрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Контингент гуманитарного вуза: теория, подходы, практика формирования. — Челябинск: Факел, 1999.
  • Профессиональная педагогическая подготовка в переломные периоды развития общества. — Уфа: Китап, 2001. (авторҙаш).
  • Стратегия развития образования в евразийском пространстве. — Уфа: БГПУ, 2002 (авторҙаш).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]